RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Наҙ булһын йырҙарым”

14.03.2015 “Наҙ булһын йырҙарым”

Йырсы Айнур Туҡтаев тәүге концертын тәҡдим итә.

“Наҙ булһын йырҙарым”Айнур Туҡтаев таланттарға бай Баймаҡ ерендә, Кәрешкә ауылында ябай ғаиләлә тыуып үҫкән. Өсөнсө класта уҡыған саҡта уҡ беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан улына бар булмышы менән йыр-моңға ғашиҡ атаһы ижад юлына фатихаһын бирә. Ябай хеҙмәткәрҙәр булыуына ҡарамайынса (атаһы Рәшит – шофер, әсәһе Мәүли­ҙә – ашнаҡсы), Туҡтаевтарҙың йортонда башҡорт мәҙәниәтенә, сәнғәтенә айырыуса йылы ҡараш була. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә олатаһы Нурғәленең йырҙарын тыңлап ултырған бала сағы йырсының күңелендә матур миҙгел булып һаҡлана. Ауыл һәм мәктәп сәхнәләрендә барған барлыҡ сараларҙы үҙенең моңло тауышы, матур йырҙары менән биҙәгән Айнурға ауылдаштары ла яҡты киләсәк юрай. “Баймаҡ моңдары – 2000” район конкурсында еңеү яулауы уның киләсәген хәл итә: йыр-моңға ғашиҡ егет тыуған ауылында 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалына уҡырға инә.

Айнур һаман да уҡытыусыһы Джон Мусинға рәхмәт хистәрен йөрөтә. Матур йырлау, тауышты боҙмау өсөн тын алыуҙың, тауыштың дөрөҫ ҡуйылыуы мөһим. Сәхнәлә лә үҙеңде лайыҡлы тота белергә кәрәк. Тәбиғәт биргән таланттан тыш, уҡытыусының да роле бик мөһим. Джон Әхмәт улы егеткә һәр яҡтан кәңәшсе, остаз булып тора. Айнур 2006 йылда, училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына, музыка бүлегенә уҡырға инә. Бында ла уны вокал дәрестәренән Джон Мусин уҡыта. Студент йылдарында уҡ йәш йырсы үҙен төрлө йыр бәйгеләрендә һынап ҡарарға була. Һәм тәүге конкурста уҡ уңышҡа өлгәшә. 2006 йылда “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурсында – 2-се, 2008 йылда “Гәлсәр һандуғас” телевизион фестивалендә 1-се урын яулай. Тап ошо йылдарҙа ул башҡорт халыҡ йырҙары менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай, уларҙың тарихын өйрәнә.
Улының йырсы булыуын теләгән Рәшит ағайҙың хыялы тормошҡа ашты. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға был бәхетле көндәргә һөйөнөп оҙаҡ йәшәргә насип булмай. Һигеҙ йыл элек, ғаиләһен оло ҡайғыға һалып, яҡты донъянан китеп барҙы.
– Һәр сығышым һайын атайымды иҫкә алам. Арабыҙҙан иртә китеп барыуы ғына күңелде әрнетә. Ауыр тупрағы еңел булһын… Уның фатихаһы менән ижад юлын башланым һәм яҙмышым еңеүҙәр, йырҙар менән бәйләнде. Сихри йыр донъяһы менән таныштырыуы өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлемен. Сөнки Аллаһы Тәғәлә биргән талант менән халҡыңа хеҙмәт итеүҙән дә ҙур бәхет юҡтыр ул. Йырҙарым менән кешеләрҙең тормошон биҙәйем, ҡайғы-хәсрәттәрен таратам. Әлбиттә, камиллыҡтың сиктәре юҡ, миңә әле йыр сәнғәтенең нескәлектәрен өйрәнәһе лә өйрәнәһе, – ти Айнур, атаһын иҫкә алып.
Йәш йырсы хеҙмәт юлын Учалы филармонияһында башлай. Ул үҙенең булдыҡлылығын, әүҙемлеген эш менән күрһәтә. Төрлө концерт программалары менән республика район-ҡалаларында сы­ғыш яһап, киң билдәлелек яулай, дан ҡаҙана. Билдәле авторҙар менән танышып, репертуарын байыта. Һигеҙ йыл тәжрибә тупла­ғандан һуң, Айнур Башҡортостан­дың төньяҡ төбәгендә халҡыбыҙҙың һирәк осраған йырҙарын өйрәнеп башҡарыу, райондарҙа йәшәп ижад итеүсе үҙешмәкәр композиторҙарҙы табыу теләге менән Нефтекама филармонияһына эшкә күсә. Бөгөн ул намыҫ менән халҡы өсөн сәхнәлә хеҙмәт итә. Һәр сығышы һайын яңы йырҙар менән тамашасыларҙы ҡыуандыра.
Һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә арымай-талмай эшләгән Айнур башҡарыу оҫталығын арттырыу маҡсатында ситтән тороп Өфө дәүләт сәнғәт институтының аспирантураһына, вокал бүлегенә уҡырға инә. Бында уны мәшһүр йырсы, Башҡор­тостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова уҡыта. Быйыл ул уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом аласаҡ.
Айнур Туҡтаев үҙ талантына һаҡсыл ҡарай, йырҙарҙы һайлағанда ла уйлап эш итә. Халыҡ йырҙарына, классик композиторҙар ижадына күп иғтибар итә. Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге беренсе республика конкурсында еңеү яулауы һәм 2013 йылда “Башҡорт йыры” телепроектында “Һирәк яңғыраған халыҡ йырҙарын башҡарыусы” номинацияһында билдәләнеүе ҙур ихтирамға лайыҡ. Киләсәктә ул халыҡ йырҙарынан торған концерт программаһы менән сығыш яһарға ниәтләй.
“Эх, ҡыҙҙар”, “Тик һин йөрәк түрендә”, “Әсәйемә” йырҙары менән танылыу яулаған Айнур Туҡтаев Өфө тамашасыларын үҙенең тәүге концерты менән ҡыуандырмаҡсы. Талантлы йырсы 27 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк тамашала баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын көтөп ҡала. Төрлө йылдарҙа Учалы һәм Нефтекама ­ҡалаларында үҙ концерт программаһы менән сығыш яһаһа ла, Айнур баш ҡалала тәүге ҙур тамашаһы менән сығыш яһаясаҡ. Уның шатлығын уртаҡлашырға ижадташ дуҫтары – Башҡор­­­тос­тандың атҡаҙанған артистары Фәрүәз Урманшин, Резеда Әми­нева, Вилдан Яруллин, Башҡор­тостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин, йырсылар Айгөл










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы