НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Заман технологиялары китапҡа һөйөү уята

Заман технологиялары китапҡа һөйөү уята


Заман технологиялары китапҡа һөйөү уятаСибай гимназия-интернатында мәғлүмәт-китапхана үҙәге эшләй башланы

Нисек кенә булмаһын, уңайлыҡтары менән алдырған заманда йәшәйбеҙ. Ете тау артындағы кеше менән шул секундта уҡ бәйләнешкә инеү йәиһә кәрәкле мәғлүмәтте интернет аша шул уҡ секундта табыу бер ни тормай. Китапханаларҙа ла уҡырға теләгән әҙәбиәтеңде кәштәләрҙән эҙләп йөрөйһө түгел хәҙер. Шулай булмай, компьютер төймәләренә баҫыуың ғына көс – эҙләгәнең мониторҙа пәйҙә була.
Һүҙҙең нимә хаҡында барыуын аңлағанһығыҙҙыр. Яңы мөмкинлектәргә эйә заманса китапхана тураһында әйтеүем. Күптән түгел бындай бәхет Урал аръяғының иң көслө уҡыусыларын туплаған Сибай гимназия-интернатына ла йылмайҙы. Йәғни, белем усағы “2016-2020 йылдарҙа мәғарифты үҫтереү Федераль маҡсатлы программаһы”нда ҡатнашып, Грантҡа лайыҡ булғайны. Был иһә яңы технологиялар ярҙамында уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреүгә һәм дәрестән тыш ваҡыттарын файҙалы уҙғарыуға үҙ өлөшөн индермәй ҡалмаясаҡ.
- Рәсәй мәғариф министрлығы Грантына илдең 200-ҙән ашыу мәктәбе ҡатнашып, шулар араһынан 10 белем учреждениеһы ғына һайлап алынған. Исемлектә беҙҙең дә булыуыбыҙ оло ҡыуаныс, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты гимназия-интернат директоры Роза Бикбова. – Хөкүмәт ярҙамына дәғүә итеү өсөн етди генә бурыстар ҡуйылды. Йәғни, финанслауҙың күпмелер өлөшө республика ҡаҙнаһынан бүленгәнгә күрә, Башҡортостан мәғариф министрлығының хуплауы һәм ярҙамы мотлаҡ ине.
Роза Хаммат ҡыҙы әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыу өсөн тиҙ арала махсус комиссия төҙөлгән. Талаптарға нигеҙләнеп, бар мөмкинлектәр күҙ уңына алынған һәм ошоларға ярашлы программа төҙөлгән. Мәғлүмәт һәм тәжрибә уртаҡлашыу буйынса М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдарының һәм 1-се һанлы Стәрлетамаҡ гимназияһының ярҙамы ҙур булған.
Башланған эш – бөткән эш, тигәндәй, декабрь аҙағында белем усағының икенсе ҡатында мәғлүмәт-китапхана үҙәге асылды. Беренсенән, быға тиклемге китапхана ҡаланың 10-сы мәктәбендә урынлашҡанға күрә, икенсе бинаға йөрөү ауырлыҡ тыуҙыра ине. Икенсенән, үҙәк заманса мультимедия алымдары менән йыһазландырылған. 20-нән ашыу клавиатуралы планшеттар һәм башҡа техника һатып алынған. Кәңәшмәләр залы һәм балаларға ял зонаһы булыуы менән уңайлы. Уҡыу әсбаптары менән ауырлыҡтар булмаһа ла, һуңғы йылдарҙа иһә әҙәби китаптар фонды ярлыланып киткәйне. Программа ярҙамы менән 600-ҙән ашыу энциклопедия, төрлө белешмә йыйынтыҡтар, һүҙлектәр, башҡорт һәм рус телдәрендәге әҙәби китаптар алынған. Шуны әйтеү мөһим: китаптарҙың тематикаһын билдәләү өсөн алдан һорау алыуҙар үткәрелгән.
- Ҡала мәктәптәренең китапханалары менән бер селтәргә тоташып, художестволы әҙәбиәт менән алмашып торасаҡбыҙ, - ти гимназия-интернаттың мәғлүмәт-коммуникация буйынса директор урынбаҫары Айҙар Янышев. – Заманса талаптарға яуап биргән китапханала эшлекле кәңәшмәләр һәм тәрбиәүи темаларға арналған осрашыу-һөйләшеүҙәр уҙғарыу ҡаралған. Шулай уҡ һуңғы ваҡытта ил кимәлендәге онлайн вебинарҙар үткәрә башланыҡ. Быға күптән түгел үткәрелгән юғары тиҙлекле интернеттың булыуы ла ыңғай йоғонто яһай.
Белем усағында үҫеп килеүсе быуынды китапҡа ылыҡтырыу маҡсатында геймификация ысулы ҡуллана башлағандар. Нимә ул тиһегеҙме? Уйын технологияһына ҡоролған китап уҡыу “ярышы” икән. Аныҡлап әйткәндә, һәр уҡыусыға электрон формуляр асыла һәм карта бирелә. Китапты алған һайын йәиһә ошо юҫыҡтағы сараларҙа ҡатнашып, уҡылған әҫәрҙәргә фекерҙәреңде ҡалдырып барһаң – балл ҡуйылып барыла. Хатта, балаһының күпме китап уҡығанын ата-әсәләр ҙә күҙәтеп бара ала. Үҙ-ара “ярыш”тың уҡыусылар араһында сәм уятыуы яҡшыц күренеш.
- Малай-ҡыҙҙарҙың шәхси кабинеты буласаҡ. Үҙҙәренә кәрәкле художестволы әҙәбиәтте өҫтәлдәге планшет йәиһә компьютер төймәләренә баҫып ҡына эҙләй ала, - ти китапханасы-педагог Гөлсинә Нәүширбанова.
Гимназия-интернатта Урал аръяғы район-ҡалаларынан уҡыусылар уҡығанға күрә, ошо төбәктең энциклопедиялары һатып алынған. Тыуған төбәгенең тарихы, арҙаҡлы шәхестәре менән ҡыҙыҡһынған һәр кем килеп шөғөлләнә, үҙенә материалдар туплай ала.
Заман башҡа – заң башҡа, тибеҙ. Шулай булмай, бөгөн ҡулдарына китап тотҡан малай-ҡыҙҙар кәмеп бара, тибеҙ. Ҡыҙғаныс, әммә был өлкәләге эшмәкәрлекте заман технологиялары менән үреп алып барғанда, һөҙөмтәләр булмаҫ инеме? Сибай гимназия-интернаты ҡарашты алға ташлап, ошо юҫыҡта һөҙөмтәле эш алып бара, хеҙмәттәре маҡтауға ғына лайыҡ.
Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.

Сығыу ваҡыты 25-12-2016, 16:26 | Ҡаранылар: 410
|
  • Гимназия-интернат саҡыра
  • Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында яңы спорт-һауыҡтырыу комплексы асылды
  • Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының энциклопедияһы донъя күрәсәк
  • Республиканың көслө, ҡеүәтле белем биреү үҙәге
  • Өс һөйләм менән
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM