RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

12.09.2015 Сәләм, студент!

Быйылғы йәйҙең һыуыҡ көндәрен әрләһәк тә, һыу инә алмаған­ға зарлан­һаҡ та, йәй йәй инде ул. Бар тәбиғәт йәшеллеккә күмелде, еләк-емеш уңды, бесән сабылды. Мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа ял итеп, йыл дауамына етерлек көс-ҡеүәт тупланы, эшләгәндәр кеҫәләрен ҡалынайтты. Сығарылыш кластары уҡыусылары төрлө уҡыу йорттарын барланы, киләсәк һөнәре хаҡында уйланды.


Сәләм, студент!Сәләм, студент!Һәм бына алтын миҙгелгә лә аяҡ баҫтыҡ. Көҙ башланыуын кө­мөш сыңдар менән йырлаған ҡыңғырау тауышы ла иҫкә төшөр­ҙө. Яңы уҡыу йылы белем усаҡтарына уҡыу­сылар менән студенттарҙы саҡырҙы. Кисәге мәктәп уҡыу­сылары бөгөн юғары йәки махсус урта белем биреү йорттарының ишеген асты. Башҡортостандың төрлө уҡыу йорттары быйыл 11 меңдән ашыу студентты тәүге курсҡа ҡабул итте. 1 сентябрҙә һәр уҡыу йорто үҙ эшен тантаналы йыйылыш менән башлап ебәр­ҙе. Ә төштән һуң йәштәр Өфө ҡалаһының Салауат Юлаев майҙанында үткән “Сту­денттар парады”на ашыҡты. Ҡаланың 11 юғары уҡыу йортонан 8 меңгә яҡын I курс студенты ҡатнашты унда.
Студент булыу бәхетен кисергән йәштәрҙе респуб­лика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе:
– Иң яҡшы уҡыусылар юғары уҡыу йорттарына уҡыр­ға инде. Сит ҡалалар­ҙы түгел, ә үҙебеҙҙең республиканы һайланылар. Бында уҡыясаҡтар һәм эшләйәсәктәр. Һеҙ беҙгә кәрәк. Күпмелер ваҡыттан һуң беҙгә, өлкән быуынға, алмашҡа киләсәкһегеҙ, юлыбыҙҙы дауам итәсәкһегеҙ. Бөтәгеҙгә лә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтыр­ғыс асыштар, ысын дуҫтар теләйем.
Студенттар, үҙ сиратында, Рөстәм Хәмитовҡа юғары уҡыу йорттарының лозунгы яҙылған гитара бүләк итте. Республика Башлығы сәхнәлә шаян йыр башҡарҙы.
Сәләм, студент!Сәләм, студент!Ә көн кискә ауышыуға йәштәрҙе тағы ла бер оло байрам көтә ине: Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” каналы Өфө ҡалаһының Киров райо­ны хакимиәте менән берлектә студенттар өсөн махсус шоу-тамаша ҡуйҙы. Әйткән­дәй, “Сәләм, студент” байрамын 12-се йыл рәттән ойоштора улар. Рәил Өмөт­баев, Хәсән Ус­манов, Фирүзә Париж, Ришат Төх­вә­туллин, Рөс­тәм Ғиз­зә­туллин ке­үек бө­тә быуын­дар­ҙың да яратҡан йырсылары менән бергә, йәш йырсылар Таһир Әсә­ҙуллин, Айгөл Әми­нева, Ғайсар Миңле­ғолов һәм башҡалар ҡатнашты. Үҙ тиҫтерҙәренә йырлы-моңло сәләм еткереүсе талантлы студенттар Айгөл Муллагилдина, Гөлназ Асаева, Йәмил Баймырҙин, Илнур Рамаҙанов сәхнәгә сыҡҡан саҡта курсташтары уларҙы көслө алҡыштарға күмде. Дүрт сәғәт буйы барған тамашала, йыр-бейеүҙән тыш, тамашасылар отҡорлоҡта, сослоҡта, оҫталыҡта көс һынашып, бү­ләк­тәр отто. Берәүҙәр киноға билет, икенселәр “Юлдаш” логотибы төшөрөлгән көрөшкә йәки уҡыу кәрәк-яраҡтары алып ҡыуанһа, иң оҫта бейеүселәр тип табылған Урал исемле егет менән Наҙгөл исемле һылыу ҡыҙ “Урал батыр” туроператорынан сертификат алды.
Байрам тамашаһын, май­ҙандағы халыҡтан тыш, республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә түҙем­һеҙләнеп көттө: радио тыңлаусылар араһында “Юлдаш” каналы бүләккә велосипед уйнатты. Ул Ғафури тарафтарына юлланды, Әлиә Рәшитова исемле радио тыңлаусы тап ошо райондың Имәндәш ауылында йәшәй булып сыҡты. 1 сентябрь – Белем көнө уны иҫтәлекле бүләк менән һөйөндөрҙө.
Дәртле йырҙар, шаярыуҙар менән барған тамаша, оҙайлы ялдан һуң дуҫтары менән һағынып күрешеүҙәр студенттарға йыл дауамына белем алырға етерлек көс-ҡеүәт, дарман биргәндер. Майҙанда йыйылған халыҡтың йөҙөндә шат йылмайыу балҡый ине!

Нургөл ШӘРИПОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.


Фәниә ХӘЛИТОВА, Асҡын районы, БДУ-ның 1-се курс студенты:

– Бөгөнгө байрамдан һуң тап Өфө ҡалаһына уҡырға килеүемә шатмын. Ҙур ҡалала мөмкинлектәр ҙур, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Баш ҡала тәүге көндән үк беҙҙе шау-шыулы тормошо, дәртле йырҙары менән ҡаршы алды һәм ошо темп менән алты йыл да һә тигәнсе үтеп китер, тип ышанам.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы