НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Намаҙ – мосолмандың нуры
Новости / Иман // 14-05-2011, 14:55


Намаҙ − мөьмин мосолмандың нуры, диндең терәге. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең доғаларыбыҙға мохтаж түгел, беҙ уның барлығына һәм берлегенә иман килтерергә тейешбеҙ. Намаҙ менән әҙәм балаһы һәр саҡ үҙен Хоҙай эргәһендә яҡлаулы һәм һаҡлаулы тоя, уның ризалығына өмөтөн юғалтмай. Намаҙ уҡыу − иманды нығытыуға дәғүәт алып барыу ул....

Диниә назараты традицион исламды тоторға саҡыра
Новости / Иман // 9-04-2011, 10:53


Башҡортостан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты республика етәкселеге һәм халыҡҡа исламдың традицион йүнәлешенә – Әбү-Хәнифә мәҙһәбенә (мәктәбе) өҫтөнлөк биреүҙәрен һәм радикал дини ағымдарҙың таралыуына ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте....

«Әғүҙү бисмилла»
Новости / Иман // 12-03-2011, 19:02


Бер ҡатындың ире монафиҡ ине. Был ҡатын һәр һүҙен, һәр эшен «бисмилла»ны әйтеп башлар була. Бер ваҡыт ире: «Ҡатындар уларҙы оятлы иткән нәмәне эшләмәһендәр», – ти һәм ҡатынға аҡса янсығын ҡалдырып, һаҡларға ҡуша. Ләкин хәләл ефете уны бер урынға ҡуя ла, онота. Ире был аҡса янсығын үҙе табып ала ла, ундағы аҡсаны алып, йорттағы ҡойоға һала. Һуңынан ҡатындан янсыҡты талап итә. Ҡатын янсыҡты ҡуйғанда «бисмилла» тип әйткән була. Аллаһы Тәғәлә Жәбраилға тиҙ генә янсыҡты алып килеп урынына ҡуйырға әмер итә. Ҡатын ҡулын янсыҡты алырға тип һуҙа һәм уны ҡуйған урынынан табып ала....

ҺАҠЛАНҒАНДЫ ҺАҠЛАР
Новости / Иман // 12-03-2011, 19:01


Был фани донъяның беҙгә аңлашылмаған серҙәре бик күп. Әҙәм балаларының ниндәйҙер көскә, ҡеүәткә эйә, хатта улар­ҙың ҡараштарының кешене көсһөҙләндереү һәләте булыуы ла һәр кемдең энергетик көсөнөң кимәле тураһында һөйләй. Күҙ тейеү төшөнсәһе лә барыбыҙға таныш. Бала бер сәбәпһеҙгә туҡтамай илай икән, үҙебеҙҙең хәлһеҙләнеүебеҙҙе, сырхаулауыбыҙҙы тоя башлаһаҡ, донъябыҙҙан бәрәкәт кит­һә, ирекһеҙҙән әллә күҙ тейҙеме икән, тип уйлай башлайбыҙ. Ҡөрьәндә әй­тел­гәнсә, күҙ тейеү төшөнсәһе, ысынлап та, бар. Ҡайһы бер ғалимдар­ҙың мәғлүмәттәре буйынса, бәғзе берәүҙәрҙең күҙенән зәһәрле бер ҡеүәт, зыянлы нур һибелә. Ебәрелгән был насар тәьҫирле ҡеүәт кешегә йәки берәй әйбергә барып бәрелгән ваҡытта уға зарар бирә, хәлһеҙләндерә. Раббыбыҙ Аллаһ та тәндәр­ҙә һәм рухтарҙа төрлө көстәр яралтҡан. Күҙ тейеү төрлө йоғонтоға бәйле. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тә: «Күҙ тейеү дөрөҫтөр....

Дәүләттә лә мәсет буласаҡ
Новости / Иман // 12-03-2011, 19:00


Әбйәлил мәсеттәр төҙөү, уларҙың һаны буйынса республикала алдынғы райондарҙың береһе һанала. Шулай ҙа иман йорто булмаған ауылдар ҙа бар.
Дәүләт ауыл биләмәһендә бөгөн эшләп торған бер генә мәсет тә юҡ. Шуға ла ауыл биләмәһе үҙәге булған Дәүләттә мәсет төҙөү зарурлығы күптән өлгөргән мәсьәлә. Сөнки ул халҡыбыҙҙы иман юлына ҡайтарыуҙа мөһим роль уйнай....

АЯТЕЛ-КӨРСИ
Новости / Иман // 12-03-2011, 19:00


Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Аллаһү лә иләһи иллә һүәл-хәййүл-ҡаййүм. Лә тәхүҙүһү синәтү үә лә нәүм. Ләһү мә фиссәмәүәти үә мә фил-әрҙ. Мән ҙәл-ләҙи йәшфәғү ғиндәһү иллә би иҙниһ. Йәғләмү мә бәйнә әйдиһим үә мә хәлфәһүм. Үә лә йыхитүнә бишәйим мин ғилмиһи иллә бимәшә. Үәсиғә күрсиййүһүс-сәмәүәти үәл әрҙ. Үә лә йә үдүһү хифҙүһумә үә һүәл-ғәлиййүл-ғаҙим....

Аллаһының һөйөклө һүҙе
Новости / Иман // 12-03-2011, 18:58


Хәлид ибн Ғибран тигән кеше: «Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм көндәрҙән бер көндө халыҡ араһында йөрөгәндә: «Эй, халҡым! Ҡалҡандарығыҙҙы алығыҙ!» – тигән, «Эй, Аллаһының бәйғәмбәре! Дошман килдеме әллә?» – тип һорағандар унан. Бәйғәмбәр: «Дошман килмәгән, ләкин тамуҡ утынан һаҡлана торған ҡалҡандарығыҙҙы алыу кәрәк», – тип яуап­лаған. Кешеләр унан тағы: «Йә, Рәсүлуллаһ! Ул тамуҡтан ҡотҡара торған ҡалҡаныбыҙ ниҙер?» – тип һораған. Бәйғәмбәр: «Тамуҡтан ҡотҡара торған ҡалҡанығыҙ – «Собханаллаһ, үә әлхәмдүлиллаһ, үә лә иләһә илләләлаһу, үә Аллаһу әкбәр, үә лә хәүлә үә лә ҡүүәтә иллә бил-ләһил – ғалиййилғазим!» – тигән һүҙҙер тигән», – тип һөйләгән.
Ҡөрьән буйынса, был һүҙҙәрҙе әйтеүсене ожмахҡа илтерҙәр, тамуҡ ғазабынан ҡотҡарырҙар, һәр бер яуызлыҡтан һаҡларҙар.
Факиһ Әбүл-л-Ләис әйткән:...

Рухиәткә һалым булырмы?
Новости / Иман // 1-02-2011, 10:57


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Рәсәй мосолмандары диниә назаратының баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин Башҡортостанда рухиәт фонды булдырырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, фонд ярҙамында мәсеттәрҙе, православие ҡорамдарын, башҡа шундай биналарҙы төҙөргә, төҙөкләндерергә мөмкин буласаҡ. Фондты БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет янында төҙөү һәм уның өсөн рухилыҡҡа махсус һалым һалыуҙы индереү зарур.
– Бындай һалым ниндәй дингә инаныуына ҡарамай һалынырға тейеш, шул иҫәптән атеистарға ла. Улар ҙа бит мәсет, сиркәү янынан үтеп, ҡарап-күреп, һоҡланып йөрөй, – тине Тәлғәт Тажетдин....

«ФАТИХА» СҮРӘҺЕ
Новости / Иман // 29-01-2011, 14:48


Бисмилләһир – рахмәнир – рахим.
Әлхәмдү лилләһи рабил ғәләмин. Әр-рахмәнир-рахим. Мәлики йәүмид-дин. Иййәкә нәғбүдү үә иййәкә нәстәғин. Иһдинә-сиратал-мустәҡим. Сиратал-ләҙинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль мағҙуби ғәләйһим үә ләз-зәллин. Амин....

Йоманы доғала үткәрегеҙ
Новости / Иман // 29-01-2011, 14:47


Йоманы доғала үткәрегеҙМөхәммәт бәйғәмбәрҙең һүҙҙәренсә, ҡояш сығып торған көндәрҙең иң яҡшыһы – йома көн. Был көндө атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм яратылып бар ителә, йәннәткә индерелә һәм был көндө сығарыла.
Биш ваҡыт намаҙ уҡыу, бер йома намаҙынан һуң икенсеһендә ҡатнашыу, Рамаҙан үткәндән һуң икенсе Рамаҙанда тағы ураҙа тотоу улар араһында эшләгән гонаһтарҙы – оло гонаһтарҙан башҡаларын – бөтәһен дә юйып ташлай, юҡҡа сығара....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM