НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“Хәҡиҡәт – ул Аллаһы Тәғәлә”
Новости / Иман // 1-09-2016, 12:21


“Хәҡиҡәт – ул Аллаһы Тәғәлә”Бөгөн дин белгестәре шул тиклем күбәйеп китте, хатта кем хаҡ, кем яңылыш һөйләгәнен дә айырырлыҡ түгел. Ғәмәлдә ниндәй ул хаҡ дин? “Бохарала – дүрт, Ташкентта – дүрт, Сүриәлә ике йыл белем эстәп, 30 йылдан ашыу имам булып эшләп, назаратҡа етәкселек итеп тә әле исламдың “И” хәрефен дә белмәйем”, – тип үҙен бик баҫалҡы баһалаған Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының баш мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН менән әңгәмәне ошо һорауҙан башланыҡ....

Хәҙистәр
Новости / Иман // 5-08-2016, 10:13


Хәҙистәр
- Доғаның ҡабул булыуы өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ.

- Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандарҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт ҡылыр. Ундай кешегә изге эштәр эшләү рәхәтлек һәм ләззәт бирер.

- Үҙегеҙгә һәм балаларығыҙға насар доға ҡылмағыҙ. Аллаһтың тәҡдиренә риза булығыҙ. Ниғмәттәрен арттырыуҙы һорап, доға ҡылығыҙ.

- Эшләмәйенсә доға ҡылғандар ҡорал­һыҙ һуғышҡа киткән кеүек булырҙар....

Мин нисек динде үҙләштерҙем
Новости / Иман // 3-08-2016, 10:02


Мин нисек динде үҙләштерҙемӘсәйем динле, уҡымышлы кеше ине. Ҡөрьәндең ҡайһы бер аяттарын, мөнәжәттәрен, салауаттарҙы ҡысҡырып уҡығанында мин дә отоп ҡала инем. Ә ғәрәпсә хәрефтәр менән беренсе синыфҡа төшкәнсе таныштым. Башта үҙемдең исемемде, унан ғаиләмдәге бар кешенең исемдәрен яҙырға өйрәндем. Аҙаҡ, өйҙән алыҫҡа киткәндә, әсәй менән ғәрәпсә хат яҙыша инем, тик Ҡөрьәнде уҡый белмәнем. Ул ваҡытта мәктәп дингә бигерәк ҡаршы булды. Уҡытыусылар: “Алла юҡ, һеҙ өйҙә ата-әсәләрегеҙҙе тыңламағыҙ, улар иҫке донъя ҡалдығы”, – тип өйрәтә ине.
...

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын
Новости / Иман // 4-07-2016, 15:12


Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын1 – 3 шәүүәл (5 – 7 июль) – Ураҙа байрамы. 5 июлдә мосолмандар, иртә менән тороп, ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейемдәрен кейеп, Ураҙа ғәйете намаҙына баҫа. Ул өйлә намаҙы еткәнсе дауам итә. Ниндәйҙер сәбәп менән был намаҙ байрамдың беренсе көнөндә уҡылмай ҡалһа, уны икенсе көндө лә уҡырға рөхсәт ителә, тик өсөнсө көнгә генә ҡалдырырға ярамай. Ғәрәптәрҙә Айыт әл-фитр тип аталған был ураҙа байрамы көндәрендә мосолмандар бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырыша. Үҙҙәрен ғәйепле тойғандар ғәфү үтенә, мәрхүмдәрҙе иҫкә ала, уларҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерә. Хәйер бирерлек мөмкинлеге булған кешеләрҙең ба­рыһы ла Ураҙа ғәйете намаҙына тиклем үҙе һәм бәлиғ булмаған балалары өсөн фәҡирҙәргә фы­тыр саҙаҡаһы бирергә бурыслы....

Изге айҙың һуңғы ун көнө бигерәк тә мәртәбәле
Новости / Иман // 28-06-2016, 14:38


Изге айҙың һуңғы ун көнө  бигерәк  тә мәртәбәлеБыл айҙа ҡылынған һәр ғибәҙәт, һәр изге эш өсөн әжер-сауаптар күп тапҡырға күбәйтеләсәк

Мосолмандар көтөп алған, гонаһтар ғәфү ителгән, ғибәҙәттәр көсәйтелгән күп әжер-сауаплы изге рамаҙан айы үтеп тә бара. Алда бары тик һанаулы ғына көндәр ҡалды. Аллаға ихлас күңелдән ышанған, ошо айҙың бөйөклөгөн тулыһынса аңлаған мосолман уның тамамланыуын һағышланып ҡаршы ала. Сөнки ул тап ошо айҙың башҡа бер ҡасан да кире ҡайтмаҫын белә, ә киләһе рамаҙан айына тиклем кемдер йәшәмәҫкә лә мөмкин. Кемдең күпме ғүмере ҡалғанын бары тик Алла ғына белә бит. Тап ошо ай, бәлки, һинең һуңғы мөмкинлегеңдер. Шуға күрә уның ҡәҙерен белергә, төнгө намаҙҙар уҡырға, Ҡөрьән уҡыуға күберәк ваҡыт бүлергә, саҙаҡалар таратырға кәрәк. Был айҙа ҡылынған һәр ғибәҙәт, һәр изге эш өсөн әжер-сауаптар күп тапҡырға күбәйтеләсәк....

Рамаҙан – бар айҙарҙың солтаны
Новости / Иман // 6-06-2016, 09:50


Рамаҙан –  бар айҙарҙың солтаны5 июндә ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башланды

Мосолмандар көтөп алған изге Рамаҙан айына ла күп ҡалманы. Әгәр ҙә Алла насип итһә, тиҙҙән ураҙаға ла инәсәкбеҙ. Беҙгә ошо изге айҙы биргән, тәүбәләр ҡылып, гонаһтарыбыҙҙан арыныр, ғибәҙәттәр ҡылып, әжер күбәйтер мөмкинлектәр биргән Аллаға маҡтау булһын....

Бәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан көн
Новости / Иман // 29-04-2016, 10:31


Бәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан көн3 май – Миғраж кисе
Миғраж кисе – Ислам динендә ҡиммәтле һәм дәрәжәле мөбәрәк кистәрҙең береһе. Ошо төндә ул Аллаһы Тәғәлә әмере менән күктәргә күтәрелгән, йәннәт үә йәһәннәмгә күрһәтелгән. Миғраж Рәжәб айының 27-се кисендә була. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән башҡа ул бер бәйғәмбәргә лә бирелмәй. Был кис хаҡында ул: «Төндә йәнем, кәүҙәм менән киттем», – тип белдерә.
Риүәйәттәргә ҡарағанда, Аллаһы Тәғәлә үҙенең илсеһен Мәккәнән Әл-Ҡоддусҡа (Иерусалимға) күсергән, уны ете күк көмбәҙе аша үткәреп, үҙ тәхете янына күтәргән, үҙен күреү мәрхәмәтен биргән. Миғраж кисендә мосолмандар доға ҡылып, Ҡөрьән уҡып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡиссаһын өйрәнеп, уға мәҙхиә әйтеп, риүәйәттәр һөйләп үткәрә. Аллаһы Тәғәләгә шөкөрана итә, гонаһтарын тәүбә итеүҙе һорай.
...


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА



  • Радио Юлдаш FM