НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Студенттар ҙа театр ярата

Студенттар ҙа театр ярата


Сибай институтында белем алыусыларҙы серле донъя үҙенә тарта.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында һәр студент уҡыуҙан тыш ваҡытын үҙенең күңеленә ятҡан шөғөл менән үткәрә ала. Бының өсөн уҡыу йортонда төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр эшләп килә: йыр-моңға ғашиҡтар үҙҙәренең һәләтен хор, вокал түңәрәктәрендә аса алһа, бейергә ярат­ҡандар өсөн “Ете ырыу” һәм “Сармат” халыҡ, “Эдель­вейс” эстрада бейеү ансамблдәре эшләй. Халыҡ ижады ынйылары менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн “Ноғай” фольклор-инструменталь һәм “Арҡайым” фольклор-эстрада ансамблдәре бар. Ә студенттарҙың актерлыҡ һәләтен үҫтереү өсөн Борис Мәхмүтов етәкселегендә театр студияһы эш башланы. Әйт­кәндәй, институттың төрлө факультет студенттарынан туп­ланған ижади төркөмдөң ошо көндәрҙә беренсе сығышы үтте. Улар Илгиз Зәйниевтың “Сабый” исемле пьесаһын сәхнәләштерҙе. Борис Вәхит улы был әҫәрҙе һайлауҙы унда актуаль проблемаларҙың күтәрелеүе һәм уларҙың йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыуы менән аңлатты.
Пьесаның сюжеты буйынса, бер-береһе менән һыйышмаған, сикһеҙ дошманлыҡта йәшәгән эттәр һәм бесәйҙәр донъяһына яңы ғына тыуған ташландыҡ сабый барып эләгә – уны әсәһе урамдың ҡараңғы мөйөшөндә ҡалдырып китә. Бер гонаһһыҙ бала кешеләр тарафынан күп яфа күргән, шунлыҡтан уларҙан ҡурҡҡан, уларҙы күрә алмаған хайуандар ҡарамағында ҡала. Тик инде ҡырағайланған эттәр һәм бесәйҙәр сабыйын ташлап киткән әсәнән кешелеклерәк булып сыға – улар сабый­ға тейеү түгел, уға янаған ҡурҡыныстарҙан һаҡлай. Ә ҡурҡыныстар күп була: кешенән тик яуызлыҡ ҡына көтөргә була тигән ҡарашта торған һәм шунлыҡтан ошо сабый­ҙан бөтә кешеләрҙең үсен алырға теләгән бесәйҙәр, тыуғас та хужалары тарафынан үлтерелгән кө­сөктәренең үсен алырға теләгән Ҡаракүҙ исемле эт, көсөк кенә сағында балалар тарафынан утҡа һалынған һәм саҡ иҫән ҡалған Ялҡын исемле эт һ.б. Шулай ҙа уларҙың һәр береһе үҙендә миһырбанлыҡҡа, йәлләү хисенә урын таба. Ә көсөктәре үлтерелгән Ҡаракүҙ хатта, сабый­ҙы имеҙеп, астан үлеүҙән ҡотҡара, ҡалғандары үҙ йылыһы менән уны һалҡындан һаҡлай. Үҙ әсәһе бирмәгән йылыны сабый, шулай итеп, эттәрҙән ала. Бынан тыш, тамашала битарафлыҡ, бер-береңә кә­рәклекте тоймау, яҡындарыңды ҡәҙерләмәү, ҡаты күңеллелек кеүек хәҙерге заманда бик актуаль булған проблемалар ҙа күтәрелде. Эттәр һәм бесәйҙәр кешеләрҙең холҡондағы ошо кире сифаттарҙы бөтөрөү, улар менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе ҡайтарыу өсөн табыл­ған сабыйҙан Ысын кеше тәрбиәләргә ҡарар итә. Төп фекер әҫәр­ҙең төп геройҙарының береһе булған Бәләкәс исемле эттең һуңғы һүҙҙәрендә яңғырай – “Кешенән Кеше яһайбыҙ!”, “Кешенән Кеше тәрбиәләргә кәрәк!”.
Сәхнәгә сығарылған тамашаның тағы ла бер үҙенсәлекле яғы булды: башҡорт һәм рус телдәрендә барҙы. Борис Вәхит улы быны студияла башҡорт һәм рус телле студенттарҙың бергә шөғөлләнеүе менән аңлатты. Тамаша­ның ике телдә барыуы шул тиклем оҫта итеп ойошторолғайны, хатта был һиҙелмәне лә.
Борис Мәхмүтов, Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссер­ҙар әҙерләү бүлеген тамамлағас, Сибай “Сулпан” балалар театрына эшкә юллана. Өс йыл эшләгәндән һуң, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләп ала, һуңынан яратҡан эшенә кире әйләнеп ҡайта. Балалар өсөн күп кенә спектакль ҡуя. 2014 йылда Сибай институтына театр студияһы етәксеһе итеп саҡырыла. Талапсан, бөтә өлкәлә лә өлгөр уҡытыусыны студенттар шунда уҡ үҙ итә. Уның “Һәләтең бар икән, янып йәшә, ятып ҡалма” тигән һүҙҙәрен тормош девизы итеп алалар. Борис Вәхит улының йәштәр менән эшләүен дауам итергә дәрте бар. Уға – эшендә уңыштар, ижади төркөмгә тоғро тамашасылар, яңы үрҙәр һәм ижад ҡомарының һүнмәүен теләйбеҙ!

Дилара ҠУСҠАРОВА,
Сулпан ТУҠТАЕВА,
Гөлназ СЫҢҒЫҘОВА,
Сибай институты студенттары.

Сығыу ваҡыты 23-04-2015, 19:32 | Ҡаранылар: 497
|
  • "Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вәхит…"
  • “Еңеүҙәрҙән бигерәк, тәжрибә мөһим”
  • Сибай артистары тамашасыларын һағынған
  • Был аҙнала беҙҙе аптыратты...
  • Эттәр һәм бесәйҙәрҙе күрергә теләһәгеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM