НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Әрмелә лә моң яңғырай

Әрмелә лә моң яңғырай


Әрмелә лә моң яңғырайМәскәү өлкәһенең хәрби оркестрында байтаҡ Башҡортостан егете хеҙмәт итә
Ғәҙәттә, әрме хеҙмәтен, таңғы сәғәт 6-ла тороу, иртәнән кискә тиклем физик күнекмәләр, кәбеҫтә ашы, арпа бутҡаһы һәм аҙнаһына бер көн телефон аша дуҫ-туғандар менән аралашыу, тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Тир, турник, йүгереү юлы, герҙәр, ашхана (һәм нарядҡа тәғәйенләнгән һалдаттарҙың бәрәңге әрсеүе), ике яруслы карауаттар теҙелгән ҙур казарма – был хәрби ҡаласыҡ картинаһы. Ә бына хәрби оркестр музыканттары хеҙмәтте нисек үтә? Улар ижад кешеләре иҫәбенә инәме әллә хәрби һаналамы? Башҡа һалдаттар кеүек үк, музыканттар ҙа физик күнекмә үтәме? Мәскәү өлкәһенең хәрби оркестрында Башҡортостандан байтаҡ егет хеҙмәт итә. Уларҙың бер нисәүһе менән аралашып, көндәлек тормошо тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.
Вәғиз СЫНБУЛАТОВ, Арсен ӘЛИМҒУЖИН, Эльнар ХӨСНУЛЛИНды өс таған тип йөрөтәләр. Сөнки улар – айырылмаҫ дуҫтар. Тыуған ер, башҡорт теле һәм ир-егеттәрҙең изге бурысына етди ҡараштан тыш, уларҙы моңға һөйөү берләштерә.

Барыһы ла тормоштарын хәрби хеҙмәт менән бәйләгәнгә тиклем музыкаль белем алған. Вәғиз – валторнала, Эльнар – саксофонда, ә Арсен торбала уйнай. Улар бер йыл әрме хеҙмәтен хәрби оркестрҙа үткәндән һуң, бөтөнләйгә бында ҡалырға ҡарар итә. Сит ерҙә бер-береһенә терәк, таяныс булып йәшәйҙәр. Быйыл бишенсе йыл рәттән беҙҙең егеттәр ҙур байрам – Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадында ҡатнаша. “Оло ғорурлыҡ һәм ата-бабаларыбыҙға һоҡланыу хисе менән оло сарала марш уйнайбыҙ”, – ти улар.
Оркестр музыканттарының тормошо хәрбиҙәрҙекенән бер нисек тә айырылмай. Иртәнге сәғәт 6-ла йоҡонан торған һалдаттар сәғәт 9-сы яртыла физик күнекмәләргә тотона. Көн һайын – дүртәр сәғәт (Еңеү парады алдынан өс ай ҡала 6 – 7 лә булып китә) оркестр репетицияһы. Төшкө ялға – ике сәғәт. Йыл һайын бер айлыҡ отпуск бирелә, ул ваҡытта инде егеттәр тыуған яҡтарына ашҡына. Музыканттарҙың һиҙгер бармаҡтарына физик күнекмәләрҙең зыяны тураһында һорашҡас, егеттәр көлөп ҡуйҙы. Дөрөҫ һәм һаҡ күнекмәләр кеше организмына бөтөнләй зыян килтермәй икән. Оҙаҡламай егеттәргә бушлай торлаҡ биреләсәк – йәштәр өсөн был да оло ярҙам.
Сержант Эльнар Хөснуллин Салауат районының Миңдеш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында белем алғандан һуң бер йыл Ҡазан танк училищеһы оркестрында уйнай. Аҙаҡ Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.
Вәғиз Хәйбулла районының Байғусҡар ауылынан. Бала саҡтан музыка менән ҡыҙыҡһына, йырларға ярата. Йәштәр уны эстрада йырсыһы булараҡ белә. Сибай сәнғәт колледжының тынлы музыка ҡоралдары бүлеген тамамлаған. Ҡатыны Гүзәлиә менән Алеся исемле ҡыҙ үҫтерә.
Ә өлкән сержант Арсен Әлим­ғужин – Әбйәлил егете. Сәнғәткә булған һөйөүен күреп, аңлап, ошо йүнәлештә белем алырға ярҙам иткән ата-әсәһенә рәхмәтле. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Тик уны тамамлап өлгөрмәй, әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Хәҙер инде ул, хәрбиҙәрҙең иртә хаҡлы ялға сығыуын иҫәпкә алып, ситтән тороп иҡтисад буйынса юғары белем ала.
Егеттәр ял көндәрендә ла спорт менән шөғөлләнә, Мәскәүҙең төрлө иҫтәлекле урынына сәйәхәт итә, китап уҡый. Интернет селтәре аша башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте яңылыҡтары менән танышып баралар, бергә хеҙмәт иткән яҡташтары менән аралашырға онотмайҙар. Яңы хеҙмәт башлаған башҡорт егеттәренә лә кәңәштәре менән ярҙам итергә тырышалар.
Тормоштарын хәрби хеҙмәт менән бәйләүҙәренә һис кенә лә үкенмәй музыканттар. “Яратҡан һөнәр менән илгә хеҙмәт итеү– ир-егет өсөн ғорурлыҡ. Ауыл егеттәре булараҡ, илһөйәрлек рухында тәрбиә алғанбыҙ. Хәрби марш аҫтында берҙәм атлаған һалдаттар матур күрһәткес кенә түгел ул. Берҙәмлек рухы, көс-ҡеүәт, илгә тоғролоҡ, дисциплина һәм тәртип әрме хеҙмәтенән башлана ла инде”, – ти талантлы хәрбиҙәр. Әйткәндәй, хәҙер һалдат ашханаһы үҙенең бай менюһы менән айырылып тора икән. Витаминға бай ризыҡтар, йәшелсә-емеш, һөт аҙыҡтары, ит, балыҡ һәм башҡалар. Аҙнаһына кәбеҫтә ашы – ике, арпа бутҡаһы өс тапҡыр ғына бирелә икән. Ашханала картуф әрсеү бынан 5 – 6 йыл элек үк юҡҡа сыҡҡан.
Ҡыҫҡаһы, донъялар имен, күктәр аяҙ булһын. Ә көслө зат беҙҙе лә, илде лә һаҡлар. Ҡорал менән, моң менән, яратыу менән!
Гөлнур Ҡыуатова

Сығыу ваҡыты 27-02-2017, 18:00 | Ҡаранылар: 340
|
  • Һалдаттарҙың үлеме һағайта
  • Егәрленең ҡулы етәү
  • “Башҡорт йыры”ның йәш таланттары
  • Хәрби хеҙмәткә әҙерһеңме?
  • Ә һин әрмелә хеҙмәт итергә әҙерһеңме?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM