НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Наил һәм уның командаһы

Наил һәм уның командаһы


Наил һәм уның командаһыИнтернет селтәрендә “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары“ тип аталған ҡыҙыҡлы бер проект күҙгә салынып ҡалды. Идея авторы – Стәрлебаш районында тыуған уҙаман, фән кандидаты, ғүмере буйы үҙен белем алған һөнәренә бағышлаған нефть-химия тармағы белгесе Наил Мәхмүтов.
Документалистика уның өсөн мауығыу ғына булған, әммә тора-бара был өлкә лә уны үҙенә йәлеп итеп, ун бер йылда, “Яҡташтар“ проектына ярашлы, 13 китап сығарыуға өлгәшкән. Араларында йәшлек йылдарына, комсомол ойошмаларына, төҙөлөш отрядтарына, хатта Юрий Шевчукка арнал­ғаны ла бар. Ә нисек рәссамдар донъяһына ылығып киткән һуң Наил Мәхмүтов?

Баҡтиһәң, ул бала саҡтан һынлы сәнғәт донъяһы менән ҡыҙыҡһын­ған, әммә, икенсе өлкәлә эшләү сәбәпле, уға әллә ни иғтибар ҙа итеп бөтмәгән. Ә бит Башҡор­тостандың хозур тәбиғәтенә, уны һынландырған рәссамдарҙың эшенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ошо рәүешле беҙҙең ерлектә тыуған оҫталарҙың ижад өлгөләрен халыҡҡа еткереү идеяһы уяна унда. Өҫтәүенә, был эштәрҙе бер майҙанда сәнғәт һөйөүселәргә лә еткерергә була бит. Шулай итеп, artrb.ru сайты барлыҡҡа килгән. Унда рәссамдарҙың эштәре урынлаштырылған. Һәр кем үҙе лә ҡуя ала, сөнки сайт асыҡ форматта. Башҡортостан рәссамдарының халыҡ рейтингын билдәләү ҙә бара. Был ниндәйҙер коммерция проекты түгел, уның партнерҙары – рәссамдар үҙҙәре. Әгәр инде уларҙың кемеһелер яҡты донъянан киткән икән, вариҫтары ярҙам итә ала. Бергәләп атҡарырға ниәтләй был эште Наил һәм уның командаһы.
Рәссамдарҙың китабын сығарыу ята был проект нигеҙендә. Уны башлағанда Башҡортостандың төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡта эшләгән белгестәре идея авторына ихлас ярҙам иткән. Башҡаларҙың да һынлы сәнғәткә ҡарата мөнәсәбәте ыңғай булыуы тураһында һөйләй был факт. Нигеҙендә яҡташ рәссамдарҙың ижадын пропагандалау маҡсаты ятҡан был конкурс күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Башҡортос­тандан ситтә йөрөгәндә лә, иғтибар итеүселәр бармы икән, ҡайҙан икәнлегеңде белеп ҡалһалар, Әхмәт Лотфуллиндың тыуған төйәгенәнме, тип ҡулды ҡыҫалар. Ҡарап торғанда ғына халыҡ һүрәт ҡарамай төҫлө, ә бит йәштәр араһында ла ысын ижадсылар, рәссамдар етерлек.
Китапҡа иһә исемдәре билдәлеләрҙең генә түгел, башлап ижад итеүселәрҙең дә күңел емештәре инәсәк. Заманса сәнғәт төрҙәре лә – стрит-арт, инсталляция, перформанс кеүек йүнәлештәге эштәр – буласаҡ. Һәр кем һүрәтен сайтҡа үҙе инеп тә ҡуя ала. Ойоштороу комитеты тарафынан эштәр туплан­ғас, тауыш биреү башланасаҡ. Әле апаруҡ ҡына рәсем йыйылған. Һәр оҫта биш эшен тәҡдим итә ала. Сайтҡа ингәндәр һүрәттәргә баһа бирәсәк, бынан тыш, танылған эксперттар комиссияһы әҫәрҙәрҙең сәнғәти кимәлен, юғарылығын да баһалаясаҡ. 1 июндән 1 октябргә тиклем дауам иткән сарала социаль селтәрҙәр аша ла һәр кем ҡатнашып, үҙенең ҡарашын белдерә ала.
Интернеттың мөмкинлектәрен файҙаланып, беҙҙең оҫталарҙы, уларҙың эштәрен, ошоноң аша тыуған яҡ тәбиғәтен республиканан ситтә лә таный башларҙар, һоҡланыуҙарын белдерерҙәр, тип өмөт итә Наил Мәжит улы.
Йәштәр күңелендә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә лә был сара йоғонто яһар, моғайын: һүрәттәр­ҙең күпселегендә – Башҡортостан тәбиғәте, ошо ер кешеләре, улар­ҙың кисерештәре. Тыуған яҡтан да гүзәлерәк төбәк юҡлығын һәр кем белә һәм был хаҡта һынлы сәнғәт әҫәрҙәре аша ла әйтергә бурыслы. Беҙҙең рәссамдарҙың иң талантлыһы икәнен күмәкләп иҫбатларға була бит. Бындай ерҙә бары тик шағирҙар, йырсылар, рәссамдар ғына тыуа ала! Юҡҡа ғына Өфөлә донъяға билдәле яҙыусылар, музыканттар, ҡылҡәләм оҫталары тыумаған!
Әйткәндәй, интернет менән файҙалана белмәгән авторҙарға проекттың башынан аҙағына тиклем республика төҙөлөш отрядтары хәрәкәте белгесе Ирина Сухарева һәм был эшкә йәлеп ителгән студенттар ярҙам итәсәк.
Профессионалдар, формаль булмаған йүнәлештә ижад итеүселәр, махсус белеме булмағандар айырым номинацияларҙа билдәләнә. Башҡа баһа төрҙәре лә байтаҡ – иң шәп комментарий, пост, мәғлүмәти материал, видеоклип, йыр проект авторҙары тарафынан бүләкләнә.
Конкурс һуңында сыҡҡан китапҡа иң шәп 50 рәссам хаҡында очерк яҙыласаҡ, ә еңеүселәрҙе, әлбиттә, бүләктәр көтә. Сараны Йәштәр һарайында матур байрам менән 21 октябрҙә тамамлап ҡуйырға уйлай ойоштороусылар.
Рәссамдар үҙҙәре лә был конкурс­ҡа ыңғай ҡарай. Башҡорт һынлы сәнғәтен пропагандалаған проектты улар ҡеүәтләп алған. Мәҫәлән, билдәле рәссам Рәсих Әхмәтвәлиев әйтеүенсә, төрлө күргәҙмә, рәсми саранан тыш, конкурс бөтөнләй башҡа аудиторияны ла туплауы ихтимал. Социаль селтәр­ҙәр аша Башҡортостан рәссамдарының эше менән башҡаларға ла танышыу мөмкинлеген булдырыуҙы хуплай.
Башҡортостандың Рәссамдар союзы ла ярҙам ҡулы һуҙған. Улар был донъянан киткән оҫталарҙың эшен, фоторепродукцияларҙы сайт­ҡа ҡуйып барасаҡ.
Хөрмәтле ҡылҡәләм оҫталары, махсус порталға инеп, үҙегеҙҙең һүрәттәрегеҙҙе тәҡдим итеү мөмкинлеге бар. Ә инде кем рәсем донъяһы менән ҡыҙыҡһына, улар үҙҙәренә оҡшаған, күңеленә ятҡан һүрәткә “лайыҡ” ҡуя ала. Иң ҙур баһа – ул халыҡ таныуы, ижадығыҙҙы яратыуы.
Проектты ҡеүәтләүселәр өсөн махсус рәүештә бүләктәр уйлап табылған. Йәғни, алда әйтелгәнсә, “лайыҡ” ҡуйыу, пост яҙыу, фекерең менән уртаҡлашыу хуплана.
Бына шулар хаҡында ентекләберәк аңлатырға уйлайым. Мәҫәлән, рәссамдар хаҡында йыр яҙғандарға “Арсенал” музыка ҡоралдары магазины гитара бүләк итә. Йәштәр, яҙығыҙ йыр! Гитаралы булғығыҙ килмәйме ни? Файҙаланығыҙ ошо мөмкинлекте. Ресторандарға, кинотеатрға, квестҡа – аҡыл уйындары майҙанына, бушлай медицина тикшереүе үтеү өсөн сертификаттар бар. Спортҡа әүәҫтәр оҫталарҙы танытыуға иғтибар бүлһә, уларға Парашют спорты федерацияһы парашюттан бушлай һикереү ойошторасаҡ. Өфө өҫтөнән түләүһеҙ осоп йөрөү мөмкинлеген бирергә теләүселәр ҙә бар. Бары тик ҡатнашығыҙ, рәссамдар хаҡында яҙығыҙ, ижад итегеҙ, уларҙы ҡеүәтләгеҙ, ә бүләктәр хужаһын оҙаҡ көттөрмәҫ.

Наил һәм уның командаһы
Наил һәм уның командаһы
Наил һәм уның командаһы
Наил һәм уның командаһы
Наил һәм уның командаһы

Сығыу ваҡыты 14-08-2017, 16:45 | Ҡаранылар: 124
|
  • Һынлы сәнғәт һөйөүселәр иғтибарына!
  • Халҡыбыҙҙың ижад байлығы интернетта тупланасаҡ
  • Бөйөк рәссамдарҙың билдәһеҙ эштәре
  • Тыуған яғы тәбиғәтенә һөйөүе сикһеҙ
  • Остаз һәм уҡыусылар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM