НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

“Йәсин” cүрәһе – Ҡөрьәндең йөрәге
Новости / Иман // 15-04-2017, 12:04


“Йәсин” cүрәһе – Ҡөрьәндең йөрәгеХәҙрәти Ибн Ғаббас әйтеүенсә, “Йәсин” сүрәһе Мәккә ҡалаһында Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләй-һиссәләм аша ингән. Был сүрәлә 83 аят бар. Хәҙрәти Әнәс: “Рәсүлуллаһ салләллаһү ғаләйһис-сәлләм әйтте: “Һәр нәмәнең йөрәге бар, Ҡөрьәндең йөрәге иһә – “Йәсин”, берәй әҙәм “Йәсин” сүрәһен уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә ун мәртәбә Ҡөрьән уҡып сыҡҡан кеүек сауап яҙып ҡуясаҡ”. Был хәҙис-шәриф “Йәсин” сүрәһенең бөйөклөгөнә, ҙур дәрәжәһенә ап-асыҡ дәлилдер. Әбү Һүрайра риүәйәте буйынса, бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйткән: “Берәй бәндә төндә “Йәсин” сүрәһен, Алланың ризалығына ирешәйем, тип уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешене шул төндә ғәфү итәлер”....

Хажға барырға теләһәң…
Новости / Иман // 8-04-2017, 11:59


Хажға барырға теләһәң…Башҡортостан мосолмандары диниә назаратында хаж бүлеге ойошторолдо. Мо­солмандар өсөн фарыз ғәмәлде үтәргә теләүселәр Сәғүд Ғәрәбстанына “Урал-сервис” фирмаһы аша бара ала. Улар ошоғаса хажға “Мөслим тур”, “Хадж фонд”, “ЦДУМ РТ хадж” фирмалары аша йөрөй ине. “Хаж” буйынса берҙәм операторҙы һайлау ойоштороу эштәрен еңеләйтә. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты хаж ҡылыусы менән уны ойоштороусы араһында гарант булып тора”, – ти хажға барыуҙы ойоштороусыларҙың береһе Илшат Хафизов. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тыуған иленә изге ғәмәлде үтәргә барыусыларға “эконом” һәм “стандарт” программалары тәҡдим ителә. Уларҙың тәүгеһендә Өфөнән тура Дубайға осоу һәм ике көн автобуста барыу ҡарал­ған. Хаҡы – 105 мең һум. Икенсеһе – самолет менән тура осоу, бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Хаҡы – 150 мең һум. Сәфәр ҡылыусыларҙы табип оҙатып йөрөй. “Урал-сервис” аша хаж ҡылырға теләүселәр урындағы имамдарға ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Быйыл хажға барыуға Рәсәйгә 20 мең мосолман­ға квота бүленгән. Алланың әмерен үтәүселәргә назаратта дәрестәр ҙә биреләсәк.
“Раббыбыҙ һәр мосолманға хәленән килгәнсә хаж ҡылыуҙы әмер иткән. Әҙәм балаһының ҡәлебе – хажда. Сәғүд Ғәрәбстанында саңлы, түҙеп торғоһоҙ эҫе. Ләкин барыбер кеше шунда ҡабат-ҡабат барырға атлығып тора. Хажы ҡабул булған кеше сабый балалай гонаһһыҙ ҡайта. Хажға күберәк ололар йөрөй. Хатта 90 йәшлек ҡарттар ҙа бар. Йәштәрҙе лә был ғәмәлде үтәргә саҡырам. Хажға ышаныслы ойошмалар аша барыр­ға кәрәк”, – ти Илшат хажи Хафизов....

Хәләл ризыҡ хаҡында
Новости / Иман // 6-04-2017, 11:56


Хәләл ризыҡ хаҡындаТыйылмаған йәиһә исламиәттә рөхсәт ителгән ризыҡтар хәләл һанала. Был йәһәттән бәйғәмбәребеҙ түбәндәгеләрҙе бойорҙо.
Доғаның ҡабул булыуы өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ.
Бер кеше һис хәрәм ҡатнаштырмайынса ҡырҡ көн хәләл ризыҡ ашаһа, Аллаһы Тәғәлә уның күңелен нур менән тултырыр. Йөрәгенән йылғалар кеүек хикмәт, файҙалы ғилем ағыҙыр, күңеленә донъяға мөхәббәт килтерер.
Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү бер хазинаға оҡшар. Был хазинаның асҡысы – доға, асҡыстың тештәре иһә хәләл ризыҡтыр.
Һәр көн хәләл байлыҡ менән алыш-биреш итеү төндәрҙе – ғибәҙәт, көндәрҙе ураҙа менән үткәреүҙән хәйерлелер.
Хәләл булмаған ризыҡ ашаған кешелә Аллаһы Тәғәләгә итәғәт итеү көсө лә булмаҫ, хәләл ризыҡ ашаған кешелә Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында тәкәбберлек хисе булмаҫ.
Хәләл булмаған ризыҡ ашағандарҙың ете ағзаһы, теләһә-теләмәһә лә, гонаһ эшләр. Хәләл ризыҡ ашағандарҙың һәр ағзаһы ғибәҙәт итер. Ундай кешегә изге эштәр эшләү рәхәтлек һәм ләззәт бирер.
Беҙҙең ғүмер юлыбыҙҙа ҡулдарыбыҙ хәләл эштә, күңелебеҙ иһә Аллаһы Тәғәләләлер....

Мәрхүмдәр доға өмөт итә
Новости / Иман // 5-04-2017, 11:54


Мәрхүмдәр доға өмөт итәКеше мәрхүм булғас, уның ситтә йәшәгән яҡындары ҡайта, әммә уларға мәйетле йортта күрешергә ярамай, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?

Төрлөһө төрлө яҡта йөрөгән туғандарҙың ҡайҙа күрешеүе мөһим түгел. Тимәк, уларҙың мәйетле йортта күрешеүендә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ.
Мәрхүмдең өсө менән етеһен бергә уҡытыу дөрөҫмө? Ҡырҡын уҡыталар, 51-се көнөн уҡытыу мотлаҡмы?
Мәрхүмдәрҙең өсө менән етеһен һәм башҡа көндәрен уҡытыу зарурлығы шунан тыуған: улар­ҙы оноторға ярамай, вафат булғандар доғаға мохтаж. Һәр ваҡыт рухтарына аяттар бағышлап, Ҡөрьән уҡытып торорға кәрәк. Уларҙы ҡасан уҡыһаң да ярай. Аятты аныҡ көндәрҙә генә уҡытыу мөһим түгел. Иң кәрәге – әруахтарҙы онотмау.
Мосолманды табутҡа һалып ерләү яраймы?
Мәрхүмде табутта ерләргә ярамай. Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләй­һис-сәләмде тупраҡтан яралтҡан, уның балалары ла тупраҡҡа кире ҡайтырға тейеш. Ер – пак, шуға ла кешене, өс ҡат кәфенгә төрөп, ергә һалалар. Ә табут тупраҡ менән кеше араһында кәртә булып тора....

Изге доғалар менән үткәрегеҙ!
Новости / Иман // 29-03-2017, 07:30


Изге доғалар менән үткәрегеҙ!Рәжәб – Аллаһы Тәғәләнең үҙ айы. Был айҙы ихтирам итеп, уға хөрмәт күрһәткән кешене Алла фани донъяла ла, Әхирәттә лә үҙ рәхмәттәренән мәхрүм итмәҫ, ти. Рәжәб айы мосолмандарҙа кесе хаж ҡылыу айы ла булып тора....

Мәрхүмдәр доғаға мохтаж
Новости / Иман // 4-02-2017, 10:54


Мәрхүмдәр  доғаға мохтаж
Әруахтарҙы иҫкә алыу, ҡәберҙәрен зыярат ҡылыу – мосолман өсөн маҡтаулы эш. Вафат булыусының туғандары уны иҫкә алыу табыны йыйырға тейеш.

Шәриғәт өйрәтеүенсә, аш әҙерләп, дин әһелдәре, күршеләр, дуҫ-иштәр, ҡәрҙәштәр саҡырыла. Мулла Ҡөрьән уҡырға бурыслы. Иҫкә алыу мәжлесендә саҙаҡа өләшеү шарт булыр. Тауыш сығарыу, юҡ-бар ғәйбәт һөйләү, мәйеттең яман ғәҙәттәрен иҫкә алыу тыйыла. Сөнки бындай һүҙҙәр әруахтың рухын бысрата, сауапты кәметә....

Аллаһы Тәғәләнең араҡы эсеүселәргә язаһы
Новости / Иман // 1-02-2017, 11:40


Аллаһы Тәғәләнең  араҡы  эсеүселәргә язаһыХәмер тигән һүҙҙе ғәрәпсәнән башҡортсаға әйләндер­һәк, «ағыу» тигән мәғәнәне аңлата. Уға бар төрлө иҫерткес эсемлектәр инә.

Беҙҙең халыҡ, шашып, «культурно» эсәбеҙ, беҙ алкаш түгел тип, араҡы эсеүен туҡтатмай. Нисек инде эсмәйенсә тыуған көн, юбилей, туй үткәрәһең? Иҫерткес эсемлектәр менән мауығыусыларҙы ниндәй ҡурҡыныс һәм ҡаты яза көтә, әйҙәгеҙ, динебеҙҙә шул хаҡта яҙылғандарҙы бәйән итәйек.
Бер риүәйәттә Ғабдулла бин Ғүмәр әйткән: «Ҡиәмәт көнөндә араҡы эсеүсене килтерер­ҙәр. Уның йөҙө ҡара, ике күҙе зәңгәр, теле аҫылынып төшкән, күкрәгенә һеләгәйе шаптырлап ағып торған хәлдә килер. Уны күргән бөтә кеше уның һаҫыҡ еҫенән ерәнер. Хәмер эсеүселәргә сәләм бирмәгеҙ, шулай уҡ улар­ға сәләмдәрен кире ҡайтармағыҙ. Әгәр эсеп үлһәләр, уларға йыназа намаҙы ла уҡымағыҙ».
Был һүҙҙәрҙе нисек аңларға? Беҙ араҡы эсеп йөрөгән кешеләргә сәләм бирһәк, улар­ҙы хуплаған һымаҡ килеп сығабыҙ һәм улар­ҙың дуҫына әүереләбеҙ. Шуға ла һаулыҡ биреү һәм улар менән ҡатнашыу тыйыла. Йыназа намаҙына килһәк, уның улар өсөн ҡабул булыуы икеле, сөнки эсеп үлгән кеше иманлы булмаҫ....

МӘҮЛИТ КӨНӨ /Ҡисса-аңлатма/
Новости / Иман // 12-12-2016, 12:24


МӘҮЛИТ КӨНӨ /Ҡисса-аңлатма/
Әссәләмәғәләйкүм, ЙӘШЛЕК гәзите!
Һеҙҙең гәзит -минең бик яҡын дуҫым! 2017 йылға яҙылып та ҡуйҙым инде! Яратам мин һеҙҙең йәштәрсә ҡыйыу гәзитегеҙҙе! Әле бөтөн хаҡ мосолмандар Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ тыуған ай Раббиғел әүүәл айында Мәүлит байрамдары үткәрәләр. Быйыл был ай декабргә тура килде. Ошо аңлатма - шиғырым байрамдар үткәргәндә ярҙам итһә, бик шат булыр инем. Балалар өсөн дә ҡулай булыр тиеп уйлайым....

Һижри иҫәп буйынса бөгөн яңы 1438 йыл башланды
Новости / Иман // 2-10-2016, 13:19


Һижри иҫәп буйынса бөгөн яңы 1438 йыл башланды
Мөхәррәм айы. Диндә йыл хисабы тап ошо айҙан баш ала, һижри йыл менән иҫәпләгәндә, 1438 йылға аяҡ баҫтыҡ. Исламдағы 4 изге айҙың - Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан һәм Мөхәррәм - береһе ул. Был - тыйылыу айы. Кешеләр был осорҙа бер-береһен һүҙ менән дә, ғәмәле менән дә рәнйетмәҫкә тейеш. Был бик ҙур гонаһ һанала. Бер-беребеҙгә Аллаһтан сабырлыҡ һорайыҡ, сабырлыҡ күрһәтәйек. Ай башының ике көнөндә һәр кем ураҙа тотһа, бер ай ураҙа тотмаҡ сауабы бирелә. «Рамаҙан ураҙаһынан һуң ураҙаларҙың артығырағы Мөхәррәм айында ураҙа тотмаҡтыр», - тиелә Хәҙис Шәрифтә.

Аллаһы Тәғәлә илебеҙгә тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә татыулыҡ, милләт-ара күркәм мөғәмәлә насип итһен!...


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM