RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фестиваль йылдың мәҙәни сараларына юл асты

01.02.2015 Фестиваль йылдың мәҙәни сараларына юл асты

Фестиваль йылдың  мәҙәни сараларына юл астыБөрөлә «Керәшен һыуыҡтары –2015» асыҡ эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы уҙҙы. Бәйгелә үҙ бәхетен һынап ҡарау өсөн Өфө, Дүртөйлө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Учалы, Ағиҙел, Бөрө, Баймаҡ, Нефтекама, Салауат ҡалаларынан, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенең Дубна ҡалаһынан 300-гә яҡын кеше килгәйне. Туймазы, Дыуан, Краснокама, Әбйәлил, Бөрйән, Кушнаренко, Мишкә, Благовар, Дәүләкән, Ҡариҙел райондарынан да вәкилдәр булды.
«Эстрада йыры» номинацияһында 63 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты. Фестивалдең гран-прийына Баш­ҡорт дәүләт университеты Неф­текама филиалының тарих факультеты студенты Ринат Сәлихйәнов лайыҡ булды.
«Эстрада бейеүе» һәм «Ин­струменталь коллективтар» номинацияларында гран-при тапшырылманы. Стәрлетамаҡтан «Антре» һәм «Урам тормошо» бейеү коллективтарына I дәрәжә лауреаттар исеме бирелде. Төркөмдәр араһында беренсе урынды Өфөнән «My Magic. Eskimos» һәм Благо­вещендан «Near to Paradise» бүлеште.
«Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы үҙенең күп төрлөлөгө һәм юғары башҡарыу оҫталығы менән тамашасыларҙы йәлеп итә. Башҡортостандың Мәҙәниәт ми­нистрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте республикала йәшәүселәр өсөн күңелле байрам ойошторорға тырыша. Фестивалдең төп йолаларының береһе – Рәсәй «йондоҙҙары»н саҡырыу. Был юлы унда танылған йырсы Андрей Державин сығыш яһаны. Байрам, ғәҙәттәгесә, «Керәшен һыуыҡтары» фестиваленең гимнын башҡарыу менән тамамланды.
Республикала быйыл 21-се тапҡыр үткәрелгән йыр-моң йыйыны мәҙәни сара ғына түгел, ә фекер алышыу майҙансығы ла булды.
«Медиаполигон» тип аталған дискуссия ултырышында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов, БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Радик Гәрәев, Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Вячеслав Ғиләжетдинов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы начальнигы Борис Мелкоедов, журналистар ҡатнашты. Унда республика төбәктәрендә ту­рис­тик маршруттар булдырыу, бренд­тарҙы танытыу хаҡында һөйләштеләр.
С. НИЯЗОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы