НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡыҙҙар яратҡан “Любизар”

Ҡыҙҙар яратҡан “Любизар”


Ҡыҙҙар яратҡан “Любизар”
2000 йылдар башында, Эске эштәр министрлығы мәктәбендә белем алыусы өс егет дуҫлашып китә. Уларҙы уртаҡ ҡыҙыҡһыныу – музыка берләштерә. “Каруанһарай”, “Дәрүиш”, “Рух” төркөмдәренең йырҙарын тыңлап буй еткергән егеттәр бер көндө үҙҙәре лә сәхнәлә сығыш яһау тураһында уйлай башлай. Тап шул мәлдә 9 Май – Бөйөк Еңеү байрамы алдынан “Я люблю тебя, Россия!” фестивале иғлан ителә. Ике Руслан һәм Рәшит “Порт-Артур” һәм “Любизники -любизар” йырҙарын башҡарырға тейеш була. Тик алып барыусылар яңылышып, уларҙы “Любизар” төркөмө тип иғлан итә. Был 2002 йылдың яҙ айы була. “Йүкә телефон” шәп эшләй, хәрби кейемдәрҙә, гитара уйнап башҡортса йырлаған төркөм тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә бөтә республикаға тарала. Егеттәр исемен үҙгәртеп тормай, “Любизар” булып ҡала.

Казармала йәшәгән егеттәр бергә йыйылып репетициялар үткәрә башлаһа, эргәләренә курсташтары, дуҫтары йыйыла. Шуға күрә улар үҙҙәрен көн һайын тигәндәй концерт ҡуйған кеүек хис итә. Рәшит Мөхә­мәтйәнов Күмертау ҡалаһында тыуып үҫә, урындағы музыка мәктәбенең баян класында уҡый. Ә Бөрйән егете Руслан Ишдәүләтов Өфө дәүләт сәнғәт институты янындағы махсус музыка мәктәбен тамамлай, оркестрҙа уйнай. Руслан Шәйхетдинов Башҡортос­тандың атҡаҙанған артистары Роза Аҡкучукова менән Фәрит Шәйхетдинов ғаиләһендә тыуып үҫә. Бала саҡта ата-әсәһе менән гастролдәргә йөрөгән, сәхнәлә сығыш яһаған егет сәхнә закондарын, йыр сығарыу тәртибен ярайһы уҡ белә. Шуға күрә төркөмгә эш башлауы ауыр булмай. Етмәһә, талантлы егеттәрҙе “Каруан­һарай” төркөмө музыканты Мәхмүт Нәҙершин үҙе шефлыҡҡа ала. Тәү осорҙа, үҙ репертуарын тупламаҫ борон, егеттәр халыҡ һәм ретро йырҙарҙы башҡара. “Хушлашыу”, “Һанама, кәкүк”, “Уйна, гармун” кеүек атай-әсәйҙәр яратҡан йырҙарҙы йәш быуынға тап улар таныта, тип әйткәндә лә артыҡ булмаҫ. “Осҡан мөхәббәт”, “Саҡыр туйыңа”, “Барыбер”, “Ҡанаттарың” йырҙары иһә ҡыҙҙар­ҙың төн йоҡоһон ала. Төрлө редакция, радио һәм телевидение адрестарына егеттәргә тапшырыу­ҙарын үтенеп, республиканың төрлө төбәгенән хаттар яуа. Шулай ҙа егеттәр илһөйәрлек темаһына арналған һәм хәрби йырҙарға өҫтөнлөк биреп, үҙенсәлекле ре­пертуар туплай. “Һалдаттар”, “Әсәй”, “Хат”, “Һуңғы өмөт”, “Һал­дат маршы” кеүек йырҙар ижад ителә. Әйткәндәй, Руслан Шәй­хетдинов үҙе Рәмил Йәнбәк һәм Әхмәҙин Әфтәх шиғырҙарына байтаҡ көй яҙа. Аранжировкалар эшләтеү, йырҙарҙы студияла яҙҙырыу өсөн егеттәр стипендияларын тотона.
Уҡыуын тамамлап эш башлаған төркөм ағзалары 2004 – 2005 йылдарҙа ныҡ әүҙем эшләй. Фес­тивалдәр, гастролдәр, концерттар, клиптар төшөрөү, альбом сығарыу – һәр көн ижад менән үтә. Егеттәр һаман да көлөшөп, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Учалы районындары буйлап гастролдәрҙә йөрөгән мәлдәрен иҫләп ала. Зал шығырым тулы, башлыса 13 – 20 йәшлек ҡыҙҙар. Концерт бөтөүгә сәхнә артына улар тула. Автограф алыу­ҙар, һөйләшеүҙәр, хатта хистәрен белдереп илауҙар таң атҡансы дауам итер ине, әгәр ҙә шофер егет булмаһа. Ҡуртымға алынған “ГАЗель” хужаһы (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеттәр исемен хәтерләмәй), үҙе дәү, үҙе көслө, үҙе уҫал рус егете йырсыларҙы ҡыҙҙар төркөмө араһынан күтәреп тигәндәй алып сығып китә. Көн һайын ҡабатланған был хәлгә аптырап, ул үҙен “тән һаҡсыһы” тип йөрөтә башлай. “Нимә тапҡан улар һеҙҙә? Берегеҙ – ҡап-ҡара, берегеҙ ябыҡ?” – тип һөйләнгән шофер, тәүҙә ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, гастролдәр аҙағына табан уға был эш оҡшай башлай. Киләһе йылдың йәйе етеүгә: “Минең менән йөрөгөҙ”, – тип үҙе үк шылтырата егеттәргә.
2002 йылда “Любизар” төркөмө, “Тоғролоҡ” тигән рухлы йыр менән “Йәшлек-шоу” фестивалендә ҡатнашып, лауреат исе­ме яулай. Был сара уларҙың тормошонда хәл иткес роль уйнай: Руслан Шәйхетдинов менән Рәшит Мөхәмәтйәнов буласаҡ кәләштәре менән таныша. Рәзилә Салауатова журналист булараҡ килһә, Наҙгөл Алсынбаева “Айназ” төркөмө составында фестивалдә ҡатнаша. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, ике пар ҙа ғүмерлеккә ҡауыша. Бер аҙҙан төркөмгә тағы ла бер егет – Илһам Бәҙретдинов ҡушыла. Тик ул оҙаҡ эшләп өлгөрмәй, 2006 йылда “Любизар”ҙың әүҙем эшмәкәрлеге туҡтала.
Төркөм һаман да йәштәр хәтерендә, йырҙары ла интернет селтәрендә популярлығын юғалтмай. Төрлө концертта ҡатнашыу өсөн саҡырыуҙар килә. Тик егеттәр генә эстрада киңлектәренән юҡҡа сыҡты. Әммә ул рәсми рәүештә тарҡалмаған.
– 2015 йылда беҙ һуңғы тапҡыр бергәләшеп сәхнәлә сығыш яһаныҡ. Уға тиклем, йылына 2 – 3 тапҡыр булһа ла сәхнәгә сығырға мөмкинлек бар ине. 2009 йылда “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән “Рәхмәт” фильмында уйнаныҡ. Хәҙер аранжировкалары, көйө әҙер булған йырҙарҙы ла яҙҙырыу өсөн дә студияға йыйыла алмайбыҙ. Байтаҡ йырҙы, сәхнәлә тере тауышҡа йырлап йөрөгәс, аудиояҙмаларын эшләү тураһында уйламағанбыҙ, нисек тә булһа осрашып, уларҙы тергеҙергә ине. Рәшит Тольятти ҡалаһында йәшәй, эше оҙайлы командировкалар менән бәйле. Мин Эске эштәр министрлығында эшләп йөрөйөм, Руслан эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл. Эш һәм ғаилә мәшәҡәттәре менән йырға ваҡыт ҡалмай. Шуға ла мин “Любизар” төркөмө данын, аудиторияһын юғалтмаһын өсөн “Ҡараһаҡал” проектын башланым. Сәхнә образы, костюмдар уйланған, әле тәүге йырҙар әҙерләнә. Шуға күрә элекке төркөмдөң вәкиле булараҡ йыр сәнғәтендә эшләргә, ижад итергә уй-ниәттәрем бар, – тип өмөтләндер­ҙе Руслан Шәйхетдинов.
Бөтә нәмәнең дә аҙағы була, тиҙәр. Эстрада төркөмдәренең дә ғүмере ҡыҫҡа була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Тик беҙ генә, ябай тамашасылар, күңелдәргә яҡын булған йырҙарҙы ла, йырсыларҙы ла юғалтҡыбыҙ килмәй. Шуға күрә, “Любизар” рухын сәхнәгә күтәрәсәк “Ҡараһаҡал” проектына оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Ҡыҙҙар яратҡан “Любизар”


Сығыу ваҡыты 27-01-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 248
|
  • “Башҡортостан”, “Байҡара”: улар – Баймаҡ таланттары!
  • Ейәнсураның “Ейәнсура”һы
  • "Йәш "Карауан": их моңло ла егеттәр, ә үҙҙәре бик хәтәр!
  • "Өлкәр" балҡышы бер мәл...
  • Бүләк итә Роза йырҙарын
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Йондоҙнамә (21-27 май)
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр
  • Балсы ҡулынан бал тамыр



  • Радио Юлдаш FM