RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағыла

10.04.2015 Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағыла

Салауат районында халыҡ йырын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы үтте.

Оҙон көйҙә башҡорт рухы сағылаБашҡорт халҡының бай тарихын, рухын сағылдырған оҙон көйҙө башҡарыу – йырлау оҫталығының иң юғары нөктәһе.
РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған артисы, мәшһүр йырсы, опера сәнғәтенә нигеҙ һалыусы яҡташыбыҙ Хәбир Ғәлимовтың исемен мәңгеләштереү, уның ижади мираҫын халыҡҡа еткереү, халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм һаҡлау, яңы таланттар асыу маҡсатында Салауат район мәҙәниәт йортонда тәүге тапҡыр төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар­ҙың –“Оҙон көй” конкурсы үткәрелде. Былтыр бындай конкурс беренсе тапҡыр район кимәлендә Лағыр ауылында ойошторол­ғайны. Быйылғы бәйгелә Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарынан моңло тауышлы 15 һәүәҫкәр ҡатнашты.
Иң башта һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Ҡыйғы районынан Гөлсимә Хәлилова, Айрат Камалов боронғо башҡорт йырҙары “Сәлимәкәй” менән “Азамат”ты йырлап ишеттерҙе. Йәш булыуға ҡарамаҫтан, Ҡыйғынан Вадим Хажиев “Уралым” йырын барлыҡ аһәңлегендә замандаштарына үҙенсәлекле итеп еткерә алды. Шулай уҡ ул өзләүҙе лә оҫта ҡулланды.
Балаҡатай, Мәсетле йырсыларының сығышын да тамашасылар йылы ҡаршы алды. Яҡташтарыбыҙ бәйгелә һынатманы. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә йыр-моңдан айырылмаған Искәндәр Миһранов, билдәле йырсыларыбыҙ Альбина Ғәйфул­лина, Зөбәржәт Монкеевич, Вәдиға Дәүләт­шина йырҙарҙы шул тиклем матур итеп башҡарҙы – бер тыңлаусы ла вайымһыҙ ҡалманы, уларҙың сығыштарын көслө алҡыштар­ға күмде.
Жюри ағзалары еңеүселәрҙе ғәҙел билдәләне. “Үҙенсәлекле башҡарыу” номинацияһында – Ҡыйғынан Гөлсимә Хәлилова, “Иң йәш оҫта башҡарыусы” номинацияһында – Ҡыйғы районынан Айрат Камалов, “Оҙон көй” өмөтө” номинацияһында – Салауат районынан Альбина Ғәйфуллина һәм “Башҡарыу оҫталығы” номинацияһында Янғантауҙан Зөбәр­жәт Монкеевич еңеүсе булды. III урынды – Ғәйшә Абдуллина (Балаҡатай районы), II урынды – Искәндәр Миһранов (Салауат райо­ны, Арҡауыл ауылы), I урынды Илфат Ниғмәтуллин (Мәсетле районы) яуланы. Вадим Хажиев (Ҡыйғы районы) “Оҙон көй” бәйгеһендә гран-приға лайыҡ булды. Шулай уҡ Хәбир Ғәли­мовтың ҡыҙы Земфира Вәлиева Әлкә ауылынан Вәдиға Дәүләт­шинаны махсус приз менән бүләкләне. Ә Хәбир Ғәлимов музейы етәксеһе Фәғилә Зиннәтуллина: “Йәштәр конкурста күберәк ҡатнашһын”, – тигән теләген белдереп, үҙенең махсус бүләген конкурс­та сығыш яһаған иң йәш ҡатнашыусы Айрат Камаловҡа бирҙе.
Боронғо йырҙарҙы яратыусылар, таратыу­сылар булғанда, халыҡ йыры мәңге яңғырар, онотолмаҫ.

Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.
Салауат районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы