НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йөрәгемде һеҙгә бүләк итәм!

Йөрәгемде һеҙгә бүләк итәм!


Йөрәгемде һеҙгә  бүләк итәм!Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаров – үҙе эшләгән Сибай концерт-театр берләшмәһендә һәм Сибай ҡалаһында ғына түгел, тотош республикабыҙ сәнғәт һөйөүселәренә яҡшы таныш шәхес. Уның тыумыштан бирелгән таланты, күңел түренән урғылған аһәңле моңо күптәрҙе әсир итә һәм үҙенә арбай.
… Буласаҡ йырсы иҫ китмәле хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Яуымбай ауылында буй еткерә. Ике малай һәм ике ҡыҙ үҫә улар ата йортонда. Баязит атаһы Рәмзи ағай мәрхүмдең күкрәк тултырып һуҙған “Һандуғас”, “Илсе Ғайса”, “Раушаниям, бәғерем” һ.б. йырҙарын бар күңеле менән үҙ итеп, әҫәрләнеп тыңларға ярата. Әммә уны милләтебеҙ ғорурлығы, башҡорттоң айырылмаҫ моңдашы булған ҡурай нығыраҡ әсир итә. Шуғалыр ҙа бәләкәйҙән үҙен ҡурайсы итеп күҙ алдына килтерә. Айырым бер дәрт һәм илһам менән боронғо ҡоралда уйнаған малай мәктәп һәм район конкурстарында призлы урындар яулай, үҙенең уңыштарынан ҡанатлана. Әле башланғыс синыфтарҙа ғына уҡып йөрөгән һәм бейеүсе булараҡ танылып өлгөргән малайҙың был һәләтен ата-әсәһе һәм уҡытыусылары ла хуплай. Ә урта синыфтарҙа инде һәләтле үҫмер үҙен йырсы булараҡ та таныта.
Баязит йыр менән тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан көнөн кисә генә булған кеүек хәтерләй: ауыл клубында 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ҙур концерт бара. Ул ғүмерендә беренсе мәртәбә йыр башҡара. Ҙур тулҡынланыу менән йырлай башлаған үҫмер беренсе куплеттан һуң, артабанғы һүҙҙәрен онотоп, ҡаушап ҡала һәм сәхнәнән сығып китергә мәжбүр була. Ә клуб тулы халыҡ гөж килеп ҡул саба, уның яңынан сәхнәгә сығыуын һорай.
Бөгөнгө тамашасыларҙың үтә лә талапсан, аңлы һәм һиҙгер булыуын иҫтә тотоп, Баязит һәр сығышына ентекле әҙерләнә, башҡараһы йырҙарын ныҡлап өйрәнә. Буш ваҡытын һис кенә лә әрәмгә үткәрмәй: йә фортепиано артына ултырып, тауышын көйләй, йә булмаһа, бергә эшләгән иптәштәре менән шаярып ҡына, уйнайһы ролен шымарта. Шуғалыр ҙа инде сәхнәлә артист үҙен иркен һәм тәбиғи тота. Тамашасыһы уның йыр-моңон тыңлап ҡына түгел, ә рухи аҙыҡ, күңеленә ял, илһам алып ҡайтһын өсөн тырыша талантлы йырсы. Ана шул ябайлығы, дан өсөн түгел, нәҡ ябай тамашасы өсөн эшләүе менән дә арбай ул кешеләрҙе. Һәр йырҙы үҙ итеп, яратып башҡарыу бар йырсыға ла хас түгел. Баязит Байназаров халыҡ йырҙарын да, күптән онотолған йырҙарҙы ла, бөгөнгө эстрада әҫәрҙәрен дә берҙәй оҫталыҡ һәм ихласлыҡ менән сәхнәгә алып сыға.
Репертуарын тулыландырған ваҡытта Баязит иң элек йырҙарҙың йөкмәткеһенә, көйөнә иғтибар итә. Сөнки сифатһыҙ йырҙар­ҙың милли сәнғәтебеҙҙең бәҫен, йырсылар­ҙың абруйын төшөрөүен бик яҡшы тоя. Үҙенсәлекле тауышлы йәш йырсыларҙың ике-өс һүҙҙе ҡабатлай-ҡабатлай сәхнә буйлап йүгереүен ваҡытлыса дан артынан сабыуға тиңләй. Ысын моң һәм йыр менән ваҡытлыса ғына булғандарын ваҡытында айырырға өйрән­һен ине ундай­ҙар, ти хәҙер инде ярайһы ғына тәжрибә туплаған профессиональ йырсы. Уның был һүҙҙәрен “аҡыллыға ишара” тип уйларға кәрәктер…
Республикабыҙҙа танылыу алған, тамашасылар араһында ихтирам ҡаҙан­ған йырсы – башҡаларға өлгө булырҙай абруйлы ғаилә башлығы ла. Үҙе янында Сибай концерт-театр берләшмәһендә эшләгән ҡатыны Гөлнара Исмәғил ҡыҙы менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Балаларының икеһе лә ҡала мәктәптәрендә белем алып йөрөй. Ә Байназаровтарҙың иркен фатирында һәр кемгә ишек асыҡ – иҫәп­һеҙ-һанһыҙ туғандары ла, дуҫтары ла, бергә эшләгән иптәштәре лә уларҙа берҙәй ҡәҙерле ҡунаҡ.
Әлеге ваҡытта Баязит Байназаров үҙенең юбилей концертына әҙерлек эштәре менән мәшғүл. Моңло Бөрйән егетенә сәхнәлә яңы үрҙәр насип булыуын теләйек!

Мотал РӘМОВ.
Сибай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 3-07-2015, 09:08 | Ҡаранылар: 530
|
  • Моңдар ҡайтты ауылға
  • “Башҡорт йыры”ның йәш таланттары
  • Филүс ҡабыҙған уттар
  • Рухы һәм ижады халыҡ күңелендә йәшәй
  • Йырлы сәфәргә саҡыра Искәндәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM