НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Изге айҙың һуңғы ун көнө бигерәк тә мәртәбәле
Новости / Иман // 28-06-2016, 14:38


Изге айҙың һуңғы ун көнө  бигерәк  тә мәртәбәлеБыл айҙа ҡылынған һәр ғибәҙәт, һәр изге эш өсөн әжер-сауаптар күп тапҡырға күбәйтеләсәк

Мосолмандар көтөп алған, гонаһтар ғәфү ителгән, ғибәҙәттәр көсәйтелгән күп әжер-сауаплы изге рамаҙан айы үтеп тә бара. Алда бары тик һанаулы ғына көндәр ҡалды. Аллаға ихлас күңелдән ышанған, ошо айҙың бөйөклөгөн тулыһынса аңлаған мосолман уның тамамланыуын һағышланып ҡаршы ала. Сөнки ул тап ошо айҙың башҡа бер ҡасан да кире ҡайтмаҫын белә, ә киләһе рамаҙан айына тиклем кемдер йәшәмәҫкә лә мөмкин. Кемдең күпме ғүмере ҡалғанын бары тик Алла ғына белә бит. Тап ошо ай, бәлки, һинең һуңғы мөмкинлегеңдер. Шуға күрә уның ҡәҙерен белергә, төнгө намаҙҙар уҡырға, Ҡөрьән уҡыуға күберәк ваҡыт бүлергә, саҙаҡалар таратырға кәрәк. Был айҙа ҡылынған һәр ғибәҙәт, һәр изге эш өсөн әжер-сауаптар күп тапҡырға күбәйтеләсәк....

Рамаҙан – бар айҙарҙың солтаны
Новости / Иман // 6-06-2016, 09:50


Рамаҙан –  бар айҙарҙың солтаны5 июндә ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башланды

Мосолмандар көтөп алған изге Рамаҙан айына ла күп ҡалманы. Әгәр ҙә Алла насип итһә, тиҙҙән ураҙаға ла инәсәкбеҙ. Беҙгә ошо изге айҙы биргән, тәүбәләр ҡылып, гонаһтарыбыҙҙан арыныр, ғибәҙәттәр ҡылып, әжер күбәйтер мөмкинлектәр биргән Аллаға маҡтау булһын....

Бәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан көн
Новости / Иман // 29-04-2016, 10:31


Бәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан көн3 май – Миғраж кисе
Миғраж кисе – Ислам динендә ҡиммәтле һәм дәрәжәле мөбәрәк кистәрҙең береһе. Ошо төндә ул Аллаһы Тәғәлә әмере менән күктәргә күтәрелгән, йәннәт үә йәһәннәмгә күрһәтелгән. Миғраж Рәжәб айының 27-се кисендә була. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән башҡа ул бер бәйғәмбәргә лә бирелмәй. Был кис хаҡында ул: «Төндә йәнем, кәүҙәм менән киттем», – тип белдерә.
Риүәйәттәргә ҡарағанда, Аллаһы Тәғәлә үҙенең илсеһен Мәккәнән Әл-Ҡоддусҡа (Иерусалимға) күсергән, уны ете күк көмбәҙе аша үткәреп, үҙ тәхете янына күтәргән, үҙен күреү мәрхәмәтен биргән. Миғраж кисендә мосолмандар доға ҡылып, Ҡөрьән уҡып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡиссаһын өйрәнеп, уға мәҙхиә әйтеп, риүәйәттәр һөйләп үткәрә. Аллаһы Тәғәләгә шөкөрана итә, гонаһтарын тәүбә итеүҙе һорай.
...

Намаҙ ваҡыты - февраль айы
Новости / Иман // 5-02-2016, 10:56


Намаҙ ваҡыты - февраль айы Йомадиәл әүүәл айында намаҙ ваҡыты
2016 миләди йыл * 1437 һижри йыл...

Йәшлек ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр
Иман / Махсус бит // 4-02-2016, 18:51


Йәшлек ҡәҙерен  белеп йәшәйҙәрИлфат менән Эльза мәсеттә таныша. Рәсәй ислам университетын тамамлаған Илфат Ибраһим улы Учалы ҡалаһы мәсетенә мәзин булып эшкә килә. Әйткәндәй, әгәр мәзиндәр араһында оҫталыҡ конкурсы уҙғарылһа, ул, һис шикһеҙ, берәй “гәлсәр һандуғас” исеме яулар ине – моңло аҙаны алыҫтарға тарала, көмөш тауышына һоҡланмаған кеше юҡ. Иман йортона килеүселәрҙе хәҙрәт алсаҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Һәр кемде тыңлап, аңлап, йылы һүҙ ҡушып, урынлы кәңәшен биреп, мөмкин булғанса ярҙам күрһәтергә тырыша. Бер көн, әүәлгесә дежурҙа ултырғанында, кәрәкле доғаларҙы ентекләберәк өйрәнеү ниәте менән килгән һылыу ҡыҙҙы ҡабул итә. Дини белем менән бүлешеүҙән башланған аралашыу һөҙөмтәһендә йәштәр никахҡа инә.
...

Ураҙа тотоп, кеше ҡарғамайыҡ
Новости / Иман // 22-01-2016, 14:01


Ураҙа тотоп, кеше ҡарғамайыҡМәсеткә йөрөгән ҡыҙҙарҙың да тәмәке тартып, әҙәпһеҙ һөйләшеп торғанын күрергә тура килде. Һөйләшеп киткәйнек, уларҙан мәсеткә йөрөүҙәренең сәбәбен һораным. “Унда аҡыллы, бай егеттәр йөрөй һәм кәләште лә иманлы ҡыҙҙар араһынан һайлай”, – тип яуапланы береһе. Тик яулыҡ ябыныу ғына иман тураһында һөйләмәй бит. Биш ҡат яулыҡ ябынһаң да, күңелгә сафлыҡ үҙенән-үҙе инмәй (элек еңел тормош алып барыусылар, гонаһҡа батыусылар тураһында түгел һүҙем, ҡайһы бер кешеләр тәүбәһенә ҡайтып, иманға килә. Уларға һоҡланыуҙан башҡа тойғом юҡ. Ике төрлө тормош алып барыусыларға аптырайым. Телдә – бер һүҙ, күңелдә – икенсе тойғо, ә йәшәйеш рәүеше бөтөнләй башҡаса...)....

Намаҙ ваҡыты - ғинуар айы
Новости / Иман // 8-01-2016, 11:45


Намаҙ ваҡыты - ғинуар айыРабиғел ахыр айында намаҙ ваҡыты
2016 миләди йыл
1437 һижри йыл

Рабиғел Аҙна көндәре Ғинуар Иртәнге Ҡояш Өйлә Икенде Аҡшам Йәстү
ахыр намаҙ ҡалҡа намаҙы намаҙы намаҙы намаҙы
...


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
  • Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



  • Радио Юлдаш FM