НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Таң ҡошо


Хореограф Гөлназ Ғайсарова үҫтергән бейеүселәр бөгөн ҙур сәхнәләрҙе яулай.

Таң ҡошоТаң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан уянып, донъяны моңға күмгән ҡошсоҡҡа оҡшатам мин Гөлназ Ғайсарованы. Һайрар ҡошҡа тиңләгәс, йырсылыр, тип уй­лай­һығыҙҙыр уны. Юҡ, Гөлназ Рәис ҡыҙы һөнәре буйынса бейеүсе. Дөрөҫөрәге, бейеүселәр остазы – Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында хореография бүлеге уҡытыусыһы булып эшләй. Таң ҡошона оҡшатыуым иһә уның иртәсел булыуына ишара – бала сағынан иртә менән тороп, төшкөлөккә үк бар мөһим эштәрен башҡарып ҡуйырға өйрәнгән ул.
… – Кем унда? – иртәнге сәғәт алтыла кемдеңдер ныҡышып ишекте дөбөрләтеүенә тәмле йоҡоһо бүленгән ҡарауылсының йәне көйҙө.
– Был мин, Гөлназ, – тигән тауыш яңғыраны ишек артында.
– Ҡара таң менән килмәһәң инде… Бер ҙә кешегә тыныслыҡ юҡ ошо студенттарҙан, – ҡарауылсы һуҡрана-һуҡрана элмәктәрҙе ысҡындырҙы. – Йүнле әҙәмдәр был мәлдә рәхәтләнеп йоҡо һимертә, һиңә генә барыһынан да күберәк кәрәк, буғай.
– Кәрәк шул, – оло кешенең тупаҫлығынан ҡыҙыҡай уңайһыҙланып, күлдәк итәген тартҡысланы, – өҫтәмә рәүештә шөғөлләнергә кәрәк миңә. Фортепиано класының асҡысын бирһәгеҙ ине.
Ирене турһайған ҡарауылсы, бар ҡиәфәте менән ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, асҡысты ҡыҙҙың ҡулына тоттормай, өҫтәлгә бәрҙе:
– Суҡып, ҡарға булмаҫһың, уҡып, мулла булмаҫһың…
Гөлназ, көлөмһөрәп, класҡа инеп юғалды, һәм бер аҙҙан буш бинаны матур көй яңғыратты. Үҙ урынына барып ятҡан ҡарауылсы үҙ алдына:
– Бына тынғыһыҙ йән, – тип һөйләнеүен дауам итте, – йоҡлап ҡына ятмай…
Ә моң донъяһына сумған ҡыҙ дәрестәр башланғансы әллә күпме уйнап өлгөрҙө. Әлбиттә, ул мулла булырға йыйынмай ине, пианистка булырға ла ынтылмай. Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт-ағартыу училищеһында уҡып йөрөгән Учалы ҡыҙы хореография серҙәренә төшөнә, ә фортепиано класында үҙе өсөн шөғөлләнә – ярата ул ошо музыка ҡоралын. Училищеға килгәс тә, музыканттарҙың нәҙек, тылсымлы бармаҡтарының клавишалар өстөндә осоп ҡына йөрөп иҫ китмәле матур көйҙәр сығарыуын күреп хайран ҡалды, үҙенең дә шуға өйрәнгеһе килде. Тик тыңлаусан, һығылмалы оҙон бармаҡтары күбәләк кеүек елпелдәп, йәндәрҙе иретерҙәй моң сығарырға теләмәне. Талапсан һәм ныҡыш ҡыҙ үҙ-үҙенә асыуланып, пианиноға оторо нығыраҡ йәбеште. Әллә ниндәй тиҫкәрерәк холоҡло ул шулай – килеп сыҡмаҫтайға тотонорға ярата, еңеп сыҡҡансы ныҡыша. Был юлы ла бирешмәҫтәй тойолған уйын ҡоралы йәш ҡыҙҙың ныҡышмалылығы алдында артҡа сигенде. Арыу ғына уйнарға өйрәнгән Гөлназ ҡатмарлы пьесалар башҡара башлай, хатта имтихандарҙа йырсыларға ҡушылып уйнай һәм артабан оҫталығын камиллаштырыу өсөн, ҡарауылсыларҙы һуҡрандырып булһа ла, таң менән училищеға йөрөүен дауам итә, алдына алғанды ҡуймай.



Етәксе вазифаһында эшләгәндә лә танау сөймәй, һис бер ҡасан талантына ла арҡаланмай һәм һаманғаса донъяһын онотоп эшенә сумып, һөнәренә йәнен фиҙа ҡылырҙай булып йәшәүен дауам итә. Бындай фиҙакәрлекте, һөнәргә тоғролоҡто күреп, илһамланаһың, уның кеүек булырға ынтылаһың – Гөлназ Ғайсарова һымаҡ өлгө-маяҡтар беҙгә тормошта бик кәрәк.


Учалы районының Абҙаҡ ауылында ғаилә ҡорған ирле-ҡатынлы Әминевтарҙың (хәҙер инде мәрхүмдәр) иркәләп кенә үҫтергән ҡыҙҙарының береһе ул Гөлназ. Ауылға килгән концерттарға бер баланы ла индермәгән ваҡытта, шул ҡыҙсыҡ, тамашаға ике-өс сәғәт ваҡыт ҡалғас, мин дә барам, тип туҡтамай илай башлай. Күҙ йәшенә батҡан баланы бер нисек тә тыя алмаған ата-әсә, клуб мөдиренең рөхсәте менән, уны концертҡа индерергә мәжбүр була (башҡа балалар сығыштарҙы тәҙрәнән ҡарап хушһынған). Хисле, йомшаҡ күңелле, хыялға бирелеүсән, илаҡ ҡына Гөлназдан, бынан барыбер булмай, тип, артыҡ эш тә эшләтмәгәндәр. Кемгә оҡшап һылыуһың, тиһәләр, Гөлназ, уйлап та тормай, атай-әсәйемә, тип яуаплаған. Өс бәләкәй бала тәрбиәләгән, эш-мәшәҡәттәрҙән һис бушамаған әсәһе, бала табыу йортона ла барыр­ға ваҡыты булмағас, Гөл­назды өйөндә тапҡан. Атаһы Рәис – колхоздың алдынғы механизатор­ҙарының береһе. Уңыш йыйыу осоронда уның комбайнын гел йондоҙҙар биҙәгән. Күмәк ғаиләлә тыуған оялсан ҡыҙсыҡты, бейеү көйөнә аяҡтары тыпырлап торғас, өләсәһе биҙрә сиртеп, бейетә. Ләкин бала, бейеүсе булам, тип уйламай, фельдшер-акушерлыҡ пункты янында йәшәгәнгә, шәфҡәт туташының аҡ халатына ҡыҙығып, әхирәттәре менән «балнис» уйнай. Мәктәпкә уҡырға барғас, уҡытыу­сылары уларҙы ябай ғына бе­йеүҙәргә өйрәтә. Сәхнәлә аҡҡоштай өйрөлгән өлкән ҡыҙҙарҙың бейеүен үҙҙәренең тыпырлатыуы менән сағыштырып, улар кеүек бейергә ине, тип һоҡлана, матур баҫырға өйрәнергә хыяллана башлай. Шуға ла уҡыуын дауам итеү өсөн Комсомольск урта мәктәбенә килгәс тә, Әнүзә Айрат ҡыҙы етәкләгән бейеү түңәрәгенә яҙыла. Етәксе һығылмалы кәүҙәле, матур аҡ йөҙлө ҡыҙға ихлас күңелдән бейеүҙәр һала, мотлаҡ бейеү юлынан китерһең тип, киләсәген сәхнә менән бәйле юрай. Бейеүгә башкөлләй ғашиҡ булған сығарылыш уҡыусыһының бейеүсе булыу ниәтенә уҡытыусылары ҡаршы килә: «Ниндәй сәнғәт, ти ул?! Бейеү ҙә булдымы эш! Һиңә мотлаҡ педагогия институтына барырға кәрәк!» Рус телен, әҙәбиәтен үҙ итһә лә, инша яҙырға яратһа ла, Гөлназ үҙ хыялына хыянат итмәҫкә, хореографҡа уҡырға барырға була. Тап шул ваҡытта уларҙың мәктәп командаһы республика буйынса турслетта еңеү яулап, Волгоградҡа путевка менән бүләкләнә. Синыфташтары уҡыу йорттарына документ тапшырыу менән мәж килгәндә, ҡыҙ, сит-ят ерҙәрҙе күреүҙән мәхрүм ҡала алмайым тип, сәйәхәткә сығып китә. Тәьҫораттарға бай сәйәхәттән ҡайтҡас, Силәбе мәҙәниәт академияһына имтихан тоторға бара. Унда нәҙек билле, аҡҡоштай муйынлы, буйсан ҡыҙҙарҙың оҙон-оҙон боттарын күтәреп, күнекмәләр эшләгәнен күреп, иҫе китә. Хореография училищеһын тамамлап килгән балериналар янында үҙен кинәт кенә кәм тоя. Күп уйлап тормай, документтарын кире ала ла, ауылына ҡайтып төшә.
Уны күреп, Әнүзә Айрат ҡыҙы «аһ» итә:
– Ниңә шылтыратманың, Гөлназ? Яныңа барыр, проблемаларҙы хәл итешер инем бит.
– Әнүзә апай, көслө әҙерлек менән барған балериналар янында бахыр, йолҡош булып йөрөгөм килмәй.
– Оҫталыҡта ҡыуып етер инең, уларҙан бер ерең дә кәм түгел бит ул һинең, – тип һаман үрһәләнә етәксеһе, – хәҙер ҡайҙа бараһың инде…
– Стәрлегә училищеға барам.
– Һуң, ҡабул итеү имтихандары бөттө бит.
– Барыбер барам.
Үҙһүҙлеләнеп сығып киткән Гөлназ Стәрлетамаҡта училищены таба алмай йонсой. Кәрәкле туҡталышты күрмәй, троллейбуста маршрут аҙағынаса бара. Салонда яңғыҙы ҡалып, аптырауы йөҙөнә сыҡҡан йәш ҡыҙҙан водитель һорап ҡуя:
– Һеҙгә ҡайҙа?
– Мәҙәниәт-ағартыу училищеһына барырға ине миңә, – тип күҙҙәрен мөлдөрәтә Гөлназ.
– Һы, – тип башын тырнай водитель. – Ярай, алып барырмын.
Изгелекле кеше ситтән килгән ҡыҙҙы училищеға ҡәҙәр оҙата. Уға рәхмәт уҡый-уҡый, Гөлназ уҡытыу­сылар кабинетына йүнәлә. Унда тик бер генә уҡытыусыны тап итә. Ҡыҙҙың ниндәй уй-ниәт менән йөрөүен белгәс, ул ҡулдарын йәйә, йәнәһе лә, бер ни ҙә эшләй алмайым:
– Һуңланың, ҡабул итеү имтихандары тамам.
Алыҫ райондан мең бәлә менән килеп, юлы уңмай ҡайтырға мәжбүр булған ҡыҙ иларға етешә. Уҡытыусы:
– Һеҙҙең менән ни эшләргә лә белмәйем, – тигәс, исмаһам, бейеп ҡайтып китәйем, тип:
– Бейеп күрһәткем килә! – тиергә Гөлназдың батырсылығы етә.
Училищеға тиклем юл күрһәткән изге йөрәкле ағай һымаҡ, был ҡатындың да күңеле йомшара.
– Ярай, анау тиклем ерҙән килгәс, нимә эшләй беләһең – күрһәт әйҙә, – тип рөхсәт итә. Гөлназға әйтеү генә көс: дәртләнеп китеп, үҙенә үҙе көйләп, бейеп тә күрһәтә, үҙен илһамландырып йырлай, йырлағанына бейеп тә ебәрә. Йыл­майып-көлөп, ҡыҙҙың «концертын» ҡарап ултырған уҡытыусы, тамаша тамамланғас:
– Ҡайҙа бейергә өйрәндең? – тип һорай.
– Мәктәптә, – ти ҡаушабыраҡ ҡалған ҡыҙ. Әгәр насар булһа, мин яҡшыраҡ бейергә өйрәнәсәкмен, тик уҡырға ғына алығыҙ, тип әйткеһе килә, тик тәбиғәттән килгән тыйнаҡлығы телен тыйҙырта. Педагогия институтына барырға тура килерме икән, тип эсе бошоп китә. Уҡытыусы иһә бер аҙ уйланып ултыра ла, документтарыңды ҡалдыр, уҡырға саҡырыу көт, тип ҡыҙға ҡанат ҡуя: «Бик һәләтлеһең!».
Шундай фатиха менән уҡый башлаған Гөлназ уға ышаныс бағлаған уҡытыусыһын һынатмай – өс йыл буйына иң яҡшы студенттар рәтендә була. Уҡытыусылары, институт­ҡа әҙерлән, тиһә лә, һәләтле ҡыҙ тәүҙә өҫ-башын йүнәтергә ниәтләй. Уны Йәрмәкәйгә һәм Ғафури ра­йонына эшкә саҡыралар. Башҡор­тостан картаһын ҡарағас, Йәр­мәкәйҙә яҡшыраҡ эш шарттарын вәғәҙә итһәләр ҙә, яҡыныраҡ тип, ул Красноусолды һайлай. Шулай итеп, Гөлназ Рәис ҡыҙы Ғафури районының халыҡ бейеүҙәре ансамблендә балетмейстер булып хеҙмәт юлын башлап, ун ике йыл шунда эшләй, республикала яңғыҙ бейеүселәр араһында үткәрелгән конкурстарҙа бик күп еңеүгә өлгәшеп, үҙен оҫта бейеүсе итеп тә таныта, шул уҡ ваҡытта коллектив менән эшләү тәжрибәһен дә туплай. Туҡһанынсы йылдарҙа Мәс­кәүҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт институтын тамамлап, балетмейстер-педагог дипломын ала. Ошо уҡыу йортонда уларға режиссура, сценография, актерлыҡ оҫталығы, этнография буйынса ла бик төплө белем бирәләр. Гөлназ Ғафури районында һәләтле баянсы Алик Ғайсаров менән тормошон бәйләй, улдары Альберт тыуа. Кинйәләре Ильяс иһә Учалыла донъяға килә.
Яңы быуат башында Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының шул саҡтағы директоры Юрий Ко­лодкин, Маиза Бүләкованың тәҡдиме буйынса, Гөлназ Ғайсарованы эшкә саҡыра. Торлаҡ вәғәҙә иткәс, Гөлназ ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайта, илһамланып яңы урында эш башлай (әйткәндәй, вәғәҙәләр ҡағыҙҙа ғына тороп ҡала, белгес һаманғаса ятаҡта көн күрә). Тап Гөлназ Ғайсарова етәкләгән осорҙа хореография бүлеге, «Ҡойон» бейеү ансамбле иң көслө талпыныш, үҫеш осорон кисерә, үр артынан үр яулай. Район һәм ҡалабыҙҙағы бер генә оло сара ла ошо коллективһыҙ үтмәй. Республика кимәлендә үткәрелгән бик күп сарала ҡатнашып, башҡорт бейеүе мәктәбен – милли башҡарыу үҙенсәлектәрен һаҡлаған өсөн күп рәхмәт һүҙе ишетә Гөлназ Рәис ҡыҙы.
Талантлы етәксе әллә күпме сағыу бейеүсене сәхнәгә әҙерләп сығара. Уҡыусылары бөтә республикаға таралып, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә тырышып эшләй.
– Уҡыусыларым, Хөсәйен Әхмә­тов исемендәге Башҡорт дәүләт фи­лармонияһында, башҡа ҡалаларҙағы филармонияларҙа, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, «Мираҫ» фольклор бейеү ансамблендә булһынмы, ауылдарҙағы сәнғәт мәктәптәрендә булһынмы – бөтә ерҙә лә уңышлы эшләй, – ти, ғорурланып, балетмейстер-педагог.
Әйткәндәй, Учалы филармонияһының «Уралтау» бейеү ансамблен етәкләгән Гөлнур Сөләймәнова, шул ансамблдең солистары Азат Буранбаев, Фирүзә Мөлөкова, ғөмүмән, филармония, «Ләйсән» ансамблдәре составтары – «Ҡойон»да бейеп, республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып оҫтарған бейеүселәр – Гөлназ Рәис ҡыҙының уҡыусылары. Марат Ус­манов, Эльвира Моратова, Гөлфинә Йомағужина, Илмира Казеева, Вилдан Әһлиев йөҙөндә коллективҡа йәш уҡытыусылар туплап, хореография бүлеген нығытып, уларға бар йәһәттән остаз булған кеше лә ул Гөлназ Ғайсарова.
Ҙур өмөттәр бағлап эшкә саҡырылып, ун биш йыл ғүмерен Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһына арнаған Гөлназ Ғайсарова ышаныс­ты тулыһынса аҡлай. Бер ни менән иҫәпләшмәй, бөтә ваҡытын, көсөн, энергияһын уҡыусыларына биреп эшләгән уҡытыусыны шул замандан танып беләм. Йәш ҡыҙҙар кеүек нескә, зифа буйлы, һылыу Гөлназ Рәис ҡыҙына тәүҙән үк аҫтан өҫкә ҡараным. Ул буйға шулай һонтор ҙа түгел, бар сере – абруйы юғары булыуҙа. Талантлы булыуы шулай башты эйҙертә. Әммә Гөлназ Рәис ҡыҙы үҙе аралашыуҙа бик ябай, кеселекле, сөнки, халыҡ әйтмешләй, емешле ағас түбән эйелә. Етәксе вазифаһында эшләгәндә лә танау сөймәй, һис бер ҡасан талантына ла арҡаланмай һәм һаманғаса донъяһын онотоп эшенә сумып, һөнәренә йәнен фиҙа ҡылырҙай булып йәшәүен дауам итә. Бындай фиҙакәрлекте, һөнәргә тоғролоҡто күреп, илһамланаһың, уның кеүек булырға ынтылаһың – Гөлназ Ғайсарова һымаҡ өлгө-маяҡтар беҙгә тормошта бик кәрәк.
…Ҡасандыр Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһы ҡарауылсыһын йоҡоһонан уятып, иртә менән дәрестәргә йөрөгән Гөлназ Ғайсарова яңыраҡ Учалы филармонияһының ҡуйыусы режиссеры итеп тәғәйенләнде. «Филармо­ниябыҙҙа шундай талантлы кешеләр араһында эшләүемә ғорурланам, тыуған районыма, үҙ еремә, халҡыма хеҙмәт итеүемә шатланам», – тигән Гөлназ Рәис ҡыҙы был урында ла һис һынатмаясаҡ, иманым камил. Бөтә яҡлап та һәләтле бит ул. Ысын таң ҡошо.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 25-04-2015, 15:21 | Ҡаранылар: 503
|
  • Алтынай бейеүҙәре менән өҙҙөрҙө генә
  • Хыялдарын маяҡ итеп
  • Гүзәллегең сикһеҙ, башҡорт ҡыҙы…
  • “Уңыштарыма ҡыуанған яҡындарым барлығы менән бәхетлемен“
  • Һыу насосы – шәп бүләк!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM