НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Намаҙ ваҡыты - февраль айы
Новости / Иман // 5-02-2016, 10:56


Намаҙ ваҡыты - февраль айы Йомадиәл әүүәл айында намаҙ ваҡыты
2016 миләди йыл * 1437 һижри йыл...

Йәшлек ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр
Иман / Махсус бит // 4-02-2016, 18:51


Йәшлек ҡәҙерен  белеп йәшәйҙәрИлфат менән Эльза мәсеттә таныша. Рәсәй ислам университетын тамамлаған Илфат Ибраһим улы Учалы ҡалаһы мәсетенә мәзин булып эшкә килә. Әйткәндәй, әгәр мәзиндәр араһында оҫталыҡ конкурсы уҙғарылһа, ул, һис шикһеҙ, берәй “гәлсәр һандуғас” исеме яулар ине – моңло аҙаны алыҫтарға тарала, көмөш тауышына һоҡланмаған кеше юҡ. Иман йортона килеүселәрҙе хәҙрәт алсаҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Һәр кемде тыңлап, аңлап, йылы һүҙ ҡушып, урынлы кәңәшен биреп, мөмкин булғанса ярҙам күрһәтергә тырыша. Бер көн, әүәлгесә дежурҙа ултырғанында, кәрәкле доғаларҙы ентекләберәк өйрәнеү ниәте менән килгән һылыу ҡыҙҙы ҡабул итә. Дини белем менән бүлешеүҙән башланған аралашыу һөҙөмтәһендә йәштәр никахҡа инә.
...

Ураҙа тотоп, кеше ҡарғамайыҡ
Новости / Иман // 22-01-2016, 14:01


Ураҙа тотоп, кеше ҡарғамайыҡМәсеткә йөрөгән ҡыҙҙарҙың да тәмәке тартып, әҙәпһеҙ һөйләшеп торғанын күрергә тура килде. Һөйләшеп киткәйнек, уларҙан мәсеткә йөрөүҙәренең сәбәбен һораным. “Унда аҡыллы, бай егеттәр йөрөй һәм кәләште лә иманлы ҡыҙҙар араһынан һайлай”, – тип яуапланы береһе. Тик яулыҡ ябыныу ғына иман тураһында һөйләмәй бит. Биш ҡат яулыҡ ябынһаң да, күңелгә сафлыҡ үҙенән-үҙе инмәй (элек еңел тормош алып барыусылар, гонаһҡа батыусылар тураһында түгел һүҙем, ҡайһы бер кешеләр тәүбәһенә ҡайтып, иманға килә. Уларға һоҡланыуҙан башҡа тойғом юҡ. Ике төрлө тормош алып барыусыларға аптырайым. Телдә – бер һүҙ, күңелдә – икенсе тойғо, ә йәшәйеш рәүеше бөтөнләй башҡаса...)....

Намаҙ ваҡыты - ғинуар айы
Новости / Иман // 8-01-2016, 11:45


Намаҙ ваҡыты - ғинуар айыРабиғел ахыр айында намаҙ ваҡыты
2016 миләди йыл
1437 һижри йыл

Рабиғел Аҙна көндәре Ғинуар Иртәнге Ҡояш Өйлә Икенде Аҡшам Йәстү
ахыр намаҙ ҡалҡа намаҙы намаҙы намаҙы намаҙы
...

Изге китап – шиғыр юлдарында
Новости / Иман // 31-12-2015, 11:57


Башҡортостан мосолмандары ошо көндәрҙә “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабын алып ҡыуанды. Сүрәләрҙе шиғри юлдар­ға күренекле шағир, йы­раусы, ҡурайсы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты Мәүлит Ямалетдинов һалған. Ул был изге эш менән 23 йыл буйына шөғөлләнә.
Башта 50 сүрәне тәржемәләгән Ҡөрьән Кәрим китабы бынан бер нисә йыл элек Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ярҙамында 5 мең дана тираж менән донъя күргәйне.
Әле шағир 76 сүрәне шиғри юлдарға ауҙарған. Уны сыға­рыу­ҙа Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажет­дин булышлыҡ иткән. Миңзәлә һәм Ҡадурий хажи Фазлетди­новтар матди ярҙам күрһәткән....

Сәфәр айында намаҙ уҡыу ваҡыты
Новости / Иман // 14-11-2015, 13:32


Сәфәр айында намаҙ уҡыу ваҡытыСәфәр айында намаҙ уҡыу ваҡыты...

АҠЫЛ ЙӘШТӘ ТҮГЕЛ – БАШТА
Новости / Иман // 13-11-2015, 15:16


АҠЫЛ ЙӘШТӘ ТҮГЕЛ – БАШТАЗәйнулла 14 йәшендә тәү тапҡыр ураҙа тота. Август айына тура килгән Рамаҙанды, еңел булмаһа ла, тейешенсә үткәреп ебәреүгә өлгәшә.
“Белем эҙләгеҙ, бының өсөн Ҡытайға барыр кәрәк булһа ла” (хәҙис).
Мәктәп программаһынан тыш, Зәйнулла Рәиф улы ислам буйынса күп китап уҡый. Дини белемгә ысын мәғәнәһендә сарсап, һыуһап йөрөй йәш мөьмин. Ҡайҙа аға икән ул һыуһынды ҡандырырлыҡ тулы шишмәләр?
Бирәм, тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, бер көн мәүлит ваҡытында мәсеткә Дағстандан ҡунаҡтар килеп төшә. Дағстан мөфтөйө ебәргән хәҙрәттәр ислам, бәйғәмбәрҙәр хаҡында һөйләй, Рәсәй ислам университетының Дағстандағы филиалы тураһында мәғлүмәт тә бирә. Шул кистән Зәйнулла йөрәгендә тау иленә барыу хыялы тоҡана....

Көн дә уҡыла торған доғалар
Новости / Иман // 19-09-2015, 14:04


Көн дә уҡыла торған доғаларЯрҙам күрһәтеүсе йә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла

“Аллаһүмәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙүнүбәһү үә әккид имәнәһү үә әкҫир әмүәләһү үә үәфиҡҡһү ғәлә хайри мәҡасидиһ”.

Мәғәнәһе: “Эй, раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен, саҙаҡа биргән кешене афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит”....

Ислам традицион була аламы?
Новости / Иман // 1-09-2015, 17:08


Беҙ “традицион ислам” һүҙ теҙмәһен йыш ҡулланабыҙ, әммә уның тәрән мәғәнәгә эйә булыуы тураһында уйланмайбыҙ. Төрлө атамаларҙың мәғәнәһе төбөндә ҡайһы саҡта ҡапма-ҡаршы ҡараштар көрәше ята һәм улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына ҡораллы ҡаршылыҡҡа әүерелә. Мәҫәлән, Сүриәлә бөгөн шундай хәл күҙәтелә. Исламға ҡарата “традицион” төшөнсәһе тура килһен дә ти, ул саҡта традицион булмағаны ниндәй һуң? Тимәк, Рәсәй, Мысыр, Төркиәләге ислам һәм уның башҡа төрҙәре лә бар булып сығамы?
Былар – “Традицион ислам: төшөнсәһе, асылы, йөкмәткеһе" тип аталған һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған ғилми-ғәмәли семинарҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙең бер өлөшө генә. Семинарҙа ошо юғары уҡыу йорто ғалимдары, дин белгестәре, дини ойошмалар вәкилдәре, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Ислам университеты уҡытыусылары ҡатнашты....

Һин сөскөргәндә фәрештә нимә яҙа?
Новости / Иман // 17-07-2015, 17:14


Сөскөргән кешегә йыш ҡына: "Иҫәнлеккә!" – тиҙәр. Был – боронғо этикетты һаҡлау. Күптәр, уны зыянлы ғәҙәт тип уйлап, шулай ти. Ә ни өсөн һуң?
Сөскөрөүселәргә иҫәнлек теләү бик борондан килә. Ул замандарҙа шундай ауырыуҙар булған, хәҙер генә улар ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Шуларҙың береһе – "ғаләм шеше" – үпкә чумаһы. Был ҡурҡыныс сир еңелсә сөскөрөү һәм йүткереүҙән башланған һәм әкренләп киңәйгән. Шуға күрә лә йәмәғәт урынында сөскөрөү ғәҙәттән тыш ваҡиға һаналған һәм һәр кем, "ғәйепле"гә иҫәнлек теләп, үҙен һаҡларға тырышҡан....


  • Шайтан
  • Һынауҙарҙан ҡайырылмаһын яҙмыштар
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Үҙ телеңде үҙең яҡла!
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)



  • Радио Юлдаш FM