НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тормош нигеҙе – ижад

Тормош нигеҙе – ижад


Тормош нигеҙе – ижад
Башҡорт телендә йырҙар ижад итеп, уларҙы үҙе башҡарған ҡаҙаҡ егете Ким Жубатов, тыуған ауылым Иҙелбәктә үҙенән-үҙе йыр тыуа, ти

Көн һайын эргәбеҙҙән тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә кеше үтеп китә. Уларҙың күбеһе беҙҙең өсөн асылмаған сер булып ҡала. Ә бит һәр кем – айырым бер донъя, тотош йыһан кеүек. Уйлап ҡараһаң, хатта ғүмер буйы яныңда йәшәүсе күршеңде, улай ғынамы, ҡан ҡәрҙәшеңде лә тулыһынса белеп бөтөп, асып булмай. Шуға ла берәй талантлы, уңған, матур, бай күңелле кеше менән таныш­ҡас та, уның менән йәһәтерәк һеҙҙе лә, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы, таныштырғы килә. Һеҙ ҙә ҡыуанһын, илһамлан­һын, өлгө алһын өсөн.
Бөгөн “беҙҙең асыш”та – Ейәнсура райо­нының Иҙелбәк ауылы егете Ким Жубатов.
Башҡорт телендә йырҙар ижад итеп, улар­ҙы үҙе башҡарған Ким Рим улы милләте буйынса ҡаҙаҡ. Ләкин, миңә гүзәл башҡорт теле, моңло башҡорт йырҙары ныҡ оҡшай, тигән һүҙҙәре менән яҡын туғанға әйләнде лә ҡуйҙы. Беҙҙең телдә иркен һөйләшкән, йырҙарыбыҙҙы өйрәнгән, тыуған еребеҙҙе үҙ иткән Ким бәләкәй сағынан уҡ йыр-моңға ғашиҡ. Тәүге тапҡыр сәхнәгә “Әсәйемдең тыуған көнө” йыры менән ун йәшендә сыҡҡан.

– Иҙелбәк ауыл клубында сығыш яһағанда тулҡынланманым да. Рауил ағайым өйрәткән йырҙы бар күңелемде һалып башҡарҙым да, тамашасыларҙың алҡыштары аҫтында ғүмерлеккә сәхнәгә мөкиббән киттем. Тор­мошомдо сәнғәт һәм педагогика менән бәйләргә теләгәнемде белгәс, барыһы ла көлдө, ышанманы. Һинән, “өслө” һәм “дүртле” билдәләренә генә уҡыған уҡыусынан, ниндәй музыка уҡытыусыһы сыҡ­һын, тинеләрме икән. Тәүге тапҡыр мәктәпкә практикаға ҡайт­ҡас, уҡытыусыларым үтә ғәжәпләнде. Дәрестәремә ҡыҙыҡһынып инеп ҡарағандарында һынатмаҫҡа ты­рыштым. Уларҙы ла, үҙемде лә. Иҫләйһеңме, нисек итеп беҙҙе тыңламай ҡаңғырта торғайның, хәҙер белдеңме инде уҡытыусы һөнәренең ҡалай ауыр икәнен, тигәндәрендә, ысын күңелдән, эйе, белдем, тинем. Музыка уҡытыусыһы һәм психолог дипломын алһам да, белем усағында балалар менән эшләүе оҡшаһа ла, әлегә мәктәпкә эшкә барманым, сөнки миңә аяҡҡа баҫырға кәрәк (баш ҡалала аҡсалыраҡ эш таптым). Атайым вафат булғас, бер әсәйгә өсәүләп – Фаина апайым, мин, Тимерлан ҡустым – күҙ терәп ҡалдыҡ бит. Арҡа терәр кеше юҡ. Хәйер, бар. Бәхет исемле олатайым, Рәфиә өләсәйем иҫән, шөкөр, башҡа туғандарым бар. Бала саҡтан бергә уйнап үҫкән Рөстәм, Рәмзил, Илнар ағайҙарым – иң яҡын дуҫтарым. Беҙ фермер хужалығы тотабыҙ, һәм элек олатайым менән икәүләшеп ат көтөп, ҡымыҙ бешеп һаттыҡ. Уның менән һәүетемсә генә гәпләшеп, һыбай йөрөүе үҙе бер бәхет ине. Ә Рәфиә өләсәйемдең йырлағанын ишетһәгеҙ! Ул бер ниндәй махсус уҡыу йортон тамамламаһа ла, оҙон көйҙәрҙе шундай оҫта башҡара, артистарың ары торһон. Уға оҡшап беҙҙә йырсылар күптер, тим. Атайым йырланы, Руслан һәм Рауил ағайҙарым йырлай, атайымдың апаһы Гөлгөнә инәйҙең балалары Марсель менән Венера ла моңға бай кешеләр. Йыр – беҙҙең ҡаныбыҙҙа. Йырла­майынса түҙеп булмай ҙа ул. Мәҫәлән, мин һәр саҡ йырлап, эстән генә булһа ла көйләп йөрөйөм. Ҡалала тауыш үҙгәрә, тын ҡыҫыла. Ә ауылға ҡайтһаң, үпкә яҙылып киткәндәй, ҡолас йәйеп, тауышыңдың бөтә тәрәнлегендә, киңлегендә донъя тултырып йырлар­ға тартылаһың. Әлдә ҡалала түгел, ә ауылда тыуып үҫкәнмен, тип ҡыуанам. Таш йорттар араһында йәшәп, асфальт өҫтөнән генә атлағанда күңел тарлыға, илһам ҡанаттары тала, йөрәк ҡатҡандай. Ҡала балаһы булһам, ижад итә алмаҫ инем, тимәксемен. Ауылда тыуған еремдең гүзәллеген күреп, тойоп, байығанмын, илһамланғанмын. Ер көсөн тойоу, иркенлек, хозурлыҡ миңә һауа кеүек талап ителә. Бәләкәйҙән йомшаҡ һыуында ҡойоноп, ярында ҡыҙынып үҫкән, һәр бөгөлө, төбөндәге һәр ташы таныш Ҡаҙанболаҡ йылғаһының ярына сығып баҫыу менән күңелемдә йырҙар тыуа, хис-тойғолар ташҡындай урғылып, күҙгә йәштәр булып тула.
Етди, йыйнаҡ, алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шуларға ирешеүсән һәм шул уҡ мәлдә үтә хисле, әҙәпле, хыялға бирелеүсән, моңло Ким медицина ойошмаһында эшләй, маркетинг менән шөғөлләнә. Бер ҙә ҡыҫылышы юҡ кеүек тойолһа ла, шул уҡ педагогика менән булышам ул, тип көлә үҙе: “Педагогик булмышыма ярашлы, промоутерҙар бүлеген етәкләп, йәш егет һәм ҡыҙҙар­ҙы реклама серҙәренә, халыҡ менән аралашырға өйрәтәм”. Кешеләрҙе ойоштороу, йүнәлтә белеү һәләтенә эйә егет өсөн был эш тә ниндәйҙер кимәлдә музыка менән бәйле: ошонда аҡса туплап, йырҙар яҙҙырырға хыяллана. Әлегә ике генә йыр сығарһа ла, репертуары бай, яҙылғандарынан күңелендәгеләре хаттин ашҡан.
– Сәхнәгә сыҡҡанда тейешле үҙ урыныма сыҡҡандай тойғо кисерәм, күңелемде тыныслыҡ, һиллек биләй. Халыҡҡа йөрәгемдәге хис-тойғоларҙы, кисерештәрҙе тулы­һынса еткерергә тырышам. Элек, совет осоронда, артистар нисек йырлаған, мин дә шул юғарылыҡта башҡарыу һәләтенә етергә теләйем. Һәр һүҙҙе йөрәгем аша үткәреп, моңдо һәр күҙәнәгем менән тойоп йырларға... Музыка, йыр, ижад минең өсөн аҡса һуғыу сығанағы түгел, ә йәшәү рәүеше, тормош нигеҙе. Әгәр ҡабаттан тыуырға тура килһә, тамсы ла шикләнмәйенсә, яңынан ошо уҡ ғүмеремде, ошо юлымды һайлар инем. Музыка – сихри, тылсымлы көс, ул күңелдәр­ҙе дауалай, ҡанатландыра, йәшәргә ҡеүәт бирә. Яҡындарымдың ба­рыһын да, бигерәк тә Амалия менән Йәмил (Джәмил) исемле һеңле-ҡустыларымды өҙөлөп яратам. Фаина апайым менән Марат еҙнәмдең балалары улар. Атайым китеп барғас, Марат еҙнәм миңә ныҡ ярҙам итте, терәк булды, әлегәсә уның ярҙамын тойоп йәшәйем. Ә уларҙың бәпестәре – минең илһам шишмәһе, йыр-моң ҡанаттарым.
Ижади бәйгеләрҙә гел дә призлы урындар яулаған, йырларға, бейергә, ағас һырларға яратҡан Ким бер нәмәне лә ярым-ярты эшләмәй. Әңгәмәләшкәндә лә тулыһынса һөйләшеүгә бирелә, күңелен шар асып һала, тауышы менән арбай. Йылмайыуы ихлас, көлөүе матур, ҡарашы эскерһеҙ. Изге күңелле һәм намыҫлы кешеләрҙе, ҡарлы-буранлы ҡыштарҙы үҙ итә. Йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәһә лә, йөрәгендә бер ваҡытта ла уңалмаҫ һағыш ята – фани донъянан иртә киткән атаһын юҡһыныуҙы бер ни баҫа алмай...
Римма менән Рим Жуба­товтарҙың уртансы улы Кимдың пландары, теләктәре, хыялдары – туп-тулы. Уларҙы тормошҡа ашырырына шик юҡ, сөнки ул маҡсаттарына, үрҙәргә эҙмә-эҙлекле бара. Ашыҡмай, сәбәләнмәй. Һәр мәлдең ҡәҙерен белеп ғүмер һуҡмағынан атлай: “Иң мөһиме, яҡындарым иҫән-һау булһын, тип теләйем. Башҡаһы – үҙемдең ҡулымда”.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 26-09-2018, 15:42 | Ҡаранылар: 113
|
  • Башҡорт теле – минең телем
  • Талантҡа бай Буранбай
  • “Улым тыуғас, йырҙар яҙа башланым”
  • “Ижадым менән матурлыҡ өләшкем килә”
  • “Нисек бармын, шулай булып ҡала белеү –төп принцибым”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM