НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аҡ күңелле ҡара малай

Аҡ күңелле ҡара малай


Аҡ күңелле ҡара малайӘбйәлил районының Байым күп функциялы мәҙәниәт үҙәге директоры Марс Сәйетғәлин – үҙ тормошоноң төп режиссеры

– Эх, Марс, ҡаҙан төбөндәй ҡап-ҡара булмаһаңсы, аҡ ҡына йөҙлө булһаң, әллә ҡайҙа төпкөлдә йәшәмәҫ, Өфө сәхнәләрен бер итеп эшләп йөрөр инең бит, – тип шаяртһам, Әбйәлил районының Байым күп функциялы мәҙәниәт үҙәге директоры юғалып ҡалмай:
– Ҡара булыуым һәйбәт әле ул, ололар әйтмешләй, аҡ тауар арзан, магазин кәштәләре тулып ята, ә ҡара тауар ҡиммәтле, һәр ерҙә табам тимә.
Марс Сәйетғәлин менән һүҙ көрәштереү файҙаһыҙ – үҙеңде баҙарҙа сиғандарға һатып китер. Танылған нәфис һүҙ оҫтаһы бит ул, етмәһә, булмышы менән үтә зирәк, шаян, отҡор. Тыштан ҡара булһам да, эстән ап-аҡ ул мин, тип әйтеүе лә хаҡ. Нескә күңелле, кеше йәнле, изге йөрәкле бер кеше. Әйткәндәй, аҡ булмаһа ла, ҡара малайҙы ҡайҙа ла ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алырға әҙер генә торалар. Сөнки мәҙәниәт, сәнғәт өсөн йәнен фиҙа ҡылған Марс Мөҙәрис улы бик талантлы, уның кеүектәр тураһында, сәхнә өсөн генә тыуған, тиҙәр. Бер уйлаһаң, Марстың Башҡор­тостанда эшләүенә һөйөнөргә генә кәрәк, кино-театр артисы булып китһә, тыуған төбәгенә ҡайтырға ваҡыты ла, форсаты ла ҡалмаҫ, беҙ уны телевизорҙан ғына танып белер инек. Сөнки әле Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумында уҡып йөрөгәнендә, Мәскәү­ҙән Б. Щукин исемендәге театр институтынан ҡабул итеү комиссияһы килә. Иң танылған уҡыу йорттарының береһенә инер өсөн алтмышлаған кеше үҙ бәхетен һынарға йөрьәт итә. Улар араһында Марс та була. Башҡортса теле телгә йоҡмаһа ла, урыҫсаһы бик үк шәптән түгеллеген яҡшы белә, шулай ҙа бар батырлығын йыйып, комиссия ағзалары алдына килеп баҫа. Илһамланып И. Крыловтың "Төлкө һәм ҡарға" мәҫәлен яттан һөйләй генә башлағас, уны баһалама рәйесе туҡтата: "Бәлки, үҙегеҙҙең телдә берәй нәмә һөйләрһегеҙ?!"
– Минең акцентты күтәрә алмай, тәүҙән үк туҡтатҡас, хәҙер, хуш, тип әйтәләр инде, тип, бер аҙ кәйеф төшкәйне, башҡортса һүҙ биргәс, яңынан дәртләнеп, башҡа килгән беренсе көләмәсте уларға бәйән итергә тотондом, – тип һөйләй Марс. – Телде аңламаһалар ҙа, миңә ҡарап һындары ҡатып көләләр. Көләмәсте һөйләп бөткәс, сығып киттем. Күп тә үтмәне, мине тағы саҡыралар бит. Береһенән-береһе һылыу, һомғол егет-ҡыҙҙар­ҙың барыһы ла аптырап, мине комиссия янына оҙатты, йәнәһе лә, нимә тапҡандар был ҡара малайҙа. Ҡабаттан инеп, икенсе көләмәсте һөйләп, тағы көлдөрөп сыҡтым. Инде өсөнсөһөнә инергә ҡушҡас, һине мотлаҡ алалар, тип күптәрҙең танауы төштө. Әйтмәксе лә, алты кешегә генә, шул иҫәптән миңә лә, саҡырыу ҡағыҙы тотторҙолар. Һиндә Никулиндың ҡаны бар бит, тиеште баһалама ағзалары.
Башҡа берәү ундай саҡырыуҙы алғас, юлына таш яуһа ла, Мәскәүгә йәйәүләп сабыр ине. Ләкин Марс бармай. Юлына таш яуыу түгел, хатта ямғыр ҙа һибәләп үтмәй, ни бары тамағын тыя алмай, эсеп ятып ҡала... Ул заманда аҙналар буйы эскән егетте ауылдашы, Байым ауыл клубы директоры Римма Таһирова һаҙлыҡҡа батыуҙан йолоп ала. Марсҡа ғына түгел, башҡа егеттәргә лә яман сирҙән ҡотолорға ярҙам иткән Римма апайҙан, нишләп һеҙ шул быуын­һыҙҙар менән ҡаңғыра­һығыҙ, тип һорағас, ул, тәү сиратта Марс менән Вәлитте күҙ уңында тотоп, алмашҡа үҫтерәм уларҙы үҙемә, бына күрерһегеҙ, киләсәктә ауылды гөрләтәсәктәр, тигәйне. Ысынлап шулай килеп сыҡты: хәҙер Вәлит Мөхәмәтғәлин Рәхмәт ауылы клубында янып-ярһып эшләһә, Марс Байымды күтәрә. "Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы" исемен яу­лаған Байым күп функциялы мәҙәниәт үҙәге 2015 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса тағы еңеүсе тип танылды, Марс Мөҙәрис улы иһә "БР-ҙың иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе" дипломы менән бүләкләнде. Ҡасандыр шаярып-шашыу­ҙан башҡаны белмәгән кинйә иркә малай, Мәүлиҙә менән Мөҙәристең туғыҙынсы балаһы, сәхнә күрке булырмын, тип хыялланған тиһегеҙме? Атаһы һымаҡ тракторсыға уҡып сығырға ниәтләгән ул. Ләкин та­лантлы Гөлсинә апаһы уны сәнғәткә ылыҡтыра. Йәнекәй ауылы клубы мөдире вазифаһын бар күңелен һалып атҡарған Гөлсинә кескәйҙән матурлыҡҡа, сәнғәткә ғашиҡ кеше була. Шуға ҡустыһындағы һәләт остоҡтарын да күрмәй ҡалмағандыр. Үлемесле сир менән яғалашып, һуңғы көндәрен йәшәгәндә лә ҡустыһының киләсәген хәстәрләргә ашыҡҡан.
– Гөлсинә апайымдың хәлен белешергә барғас, анау ойоҡто ал әле, ти. Ҡараһам, ойоҡ эсендә ике мең һум аҡса. Апайым, көсһөҙ генә йылмайып, уҡырға ингәнеңде белгәс, йыйғайным, ал, ҡустым, тырышып уҡы, тине, – Марстың күҙҙәренә йәш төйөлә. – Йәл, ғүмере иртә өҙөлдө... Гармунсы Рузилә апайым да үтә йәшләй арабыҙҙан китеп барҙы. Мал табибы булып эшләп йөрөгән Фәнис ағайымды үлтереп киттеләр. Бер-бер артлы әсәйемде, Гөлсинә апайымды, Фәнис ағайымды юғалтыу ҡайғыһы ныҡ бәкәлгә һуҡты. Әлдә апайҙарым юғалырға ирек бирмәне, бар яҡлап терәк булдылар, ярҙамдарынан һаманғаса ташламайҙар. Иң өлкән Сәфинә апайым Яңауыл ра­йонында йәшәй, Нәсимә апай – Иваново ҡалаһында, Клара апай, әсәй­ҙе, Гөлсинә апайҙы тәрбиәләргә тип, Өфөнән ҡайтты ла, ауылда тороп ҡалды. Әлфирә апай Өфөлә төпләнде, Венера апай Рәхмәт мәктәбендә балалар уҡыта. Апайҙарыма ысын күңелдән рәхмәтлемен. Улар ҙа йыр-моңға ғашиҡ кешеләр, сөнки токта слесарь-моторист булып эшләгән атайыбыҙ ҡурайҙан айырылманы. Әсәйебеҙҙең, йәш саҡтарын иҫләп: "Атайығыҙ ап-айыҡ килеш, сәй эскәс, һикереп килеп тора ла, һыҙғырып бейергә керешә лә китә торғайны. Ә мин уның шулай бейегәненән оялып, ҡыҙарып ултырам", – тип һөйләгәне хәтерҙә. Атайымды гел дә эшенән һағынып көтөп алдым, сөнки ул ҡайта ла, кеҫәһенән "ҡуян күстәнәсе" сығара. Ҡуҙғалаҡ япрағы булһынмы, еләк тәлгәше булһынмы, бер ус борсаҡ булһынмы – "ҡуян күстәнәсе" шундай тәм­ле ине! Мин генә түгел, ҡаҡылдашып, баҡылдашып, ҡаҙ-өй­рәктәр ҙә атайымды ҡаршы алырға сыға – уларға калушҡа эләгеп ҡайтҡан бойҙай эләгә... Үкенескә күрә, ҡурайға ла, гармунға ла ынтылыш тыуманы. Минең төп музыка ҡоралы – тел.
Йәш сағында Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай филармонияларында эшләп өлгөргән Марс, Учалы менән Өфө филармонияһы ғына минән мәхрүм тороп ҡалды, тип шаяртып йөрөгәнендә, бер ваҡыт саҡ баш ҡалабыҙға эшкә эләкмәй бит әле ул. Сираттағы тамашанан һуң Марстың һәләтенә хайран ҡалған Өфө филармонияһы директоры, әйҙә, уны эшкә алайыҡ, тип дәртләнә: "Бүлмә табасаҡбыҙ! Өйләнгәнме?" Ыңғай яуап ишеткәс: "Уныһы шәп, – тип ҡыуана. – Балалары барҙыр?" "Бар, бишәү, дүрт ҡыҙ ҙа бер малай", – тигәс, балалары ул ҡәҙәрем күп булғас, ҡуй, кәрәкмәй, тип ҡул һелтәй. Марс менән Лениза Сәйетғәлин­дарҙың татыу ғаиләһе һуңғы йылдар­ҙа тағы ишәйгән – ейән менән ейәнсәрҙәре тыуған. Беҙ бәхетле олатай менән өләсәй, атай һәм әсәй, тип ауыҙ йыра Марс: "Сәнғәт академияһында режиссура бүлегенең дүртенсе курсында уҡып йөрөгәндә, эш ныҡ күбәйеп китте лә, ҡышҡы сессияға бара алмағайным, мине ҡыуҙылар ҙа ҡуйҙылар, шуға яңынан уҡырға инеп, бәләкәс ҡыҙым-улым менән бергә уҡып бөтөрмөн әле, тим". Бик тә булмаһа, ейән-ейәнсәрҙәре менән булһа ла уҡып, юғары белем алыр ул Марс. Режиссерға уҡырға һис бер ҡасан һуң түгел, буғай. Иң мөһиме, ул үҙенең тормошоноң төп режиссеры булып ҡала, яҙмышы дилбегәһен ҡулында ҡайырып тота. Шулай булырға тейеш ине лә, мәрхүмә Римма Вәли ҡыҙы кешеләрҙә һис ҡасан яңылышманы.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 21-04-2016, 12:09 | Ҡаранылар: 1112
|
  • Үҙ һүҙле Марс һәм талапсан Салауат Итбаевтар йәки Улын кеше итер өсөн Салауат ағай нисә тапҡыр ҡулына сыбыртҡы алған?
  • Урал батыр рухы һаҡлай, яҡлай башҡортон
  • «Илап ятҡан балабыҙ юҡ, иркенләп йырлаһаҡ та була!»
  • МӘСКӘҮ УНЫҢ КҮҘ ЙӘШТӘРЕН КҮРМӘГӘН
  • 35 йыл һаулыҡ һағында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM