НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тик һөйөүҙән тора йөрәге

Тик һөйөүҙән тора йөрәге


Тик һөйөүҙән тора йөрәгеҮткән аҙнала Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда һәм Юлдаш ауылында “Йәшлек” гәзите журналисы, бик күп йыр авторы, “Йәшлек-шоу” республика фестиваленең һәм “Юлдаш” радиоһының хит-парады буйынса “Йыл авторы” премияһын яулаусы йәш шағирә Гөлнур Ҡыуатованың ижад кисәһе үтте. Әҙәбиәт йылы сиктәрендә ойошторолған сара ысын мәғәнәһендә күңел ялы булды.
Гөлнурҙың үҙе менән дә, ижады менән дә интернет киңлектәре аша таныштым. Аҙаҡ инде уны “Ҡош юлы” фестивалендә күрергә насип булды. Шул тиклем дә ябай, үҙен шул тиклем дә ышаныслы тотҡан кешене бығаса осратҡаным да булмағандыр.
Шиғри йыйынтыҡтарыбыҙҙы ла нәшриәткә бер осорҙа тапшырҙыҡ, икебеҙҙең дә китаптар бер осорҙа донъя күрҙе. Һәм был, әлбиттә, беҙҙе рухи яҡтан, ижади яҡтан ныҡ ҡына берләштерҙе.
Гөлнур – рухлы башҡорт ҡыҙы. Уның милли рухлы булыуына милләтебеҙҙең данлы ла, шанлы ла тарихына үҙенең мәртәбәле эштәре, абруйлы шәхестәре менән дан өҫтәгән Ҡыуатовтар нәҫеленән булыуы ла йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Талантлы, маҡсатлы һәм көслө булыуы менән дә ул үҙенең ата-бабаларына бурыслы.
Иманым бар, рухым ныҡлы, шөкөр:
Шәжәрәмдә минең бар көсөм.
Ҡыуатовтар тигән дан таралған,
Шул нәҫелдән булам мин үҙем.
Хәйриәгә һатып көтөү малын,
Бүрә инәй ҡайтып иленә
Нигеҙ һалған оло башланғысҡа:
Каруанһарай ҡалҡҡан еремдә.
Уҡымышлы булған тамырҙарым,
Ашып-ташып тора көс-ҡеүәт.
Дворян тигән оло тарихым бар –
Ғорурланып әйтәм: мин – Ҡыуат!
Кешене кеше иткән тағы бер төшөнсә бар. Ул да булһа кендек ҡаны тамған тыуған ер. Шиғри тәбиғәтле Ейәнсура еренең бейек тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған Юлдаш ауылында тыуып үҫкән Гөлнур, әгәр ҙә шағирә булмаһа, кәмендә йырсы йә рәссам булыр ине. Һүҙ көсөн, бәҫен аңлау, ҡөҙрәтен тойоу уны шағирә иткәндер ҙә. Ысынлап та, бөйөк Ейәнсура ере кеүек матур төбәктә тыуып үҫеп тә, шиғриәткә, сәнғәткә ғашиҡ булмау мөмкин түгелдер. Сөнки матур тәбиғәтле, күҙ ҡамаштырыр аллы-гөллө сәскәле яландары, урмандары, ҡырҙары, тулҡынланып ятҡан иген баҫыуҙары, күҙ йәшендәй саф һыулы шишмәләре, йылғалары, хеҙмәт һөйгән кешеләре менән дан тотҡан был төбәк кешегә һүнмәҫ-һүрелмәҫ илһам бирәлер. Гөлнурҙың булмышы тыуған яғының тәбиғәтенә, ябай хеҙмәт кешеләренә, ауылына, дуҫтарына арналған шиғырҙарында асыҡ сағыла. Ижади күңелле, хисле кешенең генә йөрәгендә тыуған яғына, уның кешеләренә, ғөмүмән, донъяға оло мөхәббәт яралалыр. Уның һөйөү тулы шиғырҙары араһында тыуған яғына, уның данлы кешеләренә, тыуған яғының сихри тәбиғәтенә арналған шиғырҙар ҙа байтаҡ. Ауылдаштары ла үҙ шағирәләре менән ғорурлана, уны ихтирам итә. Абзан ауыл биләмәһе башлығы Нурғәле Бикбулатов, Юлдаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ғәлимә Ишеғолова, Ейәнсура үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Нәзирә Кәримова һәм Юлдаш мәктәбе уҡыусылары Гөлнурға ошондай байрам ойошторғаны, ижадында, эшендә һәм тормошонда тыуған яҡ төшөнсәһен онотмағаны өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтеп сығыш яһаны, шиғырҙарын һөйләне.

Гөлнурҙың шиғриәтендә яңы образдар ҙа, фекерҙәр ҙә асмай кеүек. Ижад емештәре тәрән фәлсәфәгә һәм әллә ниндәй бөйөклөктәр ха­ҡында уйланыуҙарға ла ҡоролмаған. Яңы темалар күтәрәм, тип тә баш ватмай автор. Ул ни бары күңел кисерештәрен ши­ғыр юлдарына һала, йөрәген, күңелен аса, хис-тойғоларын һүрәтләй.


Гөлнур ижадҡа урау юлдар үтеп килә. Бала сағы сәхнәлә сығыш яһап, театр түңәрәгендә һәм китапхана юлын тапап үтә. Әйткәндәй, ул бик телдәр, орсоҡ кеүек осоп-төшөп торған иркә ҡыҙ була. Туғандары, яҡындары уның ҡыҙыҡтарын һаман да ваҡыты-ваҡыты менән иҫләп, көлөшөп ала. Ҡырмыҫҡалы районында йәшәп ижад итеүсе шағирә Фирүзә Абдуллина ла Гөлнурҙы бала сағынан белә. Юғары уҡыу йортон тамамлаған ирле-ҡатынлы йәш белгестәрҙе йүнәлтмә буйынса Юлдаш ауылына ебәрәләр. Улар ваҡытлыса фатирға Гөлшат һәм Вил Ҡыуатовтарға урынлаша. Бәләкәй, телдәр Гөлнурҙың киләсәге шиғриәтле булырын Фирүзә апай шул ваҡытта уҡ тойомлай. Үҙ сығышында шағирә йәш ижадсының бала саҡтағы ҡыҙыҡтарын бәйән итте, уға арналған шиғырҙарын уҡыны.
Гөлнур тыуған ауылында 8-се класҡа тиклем белем алғандан һуң Ейәнсура башҡорт гимназияһын тамамлай. Шул йылдарҙа уҡ уның төрлө мәҡәләләре “Ейәнсура таңдары”, “Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәрендә, “Ама­нат” журналында донъя күрә. Уҡытыусылары ла бит уның дан кешеләр! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гөлкәй Хөббулхаҡ ҡыҙы Бикмөхәмәтова, Азамат Рәмил улы Юлдашбаев һәм Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева. Бындай уҡытыу­сыларҙан һуң ижадҡа килмәү мөмкин түгел. Үҙ байрамында Гөлнур һәр уҡытыусыһына һәм шәхсән Гөлкәй Хөббулхаҡ ҡыҙына әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, гөлләмә бүләк итте.
Гөлнурҙың шиғриәтендә яңы образдар ҙа, фекерҙәр ҙә асмай кеүек. Ижад емештәре тәрән фәлсәфәгә һәм әллә ниндәй бөйөклөктәр хаҡында уйланыуҙарға ла ҡоролмаған. Яңы темалар күтәрәм, тип тә баш ватмай автор. Ул ни бары күңел кисерештәрен шиғыр юлдарына һала, йөрәген, күңелен аса, хис-тойғоларын һүрәтләй. Һәм нәҡ ошо хистәр ауаздашлығы менән уҡыусылары – хеҙмәттәштәре, ижадташтары, ауылдаштары күңеленә яҡын уның ижад емештәре.
Гөлнур, 14 йыл ғүмерен китапхана эшенә арнаһа ла, күптән түгел хеҙмәт юлын журналистика өлкәһенә бора. Бөгөн ул – йылдар дауамында үҙенең һүҙен, бәҫен һаҡлап килгән “Йәшлек” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге хәбәрсеһе. Республиканың төрлө райондарында булып, халыҡ менән осрашып, талантлы кешеләр менән танышып, көнүҙәк мәҡәләләре менән гәзит биттәрендә Гөлнур үҙ уҡыусыһын тапты. Уның яҙған мәҡәләләре үҙенсәлекле, ябай, халыҡсан, һутлы теле менән уҡымлы.
Гөлнурҙың ижады һөйөү хистәренә һуға­рыл­ған. Кешелектең мәңгелек темаһына арналған шиғырҙары “Гөл һағышы – нурлы күңел”, “Тик һөйөүҙән тора йөрәгем” йыйынтыҡтарында донъя күрә. Тәүге шиғырҙары менән интернет киңлектәре аша үҙ уҡыу­сыһын тапҡан, күңеленә ауаздаш ете мең кешене үҙ төркөмөнә туплаған шағирә ул Гөлнур Ҡыуатова.
Кисәлә шағирәнең утыҙҙан ашыу йыры яңғыраны. Бөгөн Гөлнур Ҡыуатованың шиғыр­ҙарына ижад ителгән йырҙарҙы Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә башҡаралар. Әбйәлил, Баймаҡ, Мәләүез, Әлшәй, Йылайыр, Балтас райондары, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларының үҙешмәкәр композиторҙары уның шиғырҙарын уҡып, ҡыҙыҡһынып тора. Әммә улар араһында хәйбуллаларға етеүселәр юҡ икән. Район вәкилдәре менән Гөлнурҙы ике тиҫтәнән ашыу йыр бәйләй. Кисәлә шағирәгә Хәйбулла районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Рәшит ҡыҙы Мәмбәтованың райондың таланттары менән әүҙем эшләгәне өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерелгән хаты ла тапшырылды. Был төбәктән килеүсе йырсылар Гөлфиә Хәләфетдинова, Рәсимә Динисламова һәм Азат Исҡужиндың сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Концертта шулай уҡ Сибай ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе билдәле композитор Юлай Моратов, Балтас районынан үҙешмәкәр йырсы Илһам Шәймөхәмәтов (әйткәндәй, уның йырҙары аша Гөлнурҙы Тәтешле, Борай, Асҡын һәм Балтас яҡтарында ла беләләр), яҡташы Зинфира Бикмөхәмәтова, әхирәттәре Дилә Мөхәмәтйәрова менән Гүзәлиә Әмирханова, билдәле йырсы-композитор Флера Шәрипова һәм Йылайыр таланттары, ағалы-һеңлеле Дамир һәм Гөлсимә Солтановтар ҡатнашты. Башҡорт эстрадаһының билдәле йырсылары Эльвира Ҡолоева, Рауил Харрасов, Рөстәм Ғиззәтуллин да ижадташ дуҫтарының байрамынан ситтә ҡалманы.
Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә, йөрәктән сыҡҡан ғына күңелгә үтә. Ябай ғына ауыл ҡыҙының шиғырҙары үҙ уҡыусыһын тапҡан икән, тимәк, уның һүҙҙәре – ысын мәғәнәһендә йөрәк һүҙҙәре. Әйткәндәй, яныңда тоғро дуҫтар булғанда, ижад итеүе лә күңеллерәк, еңелерәк. Гөлнур иһә был йәһәттән бик бәхетле. Уның һөйөү тулы йөрәгенән урғылып сыҡҡан илһамлы һүҙҙәрҙе яҡын дуҫтарының халыҡҡа моңға һалып, көйләп, йырлап еткереүе – ҙур көс талап иткән, ҙур баһаға лайыҡ хеҙмәт. Юҡҡа ғына уның һүҙҙәренә яҙылған тәүге йыр “Дуҫтарыма” тип аталмайҙыр.
Шағирәне ижад байрамы менән ҡотлап, артабан да шиғриәткә тоғролоҡ һаҡлап, емешле ижад итеүен, яңы китаптары менән үҙ уҡыусыларын һөйөндөрөп тороуын теләйек.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Сығыу ваҡыты 1-05-2015, 12:32 | Ҡаранылар: 637
|
  • “Йәштәр тауышы” яңы исемдәр аса
  • Моңдар ҡайтты ауылға
  • “Рух” һәм Ирек
  • Республикала йәнә йәштәр тауышы яңғырай
  • Гүзәл әсә лә ул, данлы эшсе лә ул, Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM