НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Исем ҡушҡанбыҙ. Тик телгә алабыҙмы һуң?

Исем ҡушҡанбыҙ. Тик телгә алабыҙмы һуң?


Исем ҡушҡанбыҙ.  Тик телгә алабыҙмы һуң?«Щукинское», «Щепкин», «Гнесин­ка», «Плехановка» йәки «Плешка», «Губкинский»… Таныш исемдәрме? Әлбиттә, тип яуап бирер Мәскәү менән аҙмы-күпме таныш булған кеше. Был бит Рәсәйҙең баш ҡалаһында урынлашҡан билдәле уҡыу йорттарының халыҡ араһында киң таралған атамалары. Тәүгеһе, мәҫәлән, Борис Щукин исемендәге Театр институты. 100 йылдан ашыу тарихы бар. Икенсеһе иһә, М. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы. Ул уҡыу йортонда Башҡортостан актерҙары ла белем ала.
Гнесинка тип Гнесиналар исемендәге Рәсәй музыка академияһын атай­ҙар. 1895 йылда бер туған апалы-һеңлеле Гнесиналар – Евгения һәм Мария шәхси музыка училищеһы ойоштора. Йылдар үтеү менән ошо нигеҙҙә балалар музыка мәктәбе һәм сәнғәт училищеһы булдырыла. Бөгөн Гнесиналар исемен урта махсус музыка мәктәбе (колледжы) һәм өҫтә әйтеп үтелгән музыка академияһы йөрөтә. Иң мөһиме, Гнесиналар музыкаға туҡтауһыҙ, эҙмә-эҙлекле уҡытыуҙың нигеҙҙәрен һала.
Плехановка – Г. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты. Уның сайтында уҡыу йортоноң тарихына арналған бүлектә, рәсми атамаһынан тыш, халыҡ араһында киң таралған исемдәре лә бирелгән. Плеханов университеты, Плехановка тип кенә түгел, Плешка, хатта Плеха тип йөрөтәләр икән был абруйлы юғары уҡыу йортон.
Губкинский – нефть һәм газ табыу, етештереү, эшкәртеү өлкәһендә донъялағы иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе, М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты.
Ауыҙ тултырып уларҙың тулы исемдәрен әйтеп тороу ҙа кәрәк түгел. Былай ҙа аңлашыла ла баһа. Һөйләшеү теле, ғөмүмән, ябайлыҡҡа, ҡыҫҡалыҡҡа ынтыла.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, был халыҡсан атамалар хатта интернетҡа ла үтеп ингән. Әйтәйек, М. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһының сайты тап шулай атала – shepkinskoe.ru. Гнесиналар академияһының сайты ла таныш исемде йөрөтә – www.gnesin-academy.ru. Был яҙылмаған ҡағиҙә бүтән ҡайһы бер уҡыу йорттарына ла ҡағыла. Мәҫәлән, www.gubkin.ru – ул..., эйе, дөрөҫ, Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетының рәсми сайты.
Ә surikov-vuz.com ҡайһы уҡыу йортоноң интернеттағы вәкиллеге тип уйлай­һығыҙ? Дөрөҫ, В. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академия һынлы сәнғәт институтыныҡы. Пле­ханов университетын тамамлаусылар ассоциацияһының сайты иһә plehanovka.com тип атала.
Башҡортостанда ла юғары уҡыу йорттарына, сәнғәт һәм мәҙәниәт учреждениеларына күренекле шәхестәребеҙҙең исемдәре бирелә. Ни өсөн һуң? Исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында, тиерһегеҙ. Ысынлап та, шулай. Миҫал өсөн алыҫ йөрөргә лә кәрәкмәй. Өфөнөң үҙәгендәге бер нисә шундай объектҡа ғына күҙ һалайыҡ. Әйтәйек, Пушкин менән Ленин урамдары киҫешкән урында Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы, уның эргәһендә Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто урынлашҡан. Ошо тирәлә тағы ла Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы. Уның янында ғына Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе. Саҡ ҡына арыраҡ – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Бер-ике квартал үтһәң, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы.
Зәки Вәлиди урамында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Баш­ҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле урынлашҡан.
Беҙ бөтә ошо учреждение-ойошмаларҙы нисек атайбыҙ һуң? Рәсми телдә түгел, ә халыҡса, тимәксемен. Төрлөсә. Мәҫәлән, Өфө дәүләт сәнғәт институтын, хәҙер инде академияһын, тамамлаусыларҙан һораһаң, уларҙың береһе лә, уҡыған урыным – Исмәғилев институты, тип аныҡламай. Сәнғәт институты, ти ҙә ҡуя. Был дөрөҫ тә һымаҡ. Сәнғәт институты республикабыҙҙа берәү генә бит. Әммә Заһир Ғарип улы Исмәғилев ошо институтҡа нигеҙ һалған һәм егерме йыл буйына уның менән уңышлы идара иткән, башҡорт милли һәм профессиональ сәнғәтен яңы кимәлгә күтәргән күренекле, атаҡлы шәхес булараҡ, ихтирамға һәм уның исемен хөрмәтләп телгә алыуға лайыҡ та баһа. Исмәғилев академияһын тамамланым, тип ғорурланып әйтеп була, тимәксемен. Бының өсөн нимә кәрәк һуң? Хөкүмәттең берәй ҡарарымы әллә Башлыҡтың Указымы? Юҡ! Бары тик кеше теләге генә. Шәхестәребеҙҙең абруйлы һүҙе. Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың, артистарҙың, уҡытыусыларҙың, ғөмүмән, зыялыларҙың, үҙ-ара һөйләшкәндә лә, радио-телевидениела йәки гәзит-журнал аша сығыш яһағанда ла Вәлиди китапханаһы, Аҡмулла университеты, Хөсәйен Әхмәтов филармонияһы һ.б. тип өндәшеүе кәрәк. Бына бит ҡайһылай ҡолаҡҡа ятып, телгә яғылып ҡына тора.
Әйткәндәй, ыңғай миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатын бик күптәр Рәми Ғарипов гимназияһы тип йөрөтә. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен – Ғәскәров ансамбле, ә уның бейеүселәрен «ғәскәровсылар» тип атаусыларҙы ла йыш ҡына осратыла. Әйтергә кәрәк, ундайҙар башҡорттар араһында ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре араһында ла бар.
Мәскәүҙәге атамаларҙың кәмендә йөҙ йыллыҡ тарихына һылтаныусылар табылыр, моғайын. Шулай шул. Башҡорт дәүләт академия драма театры тиҙҙән йөҙ йыллығын билдәләйәсәк. Мәжит Ғафури исеме бирелеүгә ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Ә беҙ уны һаман үҙ-ара «Башдрам» тип кенә йөрөтәбеҙ. Мәжит Ғафури театры тип әйтергә тел әйләнмәй ҙә ҡуя.
Шәхестәребеҙҙе ҙурлау уларҙың исемдәрен урамдарға, уҡыу йорттарына, театрҙарға биреү генә түгел икән. Иң мөһиме, уларҙың исемдәренең халыҡ хәтерендә һаҡланып, телгә алынып тороуы. Салауат Юлаевтың исеме лә бит урамдарға, кохоздарға, райондарға, ҡалаларға бирелер алдынан, йөҙ йылдан ашыу бары тик халыҡ телендә, халыҡ хәтерендә генә һаҡланған бит.

Таһир ИШКИНИН,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
премия лауреаты.

Сығыу ваҡыты 28-03-2015, 10:36 | Ҡаранылар: 697
|
  • Башҡорт бейеүҙәре менән Олимпиадаға
  • Төн бик “Ҡыҙыу” булмаҡсы!
  • Грант алып ҡыуандылар
  • Ижад оҫталарына - юғары исемдәр
  • Библиотөн мауыҡтырғыс үтте
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM