НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » “Әсә” кинофильмының йәш геройҙары Йылайырҙа йәшәй

“Әсә” кинофильмының йәш геройҙары Йылайырҙа йәшәй


“Әсә” кинофильмының йәш геройҙары Йылайырҙа йәшәйАта-әсә өлгөһө –тәрбиә нигеҙе
Такаловтар Йылайыр районында ғына түгел, ә республикала ла киң билдәле ғаилә. Ғаилә башлығы Илфат Ильяс улы һөнәре буйынса юрист, Рәсәй һаҡлыҡ банкының төбәк филиалын етәкләй. Район үҙәге һайлаусылары был абруйлы етәксе, өлгөлө ғаилә башлығы һәм яҡташтары өсөн ихтирамлы ир-азаматты бер нисә саҡырылыш рәттән, Йылайыр ауыл советына депутат итеп һайлай. 20 йыл элек үҙенә тормош юлдашы итеп һайлаған Айгөл Фәрит ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, бер аҙ уҡытыусы булып эшләп ала, хәҙер район ЗАГС бүлегендә баш белгес вазифаһын башҡара.
Татыу Такаловтар ғаиләһендә дүрт бала мәҙәниәт һәм спорт культы тәрбиәһендә үҫә. Илфат Ильяс улы заманында республикала ғына түгел, ә ил күләмендә бокс буйынса үткәрелгән ярыштарҙа көслө спортсы булып таныла: 1989 йылда уға Ленинград өлкәһендә йәш бокссылар араһында уҙғарылған ил чемпионатында Башҡортостан намыҫын яҡларға һәм был ярыштың алтын миҙалын яуларға насип була. Хәҙер ҙә Илфат Ильяс улы районда үткәрелеп килгән хоккей, футбол, волейбол, баскетбол, саңғы ярыштарында даими ҡатнаша. Ә Айгөл Фәрит ҡыҙы инде районда бейеү оҫтаһы булараҡ дан ҡаҙанған. Бала саҡта ата-әсәһе, билдәле бейеүселәр Сәлимә менән Фәрит Яманғоловтар менән сәхнәгә аяҡ баҫҡан ҡыҙ һуңынан район, республика бәйгеләрендә бер-бер артлы призлы урындар яулай.
Ата-әсәһе өлгөһөндә матур тәрбиә алған кесе Такаловтар ҙа хәҙер район ғорурлығы булып китте – сәхнәлә лә, спорт майҙанында ла алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Өлкән улдары Алмас, Йылайыр мәктәбендә уҡыған йылдарында уҡ “Байыҡ” республика балалар бейеү конкурсында еңеү яулап, Мәскәүгә төп Яңы йыл шыршыһы байрамына барып ҡайтҡайны. Һуңынан ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыны, ә бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты. Был уҡыу йортонда ла талантлы егет бейеү ансамбленең алмаш­тыр­ғыһыҙ солисы булараҡ сәхнәнән төшмәй. Спорт сараларының да уртаһында ҡайнай.
Бөгөн Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр башҡорт гимназияһының 8-се класында уҡыусы игеҙәктәр Айгиз менән Нургиз – район данын Башҡортостан сиктәренән дә юғары күтәргән көслө спортсылар. Икәүһе лә кикбоксинг буйынса бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яуланы. Хатта улар Анапа ҡалаһында үткәрелгән халыҡ-ара беренселектә лә үҙ көсөн һынап ҡараны. Ә республикала, төбәк-ара ярыштарҙағы еңеүҙәре бихисап. Уҡыуҙан, спорт сараларынан тыш, буш ваҡыттарында Айгиз менән Нургиз район музыка мәктәбе янындағы балалар бейеү ансамблендә сығыш яһай, ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп алдылар, хоккей, футбол уйнарға яраталар. Спорт, мәҙәниәт менән мауығыу малайҙарға уҡыуҙа ла ыңғай тәьҫир итә: яҡшы билдәләргә генә өлгәшәләр. Бөтә яҡтан өлгөр, тырыш, һәләтле игеҙәк Такаловтар былтыр кино сәнғәтендә дебют яһаны – режиссер Айнур Асҡаровтың ҡыҫҡа метражлы “Әсә” фильмында төп ролдәрҙе башҡарҙылар.
Ғаиләнең сағыу биҙәге булған 5 йәшлек төпсөк ҡыҙ Рушана әле балалар баҡсаһына йөрөй. Ул да, сәхнәгә сығып, бейергә, йыр­лар­ға ярата, Өфө тамашасылары алдында сығыш яһарға ла өлгөрҙө.
Такаловтарҙың ғаилә ансамбле былтырғы “Ба­йыҡ” республика кон­курсында беренсе урын алды, ә 2007 йылда улар “Йәш ғаилә” республика бәйгеһендә гран-при алғайны һәм был ҡаҙаныштары өсөн ғаилә башлығы Илфат Ильяс улына Мәскәүҙә Кремлдең съездар һарайында ил Президенты һәм Хөкүмәт Рәйесе ҡатнашлығында үткәрелгән Ғаилә йылын асыу тантанаһында ҡатнашыу бәхете тейҙе.

“Киноға төшөү – етди тормош дәресе”
Башҡортса киноға төшөрөү өсөн игеҙәк малайҙар кәрәк, тигән иғланды ишеткәс, Такаловтар был сарала ла үҙ көстәрен һынап ҡарарға була. Тәүге һайлап алыу турын Сибай ҡалаһында уңышлы үтеп, Айгиз менән Нургиз баш ҡалалағы икенсе бик ауыр тур һынауҙарын да юғары кимәлдә башҡарып сыға. Күп тә үтмәй, физик яҡтан көслө, сыҙамлы, мәҙәни һәләткә эйә булған малайҙарҙы кино төшөрөү урынына – Бөрйән районына саҡыралар. Игеҙәктәрҙең ҡартатаһы һәм ҡартәсәһе Ильяс Исмәғил улы менән Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙы үҙ машинаһында уларҙы тәғәйен ергә алып барып еткереп, ижади коллективҡа тапшыра.
– Беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар, – тип хәтерләй бөгөн Айгиз менән Нургиз. – Апай-ағайҙар менән танышып, бер ғаилә булып, тәбиғәт ҡуйынында бер нисә аҙна йәшәнек, эшләнек. Һәр береһе беҙҙе үҙ балалары кеүек ҡурсалап, яратып ҡына алып йөрөнө, ә эш барышында талапсан да булдылар. Ҡайһы бер күренештәрҙе төшөрөү өсөн иртә таңдан торғоҙоп урманға алып китәләр ине. Бер үк сюжетты йыш ҡына бер нисә тапҡыр төшөрәләр, ялҡытып киткән саҡтар ҙа булды. Әммә сыҙамлыҡ, түҙемлек менән бар ауырлыҡтар­ҙы еңеп сығырға тырыштыҡ. Режиссер ағайыбыҙ Айнур Асҡаров, әсә ролендә уйнаған Юлиә апай Ғәлиуллина, “ҡартатайыбыҙ” Азат ағай Йыһаншин беҙҙең иң яҡын оло дуҫтарыбыҙ булып китте. Әле лә улар менән бәйләнеш тотабыҙ. Ул көндәрҙе һағынып, яҡты хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ.
“Әсә” кинофильмын төшөрөү Бөрйән райо­нында ғына тамамланманы, ижади төркөм Нуриман районында ла күп эшләне. Айгиз менән Нургиз был еңел булмаған, мәшәҡәтле кино сәнғәтендә уларға атайҙарса ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ ағай-апайҙарға сикһеҙ рәхмәтле.

Фильм прокатҡа сыҡҡас, уны ҙур экранда республиканың бик күп ҡала-ауылында күрһәттеләр, тамашасылар уның менән “зәңгәр экран” аша ла танышты.
“Саҡ менән Суҡ” исемле халыҡ риүәйәтенә нигеҙләнгән был фильмдың премьераһы Йылайыр районының байтаҡ мәҙәниәт усағында ла үтте. Һәр ерҙә кинофильмды күрһәтер алдынан режиссер Айнур Асҡаров тамашасылар алдында сығыш яһаны, Айгиз менән Нургизгә лә яҡташтары күп һорау бирҙе.
– Иң иҫтә ҡалғаны: кинола илар­ға мәжбүр итәләр. Тота килеп илап булмай ҙа ҡуя, – тип көлөп иҫкә алды бер осрашыуҙа игеҙәктәр. – Күҙ ҡабаҡтарына бальзамлы май һөртөгөҙ – күҙ йәше үҙенән-үҙе сығасаҡ, тип өйрәттеләр. Беҙ ул майҙы мул ҡулланғанбыҙ, һөҙөмтәлә бик оҙаҡ күҙҙе аса алмай ыҙаландыҡ, ысынлап иларға тура килде. Ә фильмды төшөрөү барышында нисә көҙгө ярылды, нисә мендәр туҙҙырылды – иҫәп-хисабы юҡ... Нисек кенә булмаһын, киноға төшөү беҙҙең тормошобоҙҙа онотолмаҫлыҡ ҙур ваҡиға, тормош дәресе булып күңелебеҙҙә ҡалды.
Өфөлә үткәрелгән башҡорт фильмдары фестивале барған көндәрҙә, “Әсә” киноһын ҡарағандан һуң, Такаловтар янына Америкала йәшәүсе донъя кимәлендә ҙур танылыу алған игеҙәк бокссы милләттәштәребеҙ Хәбир менән Сабир Сөләймәновтар килә һәм уларҙы ижади уңыштары менән ҡотлап, үҙҙәренең “Башгизхан” китабын бүләк итә. Һүҙ аҙағында улар киләсәктә үҙҙәренең спорттағы ҡаҙаныштары тураһында кинофильм төшөрөргә уйлауҙары һәм Айгиз менән Нургизды шул фильмда төп ролдәрҙә күргеләре килеүен белдерәләр. Тәҡдимгә йәш кино артистары ыңғай яуап бирҙе. Тимәк, үрләйһе үрҙәр алда әле.

Ғүмәр ЮЛДЫБАЕВ.
Йылайыр районы.

“Әсә” кинофильмының йәш геройҙары Йылайырҙа йәшәй
“Әсә” кинофильмының йәш геройҙары Йылайырҙа йәшәй

Сығыу ваҡыты 12-04-2016, 12:41 | Ҡаранылар: 641
|
  • Әсә бәхете
  • Режиссер ҙа ул, йырсы ла, бейеүсе лә
  • Бик лайыҡ кандидат
  • Беҙҙә лайыҡлы бокссылар үҫә
  • Дан ғаиләләр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM