НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Күңеле аша йыр-моңдо тойоп...

Күңеле аша йыр-моңдо тойоп...


Күңеле аша йыр-моңдо тойоп...
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы егете Азат Исҡужин йырҙар яҙып, кешеләрҙе матурлыҡҡа әйҙәй

Кешегә үҙе күтәрерлек кенә һынау бирелә, тиҙәр. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы ауыр күреп, бар донъяға ҡул һелтәгәндәр ҙә осрай. Ә кемдер, киреһенсә, һәр һынауҙан сыныға, нығына һәм ошо көслөлөгө менән башҡаларҙа һоҡланыу тойғолары уята.

– Хоҙай Тәғәлә мине был донъяға яралт­ҡан, тик яралтҡан да, күҙҙәремде асырға онотҡан. Эйе, был донъяны күңелем, йөрәгем менән күрәм. Миңә юл кәрәк. Ә иң яҡшы юл – яҡтылыҡҡа ынтылыу. Бөйөк юл – бөйөклөк булдырыу. Яҡшылыҡҡа юл – яҡшылыҡ эшләү. Уяныу юлы – тормошто ҡабул итеү, уятыу. Минең хисле йөрәгем күк ҡабағы кеүек асыҡ. Ул тормоштоң нескә ҡылдарын һәм ҡыңғырауын ишетә. Яҡты донъяның иҫ киткес матурлығын йөрәгем менән тоям һәм моң аша бар донъяға ишеттерәм. Йырҙар, көйҙәр, симфониялар яҙам. Кешелекте алға, матурлыҡҡа әйҙәйем. Быуындарҙы моң аша тоташтырам, – тип яҙа үҙенең эссеһында Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән Азат Исҡужин. Ул үҙенең тыумыштан һуҡыр булыуын Аллаһы Тәғәләнең һынауы тип ҡабул итә һәм шул һынауҙы лайыҡлы үтер өсөн барлыҡ көс-ҡеүәтен һала. Бала саҡта уҡ асылған йырға һәләт тормош юлында һынмаҫҡа, бирешмәҫкә, ә, киреһенсә, күңеленә ятҡан һөнәр һайларға ярҙам иткән. 11 йәшендә, рус телен­дә матурлап аралаша белмәһә лә, Өфө ҡалаһының 28-се махсус мәктәбендә белем алыр өсөн баш ҡалаға юллана. Был йылдарҙа Азатҡа үҙе кеүек үк яҙмышҡа дусар булып та, моң донъяһында үлемһеҙ әҫәрҙәре менән дан ҡаҙанған композитор Салауат Низаметдинов менән танышырға, унда белем алырға насип була (әйткәндәй, йәш егет тик бер генә тапҡыр тормошҡа ҡул һелтәй яҙып ҡуя: уҡытыусыһының мәрхүм булыуын ул бик ауыр кисерә. Бер нисә ай буйы депрессияға бирелеп, йырҙан, уҡыуҙан айырылып тора. Әммә был осраҡта ла артабан йәшәргә, белем алырға, ижад итергә көс таба).
Бөгөн Азат Исҡужин Сибай сәнғәт колледжының 2-се курсында белем ала. Етәкселек тырыш студентты иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай: һуҡырҙарҙы хеҙмәтләндергән уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырып, егет өсөн махсус ҡулланмалар, китаптар алдырта. Уҡытыусыһы Динар Ласынов менән курсташы, дуҫы Илһам Мөхәмәтшинға рәхмәтле ул. Уҡыуҙа ла, ҡалала ойошторолған төрлө мәҙәни сараларға йөрөргә лә, дөйөм ятаҡ тормошо менән йәшәргә лә улар ярҙам итә студент егеткә. Азат Өфөлә үткән саралар­ҙан да ситтә ҡалмай, төрлө фестивалдәргә, конкурстарға саҡырыу яуып ҡына тора. Йор һүҙле талант эйәһе үҙе хаҡында, шаяртып: “Сатан күп йөрөр, һуҡыр күп күрер, тиҙәр. Минең белмәгән, аралашмаған кешем юҡ, сатан булмаһам да, йөрөмәгән ерем ҡалманы”, – ти. Ысынлап та, уны күптәр белә. Үҙе лә һәр дуҫын, туғанын, яҡындан аралашҡан кешеләрен тауышынан танып, белеп тора. Быға тиклем ике тапҡыр осрашҡан кешеһен, һәр тауышты, моңдо бар нескәлектәре менән эләктереп барған “һаҡ ҡолағы” яңылышмай “танытып” тора икән.
Аллаһы Тәғәлә берҙе алһа, урынына икенсене мулдан бирә бит ул. Азат Исҡужин, башҡарыу менән бергә, моңло йырҙар ижад итеүсе булараҡ та танылыу яулай бара. Уның һәр йыры драматизм, һағыш һәм фәлсәфә менән һуғарылған. Йырҙың һүҙҙәре өсөн авторҙар менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Бер һүҙ менән әйткәндә, һуңғы арала йышайып киткән “композиторҙар” кеүек, таҡмаҡҡа тартым өс көнлөк йырҙар менән мауыҡмай. Азаттың талантына билдәле композитор Ләйлә Заһир ҡыҙы Исмәғилева ла юғары баһа биргән: Мәләүез ҡалаһында үҙешмәкәр композиторҙар араһында үткәрелгән Батырғәле Вахитов исемендәге төбәк-ара конкурста Хәйбулла егете лауреат исемен яулай.
Хәйбулла районы мәҙәниәт бүлеге һәр ваҡыт үҙҙәренең талантлы яҡташтары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Уларҙың ижады, тормошо менән ҡыҙыҡһына, төрлө саралар­ға саҡыра, концерттарын ойоштора. 12 майҙа Аҡъяр мәҙәниәт йортонда Азат Исҡужиндың ижадына арналған “Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм” концерты ойошторолдо. Унда егеттең йырҙарын Көньяҡ Урал төбәгенең билдәле йырсылары Иҙел Манишев, Гөлфиә Хәләфетдинова, Динә Аҡназарова, Фәнис Сирбаев, Илһам Мөхәмәтшин башҡарҙы. Ә Азат Исҡужин, үҙенең булдыҡлы йырсы икәнен дәлилләп, халыҡ йырҙарын да, үҙе ижад иткәндәрен дә берҙәй оҫта башҡарҙы. Ике тиҫтәгә яҡын йыр ижад итеүе менән ул шағирҙарға рәхмәтле булыуын йәшермәй. Байрамына берлектә ижад ителгән йыр авторҙарын да саҡыр­ғайны. Күптәргә таныш Фирүзә Абдуллина, Мотал Рәмов, Гөлнур Ҡыуатова, Рәзилә Ырыҫҡужина, Насиб Һаҡмаров үҙҙәренең шиғырҙарына йән өрөүсе Азат Исҡужинға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп сығыш яһаны. Шулай уҡ байрам хужаһын Хәйбулла районы хакимиәте исеменән Фидан Хәкимов, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Эльдар Буранбаев, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ольга Шорохова ла тәбрикләне. Ә Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Нурғәли Кейекбирҙин гармунда, ҡумыҙҙа оҫта уйнаған уҡыусыһына башҡорт халҡының мәшһүр музыка ҡоралы – ҡурай бүләк итте. Тимәк, Азаттың киләһе концертында ҡурай менән дә сығыш яһауы мөмкин. Сөнки уның бер ҡасан да остаздарының ышанысын аҡламай ҡалғаны юҡ.
Мәҡәләмде шағир Насиб Һаҡмаров ижад иткән шиғыр менән тамамлағым килә. Күңел күҙе менән матурлыҡты тойоп, хистәрен йырға һалыусы Азат Исҡужин бөгөн күп йәштәргә өлгө булырлыҡ. Ул рухи яҡтан көслө булыуы менән матур.

Нургөл ШӘРИПОВА.

Сығыу ваҡыты 24-05-2016, 10:21 | Ҡаранылар: 812
|
  • Күңелендә уның моң йәшәне...
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • “Рух” һәм Ирек
  • Хәйбулланың сәхнә биҙәге
  • Йыр-моңдо юлдаш итеп
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM