RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Актер һәр ваҡыт өйрәнергә тейеш

01.02.2015 Актер һәр ваҡыт өйрәнергә тейеш

Актер һәр ваҡыт өйрәнергә тейешСтәрлетамаҡ театрын унан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Тормошсан, характерлы ролдәре ме­нән халыҡтың һөйөүен яу­лаған, күҙ ҡарашы менән дә тамашасыны үҙенә буй­һондорған ҡабатланмаҫ шәхес ул. Тормош иптәше Флорид ағай менән йылдар дауамында тыуҙырған матур, сағыу образдары тамашасылар күңелендә бөгөн дә һаҡлана. “Йәш­лек”­тең бө­гөнгө ҡунағы – Башҡор­тос­тандың халыҡ артисы Ниса Бакирова.

– Салауат һәм Стәрле­та­маҡ театрҙарының иң көслө образдарын сағылдырған, Стәрле­тамаҡ театры тарихына нигеҙ ташы һалыусы сәнғәткә, театр­ға нисек килде?
– Сәнғәт тигән сихри донъяға төрлө кеше төрлө юл менән килеп инә. Кемдер бәләкәйҙән унан башҡа бер нәмәне лә күрмәй ҙә, күрергә лә теләмәй, тик шул турала ғына хыяллана. Ә ҡайһы бе­рәүҙәрҙең һөйләүе буйынса, йә әхирәтенә эйәреп кенә, йә булмаһа, иғланды күреп ҡа­лып, уйламаҫтан ғына имтихандар биргән һәм ос­раҡлы рәүештә сәнғәт донъяһына килеп ингән дә, үҙенең юлын тапҡан. Ә мин үҙем бәләкәй­ҙән тик актер булыу тураһында ғына хыял­ландым. Башҡа һөнәр тура­һында уйламаным да, теләмәнем дә. Илшат ағайымдың (Башҡор­тос­тан­дың, Рәсәй­ҙең атҡаҙан­ған артисы Ил­шат Йомағолов): “Бармай­һың да, йөрөмәйһең дә! Ике аяғыңдың береһен атламай­һың”, – тип ҡырт ки­ҫеүенә, атай менән әсәйгә ебәрмәҫкә ҡушыуына ҡараманым. Уның шулай ҡырҡа ҡаршы булыуын йылдар үткәс, хәҙерге тәжрибәмдән сығып ҡына аңланым. Был буйым, төҫ-ҡиәфәтем менән (сәхнә ке­шеһенең буйға оҙон, төҫкә һылыу булыуы мотлаҡ тигән стереотип йылдар буйы килә, ә талант тәү ҡараштан күҙгә ташланмай бит) минең билдәле актер буласағыма, ма­тур ролдәр уйнай алырыма ул ышанмаған. Икенсе пландағы ролдәр менән ғүмерем үтеүенән ҡурҡҡандыр. Уның һүҙенә ҡарамайынса, 1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Кәшфи Фәй­рүш улы Ғә­ҙелшин тигән бик көслө уҡытыусы беҙҙең курс етәксеһе булды. Уға инде 95 йәш, һуғыш ветераны, заманында Сибай театрында, Арыҫлан Мөбәрәков менән академтеатрҙа режиссер булараҡ эш­ләгән кеше. Үҙем­дең яулаған уңыштарым, юғары баһаларым менән уға рәхмәтлемен. Тап уның курсында уҡыуымды иң ҙур уңышым, бәхетем тип атай алам.
1970 йылда беҙ Флорид менән Салауат театрына эш­кә килдек. Өфө менән Са­лауат театрында булған айыр­маны шунда уҡ тойҙом. Ике театр ике почерк кеүек айырылып тора тип әйтер инем. Ул ваҡытта Салауат театрында Хәй Фәхриев, Ғәзизә Насирова, Рим Баянов эшләне. Училищела уҡып өйрәнһәм, Салауатта эшләп өйрәндем. Шул шә­хес­тәрҙең репетициялары ваҡытында, ролем булмаған осраҡта ла, ҡайтмайынса уларҙы күҙәтеп ултыра тор­ғайным. Күҙәтеп өйрәнеү ҙә бик ҙур мәктәп. Башҡалар­ҙың уйнауына ҡарап, мин былайыраҡ уйнар инем, тип уйлап, күҙаллап ултыраһың. Ә һәйбәт уйнаған ер булһа, ошолай эшләргә кәрәк икән, тип үҙ оҫталыҡ багажыңа һалаһың. Ә хәҙер йәштәрҙә ошондай тырышлыҡты һиҙмәйем. Сәхнәлә ике артист ҡатнашҡан өҙөк репетицияһында шул ике артистан башҡа берәү ҙә юҡ. Башҡа ҡатнашыусыларға: “Һиңә сы­ғырға ваҡыт”, – тип әйтмәйенсә, улар репетиция залына инмәй. Йәштәрҙең ошо холҡо һәм режиссерҙарҙың быға юл ҡуйыуы мине аптырауға һала. Диплом алдым да артист булдым, тигән һүҙ түгел бит. Актер насар уй­нағанды ла, һәйбәт уйнағанды ла ҡарап, һәр ваҡыт өйрәнергә тейеш. Беҙ Салауат театрында режиссер Вәзих Сәйфуллин менән бергә оҙаҡ йылдар эшләнек. Ул, спектаклдә ҡатнашһаң да, ҡат­наш­маһаң да, репетициялар­ҙа мотлаҡ ултыртып ҡуйыр ине. Ике-өс йыл буйы залдан күҙәтеп ултырҙым. Актер өсөн кеше эшләгәнен ҡарап, ролһеҙ ултырыуҙан да ауыры юҡ. Әммә шул репетициялар барышында башҡаларҙың уйнағанын ҡарап, гимнаст тәне менән шөғөлләнгән кеүек, күңелем менән шөғөлләнеп ултыра торғайным. Үпкәләү юҡ, сөнки ҡатнашҡан артистарҙа буй, ҡиәфәт бар, мин уларға конкурент була алмайым. Бер йыл үтте, Мостай Кәримдең “Ай тотол­ған төндә” трагедияһын сәхнәләштерҙе лә, Вәзих Кәшәф улы театрҙан китте. Зөбәр­жәт ролен уйнаған ҡыҙ Ҡазан ҡалаһына күсеп киткәс, уның урынына мине алырға те­ләүен әйткәс, Флоридтың: “Юҡ, Ниса героиня түгел!” – тип әйткәнен көлөп һөйләнеләр. Ә Илшат ағайыма кил­гән­дә инде, байтаҡ йылдар эшләгәндән һуң, миңә ҡунаҡ­ҡа интернатта бергә уҡыған ҡыҙҙар килгәйне. Кеше ара­һында әйтмәһә лә, ағаһы арҡаһында уҡыны, театрға эшкә урынлашты, тип уйла­ғандар булды бит. Ошо осраҡ­ты файҙаланып: “Ағай, хәҙер нимә тип әйтер инең? Актер булыуыма ҡаршы төшөр инеңме?” – тип һораным. “Мин бит һинең шундай көслө артистка булырыңды белмәнем бит”, – тине.
– Һеҙ Флорид ағайҙы тәү түргәс тә ғашиҡ булдығыҙмы?
– Юҡ, уны тәү күргәс: “Бындай кешене лә актерлыҡҡа алалар икән”, – тип аптыраным. Көмрәйеберәк торған кәүҙәле, костюм эсенән майка кейеп алғайны. Уҡырға 8-се класты тамамлап килгәйне, һәр саҡ уны: “Һин бит Ҡазанға тартымһың, әсәйең, еңгәң татар. Бында нимә ҡарап килдең?” – тип үсектерә торғайным. Баш­ҡорт телен дә матурлап белмәне. “Цәй эцәсеңме?” – тип типтәрсә һөйләшә торғайны. Етмәһә, холҡо ла уҫал, өй­рәткәнде алып барманы, үҙ ҡарашы, фекере менән йә­шәргә тырышты. Гөлли Мө­бәрәкова – сәхнә теленән, Та­мара Хоҙайбирҙина бейеү­ҙән уҡытты беҙҙе. Улар Фло­ридты төҙәйтеп, тел өйрәтеп, актер итеп алды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уның менән режиссерҙарға ла эшләүе еңел булманы, дилбегәне һәр саҡ үҙ ҡулында тотто.
Беҙҙең театр – ғаилә театры. Бында бик күп ғаилә парҙары эшләне һәм эшләй. һуңғы арала, айырыуса Флоридты юғалтҡас, бының һәйбәтме, насармы икәнлеге хаҡында уйлана башланым. Насар­лы­ғын да, һәйбәтлеген дә һи­ҙәм. Барыбер ҙә һәр кем үҙ юрғанын үҙенә тарта. Әгәр ҙә роль бүлә башлаһалар, һәр актер үҙ партнеры менән уй­нарға тырыша. Ә ул партнер­ҙар ғаилә пары ла булһа, улар бер-береһе менән тиҙерәк аңлашып эш итә. Һө­нәрҙәренең ауырлығын белгәс, донъя көткәндә лә улар үҙ мөмкинлектәрен аңлай. Аҡсаһыҙлыҡҡа, гел генә юлда йөрөүгә ризаһыҙлыҡ белдермәй. Икенсе һөнәр эйәләре тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарай, был аңлашылмаусанлыҡҡа килтерә. Ә ғаиләлә булған проблема театрға эйәреп килһә, актер күңеле менән ролгә инеп уйнай алмай.
Миңә Флорид менән тормошта ла, сәхнәлә лә еңел булды. Хә­ҙер сәхнәлә лә, тормошта ла ир заттары ниңәлер йомшаҡ. Яңыраҡ Валентина Талызина менән әнгәмәне тыңлап ултырғайным, ул ҡыҙына: “Ирҙәрҙең яртыһы – эскесе, ә ҡалған яртыһы йүнәлешен (ориентация) юғалтҡан”, – ти. Был, ысын­лап та, шулай. Ә Фло­рид тормошта, сәхнәлә айырыуса, ҡаты булды. Тор­моштан бигерәк, уның сәхнәлә булыуын яраттым, уйнағанын ҡарап туя алмай инем. Үҙенең генә уйнауын гел залдан ҡараным. Ут кеүек янып, етеҙ итеп уйнай. һуңғы ваҡытта һаулығы ныҡ ҡаҡшаны. “Һөйәһеңме, һөймәй­һең­ме?” спектакле һуң­ғыһы бул­ды. “Үлермен, ахы­рыһы”, – тиеүемә, ул: “Юҡ­ты һөйләмә, аяғы ғына ауыртҡандан кеше үлә тиме ни?” – тип яуапланы. Һуңғы мәл­дә ошо репликаны шул тиклем әйткем килмәй торғайны. Ә бит әҫәрҙең сюжетын үҙгәртеп булмай. Яҙмышты ла…
Үлеменән һуң был спектакль репертуарҙан төшөп ҡалды. Уның ролдәрен баш­ҡа бер кем дә уның кеүек итеп уйнай алмаясаҡ. Фло­рид баҡыйлыҡҡа күскәс, театр коллективы уның иҫтәлегенә бағышлап кисә, йә булмаһа, спектакль ҡуйырға тәҡдим итте. Илһам Рәхимов үҙемә сценарий яҙырға, ре­жиссер булырға ҡушҡас, аҙ­на-ун көн эсендә күҙ алдымдан үткән тормош юлын са­ғылдырған әҫәр яҙ­ҙым. Ак­терҙар дәррәү генә репетицияларға йөрөнө, билдәле композитор, “Нур” татар дәүләт театрының хор белгесе Афарим Аҡсурин кисәнең башын һәм аҙағын әҙерләне. Һәм Флоридтың иҫтәлегенә арналған шул тиклем матур, тулҡынландырғыс кисә килеп сыҡты. Ошо кисә өсөн Стәр­летамаҡ театры коллективына, сал башымды эйеп, тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтәм. Мостай Кәримдең һуңғы шиғырҙарынан: “Ҡайтыр әле, ҡайтыр…” – ти­гән юлдарҙы уҡып: “Ҡайтамы һуң ул, үҙем генә бармаһам”, – тип илай инем. Ошо кисәнән һуң бер ни тиклем ваҡытҡа булһа ла, ҡайтты, тип үҙемде тынысландырып ҡуй­ҙым. Күпме кеше уны иҫенә төшөрҙө. Урыны ожмахта булһын инде… Уның үлеме – театр өсөн дә, башҡорт сән­ғәте өсөн дә ҙур юғалтыу. Ә үҙемдең юғалтыуымды һүҙ менән генә аңлатып бирә алмайым...
– Театрҙан, сәхнәнән ки­тергә теләгән саҡтарығыҙ булдымы?
– Булды, әлбиттә, күп тап­ҡыр булды. Гастролдән ҡайтып, йыуылған кер ҙә кибеп өлгөрмәй, ҡабат юлға сығып китә инек. План буйынса 75 көн йәйге, 30 көн көҙгө һәм яҙғы, 15 көн ҡышҡы гастроль ҡаралған. Бер спектакль бөтә республиканы урап сыҡмайынса репертуарҙан төшмәй. Беҙҙең балалар тә­гәрмәс өҫтөндә үҫте. Ошо һөнәремде юғалтмауым, актерлыҡтан төңөлмәүем өсөн шул гас­тролдәр ваҡытындағы фатир хужаларына рәхмәтлемен. Асыҡ күңел менән ҡаршы алып тәрбиәләнеләр. Фа­тирҙарға ике бала эйәртеп барып инә торғайныҡ. Әл­бит­тә, фатир таба алмай илап ултырған ваҡыттар ҙа булды. Бер ауылда беҙгә фатир юҡ, клубта Ләйсән ҡыҙыбыҙ менән өсәүләшеп ултырабыҙ, мин илайым. “Ҡай­там да ғариза яҙам”, – тигәйнем, Флорид мине ты­нысландыра: “Барыбер ике аҙна эшләтәсәктәр, ә ул ара­ла гастроль тамамлана”, – ти. Уҡыуҙы 18 кеше та­мамланыҡ, бөгөн барлыҡ курстан мин һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Вәкилә Ҡалмантаева ғына эшләп йөрөй. Сәхнә бик уҫал, төрлө һынауҙар, ауырлыҡтар менән ҡырҡ иләктән үткәрә. унда түҙемдәр һәм фанаттар ғына ҡала.
– Күп артистарҙың балалары ла ошо һөнәрҙе һайлай. Ә һеҙҙең балаларығыҙ сәхнә менән ауырыманымы?
– Беҙ Флорид менән йыш ҡына һөнәр буйынса өйҙә лә бәхәсләшә торғайныҡ. Хатта һуңғы йылдарҙа уның миңә: “Режиссировать итмә минең менән”, – тип тә ҡысҡырған саҡ­тары булды. Ошо бәхәстәрҙе, аҡсаһыҙлыҡты, юл йөрөү ауырлығын күргәнгә лә балалар сәхнә тураһында хыялланманы. Ҡыҙыбыҙ Ләй­сән, бала саҡтан беҙҙең менән бергә спектаклдәрҙә ҡатнашып йөрөһә лә, уҡы­тыу­сы һөнәрен һайланы. Улы­быҙ ҙа, актерлыҡ һәләте булыуына ҡарамаҫтан, икенсе юлдан китте. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Флорид улар­ҙың актер булыуын теләмәне. Ә мин ҡаршы килмәҫ инем.
– Йәш актерҙарға, ар­тистар­ға нимә теләр инегеҙ?
– һәйбәт спектаклдәр ки­леп сыҡһа ла, актерҙар бәләкәй генә бүлекте лә һәйбәт итеп уйнаһа, ихлас шатланам. Ә йәштәрҙең театрҙан китеүе ҡайғыға һала. Һәй­бәтме ул, насар актермы, әммә һәр киткән кеше артынан күңелдә бушлыҡ тойғоһо ҡала. Ә бит театр (дөйөм ал­ғанда ла, Стәрлетамаҡ театры тарихына күҙ һалғанда ла) бер ниндәй ауырлыҡтарға ла бирешмәйенсә, йылдар буйы йәшәп килә.
Беҙҙең төп ҡоралыбыҙ – тел һәм һүҙ. Тамаша за­лындағы һәр кеше һинең һү­ҙеңде аңларға, ишетергә те­йеш. Йөрәктән сыҡҡан һүҙ ге­нә йөрәккә барып етә. Телдең ҡәҙерен ебәрмәһәк ине.
Йәш саҡта театрға эшкә килгәс, бәлки, һәр кешегә, айырыуса оло быуынға оҡ­шап та етмәгәнмендер. Төр­лө һүҙҙәр еткереүселәр бул­ды. Ә бит һәр ваҡыт маҡталып ҡына йөрөп тә, гел генә һәйбәт итеп эшләп тә булмай. Үҙемдең тормош тәжрибәмдән сығып, йәштәргә һәр көҙ япраҡ ҡойоп, һәр яҙ һайын ҡабат япраҡҡа бөрөләнгән ағас кеүек булырға кәңәш итәм. Тәнҡиткә улар күңел төшөрөп түгел, ә үҫеш өсөн кәрәк нәмә тип ҡараһын ине. Сәхнә ауырлығы ҡур­ҡытмаһын, өркөтмәһен ине уларҙы. Сәхнә барыбер йәшлекте ярата, ә йәшлек ниңәлер тиҙ генә үтә лә китә. Театрға дәртле, талантлы йәштәрҙең килеүен көтәбеҙ!
– Ниса апай, һеҙҙең ижа­ды­ғыҙҙы, уйнауығыҙҙы бөтә ғүмерем буйы күҙәтеп бар­ған кеше булараҡ, шуны әйтеп үткем килә: үҙегеҙ әйтмәйенсә һеҙҙең буйға тә­пәш, төҫкә һылыу булмауығыҙҙы бер кем дә күрмәҫ тә, белмәҫ тә ине. Сөнки һеҙҙә ярылып ятҡан талант бар. ошо талантығыҙ һеҙҙе тамашасы алдында һомғол да, һылыу ҙа итә. Һаулыҡ һәм ғүмер теләйбеҙ!










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы