НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алынды

Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алынды


Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алындыДүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алындыКемдәр генә үҙ ғүмерендә, айырыуса йәшлек мәлендә гитара сиртеп, йырҙар йырлап ултырырға хыялланманы икән?! Төнгө усаҡ, дуҫтар һәм, әлбиттә, дәртле лә, һағышлы ла йырҙар... Был хыялдарҙы тормошҡа ашырып, дүртенсе йыл рәттән “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале ойошторола. Йылдан-йыл үҙ офоҡтарын киңәйткән, сәнғәт тарихына яңы исемдәр асҡан бәйге башҡорт йәштәре араһында айырым бер хәрәкәткә әйләнде.

Конкурстың ете ай дауамында барған тәүге турында 16 йәштән өлкән 46 йырсы ҡатнашты. “Бәйләнештә” сайтында теркәлгән конкурстың махсус төркөмөнә ҡуйылған видеояҙмалар менән һәр кем таныша алды. Йырсы музыканттар араһында үҙҙәре ижад иткән автор-башҡарыусыларҙың күплеге ҡатнашыусыларҙың талантлы һәм ҡабатланмаҫ булыуын дәлилләй. Ойоштороусылар һәм баһалама ағзалары 100-ҙән ашыу видеояҙманы ҡарап, фестивалдең финалына “иң-иң“ 25 ҡатнашыусыны һайлап алды. Әйткәндәй, жюри составы ла быйыл үҙенең төрлөлөгө һәм ҙур исемдәр булыуы менән шаҡ ҡатырҙы. Кинорежиссер Айнур Асҡаров, эстрада йырсыһы Заһит Ҡунафин, “Шау-шоу” продюсер үҙәгенән Заһир Ҡотлосурин, Өфө ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте комитетынан Лидия Танатова (әйткәндәй, ул үҙе лә “Ҡош юлы”нда ҡанат нығытҡан) һәм башҡалар…

Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алындыДүртенсе йыл рәттән үткәрелгән конкурстың финалына 46 йырсы- башҡарыусының “иң-иң“ 25-е һайлап алындыthumb=left]http://www.ye02.ru/uploads/posts/2015-06/1434708711_lgjecnhcrre.jpg[/thumb]12 июндә барлыҡ ҡатнашыусылар, бард сәнғәтен үҙ итеүселәр, көйәрмәндәр һәм һөйәрмәндәр, ҡыҙыҡһыныусылар Ейәнсура районына, фестиваль үтәсәк Ҡыҙылташ яланына йыйылды. Өс көн дауамында барған сара программаһы килеүселәргә үҙ-ара танышырға, дуҫлашырға, аралашырға, оҫталыҡ дәрестәре алыр­ға мөмкинлектәр булдырып төҙөлгәйне. Төнгө усаҡ янында “Күңел йылыһы” танышыу кисәһе үткәрелеп, спорт һөйөүселәр өсөн волейбол, футбол ярыштары ойошторолдо. “Сыс­ҡанһыҙ йәй” шаян акцияһында ҡатнашырға теләк белдереүселәр ҙә байтаҡ ине. Ә күңелле дискотека менән оҙатылып барған “Ергә йәйғор ҡолағанда” төҫтәр һабантуйы йәштәрҙе бер урынға тупланы. “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, күренекле шағир һәм прозаик Мөнир Ҡунафин етәкселегендә йәш шағирҙар өсөн “түңәрәк өҫтәл“ үтте. Гитараны ҡулдарына күптән түгел генә алыусылар өсөн Илгиз Муллағәлләмов оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.

Үткән йылдарҙа фестиваль башҡорт эстрадаһының арабыҙҙан иртә киткән билдәле автор-башҡарыусылары Дим Ҡо­ләхмәтов, Ғәзинур Бик­тимеровтың яҡты иҫтәлегенә бағышланһа, быйыл ул фажиғәле вафат булған шағир Ғилман Ишкининдың тыуыуына 50 йыл тулыу­ға арналды. Сараның төп өлөшө уның һүҙҙәренә ижад ителгән “Һанамағыҙ киткән торналарҙы” йыры менән асылды. Алып барыусылар Радик Ғиззәтов менән Фидан Ҡол­мө­хәмәтов урынлы шаяр­тыуҙар, еңелсә юмор менән һәр ҡатнашыусыны сәхнәгә әйҙәне. Бардтарҙың йырҙары йәш шағирҙарҙың сы­ғыштары менән үрелеп барҙы.

25 конкурсант араһынан “иң-иң”дәр һайланып, сәхнәгә саҡырылды. Төрлө номинацияларҙа билдәләнеүсе автор-башҡарыу­сылар Рафаэль Ғәйнуллин (“Тамаша­сы һөйөүе”), Артур Кәбиров (“Вокал”), Миңзәлә Яхина (“Рухлы йыр”) һәм Револь Ғима­ловҡа (“Гитара оҫтаһы”) фестивалдең символы – көмөш гитара тапшырылды. Ә “Ҡош юлы – 2015” фестиваленең алтын гитараһын Тимур Ямалов яуланы. Уларҙы бағыусылар гитаралар менән бүләкләне.

Гитарала уйнай беләһеңме? Кү­ңелеңдә йырҙар йәшәйме? Әҙерлән, бишенсе тапҡыр үтәсәк “Ҡош юлы – 2016” фестиваленә лә күп ҡалманы, йырҙарыңды барла. “Шоңҡар” журналы, шағир, журналист, тәнҡитсе, бик күп проект авторы Азамат һәм йырсы, эшҡыуар, башҡорт эстрадаһының тәүге “йондоҙ”ҙарының береһе Нәжип Юлдашбаевтар нигеҙ һалған проект яңы таланттар эҙләй!

Фекерҙәр:

Миңзәлә ЯХИНА:

– “Ҡош юлы”ның 2012 йылдағы бүләк гитарамды ижадташ дуҫым Рүзилә Ҡыҙрасоваға бирҙем. 2014 йылдағыһын Сорғот ҡалаһында йәшәүсе талантлы Артур кейәүемә, ә быйылғыһын ҡыҙым Наҙгөлгә бүләк иттем. Дүрт йыл эсендә уның да бармаҡтары нығынды, инде ул минең эшемде “Ҡош юлы”нда дауам итер тип ышанам һәм, күпме генә тырышһам да, ала алмаған гран-при, бәлки, уға тәтер. Амин.

Тимур ЯМАЛОВ:
– Фестиваль – ул иң тәүҙә аралашыу. Сәхнәгә тиклем барып еткәнсе әллә күпме эш эшләнде. Йыл һайын, ваҡыт етмәү сәбәпле, фестиваль көнөндә генә килә инем, быйыл кесе йомала уҡ килеп, палаткаларҙа йәшәнек. Шешлек бе­шер­ҙек (ҡайҙа инде ул тәбиғәткә унһыҙ), сәй табыны артында һөйләштек, үткән фестивалдәр­ҙе иҫкә алдыҡ, һыу индек, йома көнө мәсеткә барҙыҡ, аҙаҡтан тауға мендек. Яңынан-яңы ҡунаҡтар яланға килә тора, иң беренсе ҡунаҡ булараҡ, уларҙы ҡаршы алыу бәхете миңә тейҙе. Яңы дуҫтар…
Конкурс өлөшөнә килгәндә, йыл һайын сығыш яһағас, миңә еңел булды. Тамашасыларҙың йылы алҡыштарын ишетеү менән, тулҡынланыуым баҫылды. Еңеүемә һаман да ышана алмайым, иғлан иткәндә нимә тойғанымды ла хәтерләмәйем, сөнки көтмәгәнлектән аптырап ҡалдым. Сәхнәгә хатта этеп сығарҙылар шикелле, тамашасыға ла бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Ҡулға гитара тотторғас ҡына, үҙемде ҡулға алып, йырым менән фестивалде тамамлап ҡуйҙым.

Гөлзидә ИШКИНИНА, Стәр­летамаҡ ҡалаһы:
– Ижади ҡарашлы йәштәрҙе бергә туплаған матур сарала беҙгә, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәге ағзаларына (етәксебеҙ – доцент Рита Харис ҡыҙы Фәтҡуллина), быйыл да ҡатнашыу бәхете тейҙе. Уҡыу йортоноң данын мәртәбәле фестивалдә үҙенең йырҙары менән Роберт Мәүләтҡолов һәм йәш шағирҙар конкурсында Гөлназ Искәндәрова яҡланы.
Беҙгә, башҡорт филологияһы студенттарына, йәш шағирҙар семинарында ҡатнашыу мөһим ине. Йәнле аралашыуҙа йәш­тәр­ҙе борсоған уй-фекерҙәр яңғыраны, шиғырҙар уҡылды, ниәт-тәҡдимдәр әйтелде, кә­ңәш-йүнәлештәр бирелде. Үҙе­беҙҙең тиҫтерҙәр – өмөтлө йәштәр Рәшит Зәйнуллин, Резеда Шәрифуллина, Хәким Алсынбаев, Таңсулпан Рәсүл, Зөһрә Сафина, Силәбе өлкәһенән килгән Марат Дауытов һәм башҡалар менән аралашыу бәхете тейҙе. Шағирҙар конкурсы ла йылдан-йыл киңәйә, талаптар үҫә бара. Быйылғы утыҙҙан ашыу ҡатнашыусы араһынан һигеҙ автор ғына лауреат исемен яулай алды.
Барыбыҙ ҙа ҡурай, гитара, скрипка моңдарына сорналған рухлы йырҙар, шиғырҙар тыңлап, дәртле бейеүҙәр бейеп, ҡанатланып, талпынып таралыштыҡ. Рәхмәт һиңә, офоҡ­тар­ға юл ярыусы “Ҡош юлы”!

Сығыу ваҡыты 19-06-2015, 16:10 | Ҡаранылар: 561
|
  • Һин йәш, мин дә йәш, Беҙ моңдаш һәм фекерҙәш!
  • 12 автор оҫталығын арттырасаҡ
  • Филүс ҡабыҙған уттар
  • “Моңло йырҙар беҙҙе тағы осраштырҙы, Йәмле Һүрәм буйы үҙ дуҫтарын йыйҙы”
  • “Ҡош юлы” саҡыра
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM