НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо

Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо


4.
Алла рәсүле Эфиопия негусына ла хат яҙҙы. Уны Әмир ибн Өмәй алып барҙы. Негус мосолмандарға хөрмәт менән ҡараны. Эфиопияға күсенгән мосолмандарға дәүләт кәңәше ултырышында ҡатнашырға рөхсәт ителгәйне. Әмир ибн Өмәй Алла рәсүленең хатын биргәс, негус уны тәүҙә ирендәренә, шунан маңлайына, шунан күҙҙәренә тигеҙҙе. Шунан тәхеттән төшөп:
– Алланан башҡа илаһ юҡ, ә Мөхәммәт уның рәсүле, – тип исламды ҡабул итте. Шунан ул Алла рәсүленә яуап хаты яҙҙы.
“Алла рәсүле Мөхәммәткә негус Әләсхәмдән. Алла рәсүле, һиңә Алланан сәләм, Алланың рәхмәте һәм мәрхәмәте. Ул Раббы, ул бер, унан башҡа илаһ юҡ, Ул беҙгә исламға юл күрһәтте.
Ә хәҙер миңә һинең хатыңды килтереүҙәрен хәбәр итәм. Алла рәсүлебеҙ һинең ике туған ҡустыңды һәм уның юлдаштарын һыйындырҙыҡ. Мин һинең, Алла рәсүле, юғары дәрәжәлә хаҡлы икәнеңде раҫлайым. Мин һиңә, һинең ике туған ҡустыңа ант иттем, Аллаға, донъя хакимына, баш һалдым”.

5.
Алла рәсүле Египетҡа Хатип ибн Әбүбалтаны бөйөк хаким Мөҡәүкискә ислам­ға күсергә саҡырған хатын тапшырырға ебәр­ҙе. Хатты алғас, Хатип өйөнә ҡайтты һәм, туғандары менән хушлашып, дөйә менеп, сүлгә сыҡты. Египетҡа еткәс, ул Алек­сандрияға килде. Египеттың хакимы диңгеҙ ярындағы кәңәшмәләр йортонда тинеләр уға. Хатип карапта Мөҡәүкистең янына йөҙөп барҙы ла хакимға хатты болғап күрһәтте. Мөҡәүкис Хатипты күргәс, уны янына килтерергә бойорҙо. Хатип хаким янына килеп, уға хатты тапшырҙы. Мөҡәүкис: “Рәхмәтле һәм Мәрхәмәтле Алла исеменән. Мөхәммәт ибн Абдулланан ҡоптар батшаһы Мөҡәүкискә.
Хаҡ юлдан барыусыларға сәләм. Ә хәҙер мин һине ислам исеменән, исламға ин, тип саҡырам. Исламды ҡабул итһәң, ҡотолорһоң һәм Алла һиңә ике рәхмәт бирер (береһе Мусаға ышанғаның өсөн, икенсеһе – Мөхәммәткә ышанғанға күрә). Әгәр ҙә маһайып, башыңды ситкә борһаң, ҡоптарҙың барлыҡ гонаһы һинең өҫтөңә төшөр”, – тип уҡыны.
Мөҡәүкис:
– Әгәр ул бәйғәмбәр икән, диндән баш тарт­ҡандарҙың өҫтөнә ни эшләп яза ебәртмәгән һуң? – тип һораны.
Хатип:
– Муса ибн Мәрйәм Алла бәйғәмбәре тиһең бит әле һин? Шулай булғас, уны, үлтерергә тип, үҙ халҡы тотоп алғас, ни эшләп Алла үҙ янына алғанға Раббынан тегеләр өҫтөнә үлем язаһы ебәреүен һорамаған һуң?
– Бик шәп! Һин бер аҡыл эйәһенән килгән икенсе аҡыл эйәһе! – тип ебәрҙе Мөҡәүкис.
Хатип:
– Бөтөн кешене лә, шул иҫәптән кирегә бөткән көрәйештәрҙе, дошман йәһүдиҙәрҙе, шуларға яҡын насраниҙарҙы исламға инергә бәйғәмбәр саҡырҙы. Муса яңы бәйғәмбәр Ғайсаның киләсәген белдерҙе, ә Ғайса Мөхәммәт тураһында хәбәр килтерҙе. Беҙ һине Ҡөрьәнде ҡабул итергә саҡырабыҙ. Һин Тораны тотоусыларҙы Инжилға әйҙәйһең бит. Шул рәүешле саҡырабыҙ, – тине.
Мөҡәүкис Хатипҡа оло хөрмәт күрһәтеп ҡабул итте, теге ҡайтыр юлға йыйынғас, ул Алла рәсүленә бүләккә Мәрйәм һәм Ширин исемле ике ҡол бирҙе, ҡиммәтле бүләктәр, затлы кейемдәр ҡалдыртты.
Илселәрҙең бөтәһе лә, бурысын үтәп, Мөхәммәт бәйғәмбәр янына ҡайтты. Бер нисә йылдан Әшшам, Фәрсия һәм Египет ислам дәүләттәренә әүерелде. Был исламға саҡырып хакимдарына бәйғәмбәр илселәре барған илдәр ине.

Мәккәне алыу

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Хоҙабейҙәге Алла рәсүле менән көрәйеш ырыуы араһында солох буйынса, Мөхәммәт яҡлы булырға теләгәндәр уға ҡушыла, көрәйеште яҡларға уйлағандар ирекле рәүештә уларға ҡушыла ала ине. Көрәйештәр менән бәкер ырыуы берлек төҙөнө, ә Алла рәсүле менән берлеккә Һуза ырыуы инде.
Бәйғәмбәр мәсеттә ултырған саҡта уның янына Әмир ибн Сәлим Әлхузам килде. Көрәйеш менән Бәкер ырыуҙары уның тыуған ырыуы, Алла рәсүленең берлегенә ингән Һуза ырыуына һөжүм иткән, тине. Әмир бәй­ғәмбәр­ҙән үҙе яҡлыларға ярҙам итеүен һораны. Көрәйеш менән улар яҡлыларҙың һузаға, Алла рәсүленең берлегенә инеүселәргә, һөжүме солох шарттарын асыҡтан-асыҡ боҙоу булғанға күрә бәйғәмбәр Әмир ибн Сәлимгә:
– Һиңә ярҙам булыр, – тине.
Әбүсуфиян һузаларҙың үҙен яҡлаусыға – бәйғәмбәргә әйтәсәктәрен һиҙенә ине инде. Шуға бәйғәмбәр менән осрашыр өсөн Мәҙинәгә китте. Әбүсуфиян тәүҙә Алла бәйғәмбәренең ҡатыны – үҙенең ҡыҙы Өмм Хәбиб янына инде. Ул бәйғәмбәр ятып йөрөгән урынға ултырмаҡсы иткәйне, Өмм, атаһы ҡағылып ҡуймаһын тип, тиҙ генә урын-яҫтыҡты йыйып алды. Рәнйегән Әбүсуфиян:
– Ҡыҙым, был урынға минең теймәүемдеме, әллә инде урындың миңә ҡағылмауын теләйһеңме? – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Ҡыҙы:
– Был урын Алла рәсүленең үҙенеке. Шуға һин – бигүк таҙа түгел мәжүси уның өҫтөнә ултырмаһын тим, – тине.
Әбүсуфиян, шартларҙай булып:
– Раббым шаһит, ҡыҙым, һиңә яман ауырыу ҡағылған! – тип һөрәнләне.
Өйҙән сығышлай Әбүсуфиян бәйғәмбәрҙе осратып, тегенең менән һөйләшергә иткәйне, уныһы күрмәмеш булып үтте лә китте. Әбүсуфиян Әбүбәкергә барып, бәйғәмбәр менән һөйләшеүен үтенде. Әбүбәкер быны эшләмәйәсәген әйтте.
Әбүсуфиян Өмәр ибн Әлхаттабҡа китте. Әммә ул да Алла рәсүлен уның менән осраштырыуҙан баш тартты. Шунан Әбүсуфиян Әли ибн Талипҡа килде. Талип Алла рәсүленең ҡыҙы Фатимаға өйләнгәйне.
– Әли, беҙ һинең менән иң яҡын туғандарбыҙ, – тине. – Мин һиңә йомош менән килдем һәм уны үтәмәйенсә ҡайтҡым килмәй. Алла рәсүленән мине ҡабул итеүен һора әле.
Әли ҙә ярҙамлашыуҙан баш тартты. Көрәйеш юлбашсыһы бик бөтөрөнөп ҡайтып китте. Алла рәсүле менән уның тураһында берәүҙең дә һөйләшкеһе килмәй. Сөнки бәйғәмбәр солох боҙолған осраҡта үҙе яҡлыларға ярҙамлашырға вәғәҙә биргәйне.

2.
Алла рәсүле мосолмандарға һуғышҡа әҙерләнергә ҡушты. Әммә кемгә ҡаршы һуғышасаҡтарын әйтмәне. Барыһы ла әҙер булғас ҡына бәйғәмбәрҙең Мәккәне алырға йыйыныуы билдәле булды. Уларҙың Мәҙинәнән сыҡҡанын да көрәйештәр һиҙмәһен һәм быларҙы ҡаршыларға әҙерләнеп өлгөрмәһен өсөн юлда мөмкин ҡәҙәр тиҙ барырға ҡушты. Өҫтәүенә, бәйғәмбәр Мәккәне ҡан ҡойоуһыҙ ғына алырға итә ине. Ул Алланан:
– Раббым! Көрәйештәрҙе һаңғырау һәм һуҡыр ит. Уларҙы беҙ көтмәгәндә баҫып алайыҡ, – тип ялбарҙы.
Алла рәсүле Мәккәнең ситенә етеп лағыр ҡорғансы юлда берәүҙе лә туҡтаттыртманы. Был юлы уның ғәскәре ун мең кешегә еткәйне. Юлда уға ағаһы Ғәббәс тап булды. Ул үҙенең исламға күсеүен белдерергә тип, Мәккәнән Мәҙинәгә сыҡҡайны. Мәккәне бергә яуларға тип, ул да бәйғәмбәргә ҡушылды.
Төн етте, мосолмандар ут яндырҙы. Ут яҡтыһында улар Алланы ололап намаҙ ҡылыр­ға тотондо. Көндөҙ улар ҡурҡыу белмәҫ яугир булһа, төндә башын баҫҡан Алла ҡоло ине.
Бәйғәмбәр биргән ҡасырға менеп, Ғәббәс мосолмандар лағырынан сыҡты ла Мәккә яғына китте. Берәр сытыр йыйыусымы, һөт ташыусынымы осратып, Мәккәгә ебәреү ине ниәте. Теге кеше ҡала халҡына, Алла рәсүле ҙур ғәскәр менән килгән һәм уға ҡаршылашып маташыу аҡылһыҙлыҡ буласаҡ, тип әйтергә тейеш. Бәйғәмбәр бар көсө менән ҡалаға һөжүм иткәнгә ҡәҙәр ярлыҡау һорап сыҡһалар, яҡшы булыр.
Шул уҡ ваҡытта Әбүсуфиян бер нисә кеше менән хәлде асыҡлау ниәтендә ҡаланан сыҡты. Усаҡ уттарын күреп, улар күҙәтергә тотондо. Әбүсуфиян:
– Төнөн ошо тиклем күп усаҡ һәм яугир күргәнем юҡ ине, – тине.
Икенсе кеше:
– Моғайын, былар һуза ырыуынандыр, – тине.
– Һузала ошо тиклем ғәскәр һәм усаҡ булмаҫ.
Төндә тауыш алыҫҡа ишетелә бит. Һөйләшкән ике кешенең береһендә Ғәббәс Әбүсуфияндың тауышын таныны.
– Әбүсуфиян! – тип ҡысҡырҙы Ғәббәс. – Бына Алла рәсүле ғәскәре менән килде. Иртәнсәк көрәйештең ҡон түләр сәғәте һуғасаҡ.
– Был ни эш? Аңлат, зинһар! – тип ҡысҡырҙы Әбүсуфиян.
Ғәббәс:
– Алла рәсүле һине еңде һәм хәҙер һинең башыңды ҡырҡырға итә. Әйҙә ултыр ҡасырға, мин унан һине ярлыҡауын һорармын, – тине.
Әбүсуфиян Ғәббәстең артына менеп ултыр­ҙы ла былар Алла рәсүле янына китте. Һәр усаҡ янынан үткән һайын: “Кем килә?” – тип туҡтатырға тотондолар. Бәйғәмбәрҙең ҡасырын, уға менгән Ғәббәсте танығас:
– Был бәйғәмбәрҙең ағаһы. Үткәрегеҙ! – тип бойорҙолар.
Өмәр ибн Әлхаттабтың усағы янынан уҙғанда теге ҡасырға менгәндәрҙе танып ҡалды ла:
– Был бит Алланың дошманы Әбүсуфиян, – тип ҡысҡырҙы. – Бер ниндәй килешеүһеҙ һәм йөкләмәһеҙ уны бында килтерткән Аллаға маҡтау.
Өмәр шунда уҡ бәйғәмбәр янына йүгерҙе. Ғәббәс ҡасырҙы ҡыуҙы, тегенең артынан ҡалмаҫҡа тырышты. Уларҙың һәр береһенең Алла рәсүле янына беренсе булып ингеһе килде. Ғәббәс бәйғәмбәр янына алдан инеп өлгөрҙө, артынан Өмәр инде лә һүҙ башланы:
– Алла рәсүле! Был Әбүсуфиян. Уны бер ниндәй килешеүһеҙ һәм йөкләмәһеҙ Алла үҙе ебәргән. Рөхсәт ит, мин уның башын сабып өҙәм!
Ғәббәс:
– Алла рәсүле! Уны мин алып килдем бында, – ти һалды.
Бәйғәмбәр бөтәһен дә сығарып ебәрҙе. Тик:
– Ғәббәс, Әбүсуфиянды үҙеңдә тот, иртәнсәк минең янға килтерерһең, – тине.

4.
Таң атты. Ғәббәс менән Әбүсуфиян бәйғәмбәр янына килде. Ул, быларҙы күргәс:
– Хәлең хөрт һинең, Әбүсуфиян, Алланан башҡа илаһ юҡ икәнен белмәйһеңме ни? – тине.
Әбүсуфиян:
– Һин миңә атай-әсәйемдән дә ҡәҙерлерәк. Һин бит шул ҡәҙәр яғымлыһың, туғанлыҡты ныҡ һаҡлайһың. Әгәр мин элек Алланан башҡа илаһ бар тип уйлаһам, хәҙер Алла берҙән-бер икәнлегенә инандым, – тине.
Бәйғәмбәр:
– Әбүсуфиян, һин минең Алла рәсүле икәнемде һаман белмәйһеңме?
Әбүсуфиян:
– Һин миңә атай-әсәйемдән дә яҡыныраҡ. Һин бит шул ҡәҙәр яғымлыһың, туғанлыҡты ныҡ ҡәҙер итәһең. Ә исламды ҡабул итеүгә килгәндә, күңелдә һаман ҡайһы бер шик-шөбһә бар, – тине.
Ғәббәс:
– Исламды ҡабул ит! Башыңды ҡырҡмаҫ борон Алланан башҡа илаһ юҡ, ә Мөхәммәт Уның рәсүле, тип таны.
Әбүсуфиян:
– Алланан башҡа илаһ юҡ, ә Мөхәммәт Уның рәсүле, – тип ҡабатланы.
Ғәббәс:
– Әбүсуфиян дан ярата. Данла шуны!
Алла рәсүле:
– Эйе. Кем Әбүсуфиян өйөнә йәшеренә, шул хәүефлеҙлектә! Кем үҙ йортона йәшенә, шуға хәүефһеҙлек! Кем дә кем мәсеткә йәшенә, ул да хәүефһеҙлектә булыр! – тине.

5.
Мосолман ғәскәре Мәккәгә инергә әҙерләнде. Алла рәсүле, дөйәгә менеп, алдан төштө, Әбүсуфиян унан алда ҡысҡыра-ҡысҡыра йәйәүләп барҙы:
– Әбүсуфияндың өйөндә йәшеренгәндәргә – хәүефһеҙлек! Үҙ өйөндә йәшеренгәндәргә – хәүефһеҙлек! Мәсеттә йәшеренгәндәргә – хәүефһеҙлек!
Кешеләрҙең бөтәһе лә өйҙәренә йәшенеп бөткәс, мосолман ғәскәре ҡалаға инде. Дөйәгә атланған көйө бәйғәмбәр Аллаға маҡтау һәм рәхмәт яуҙырҙы. Бынан бер нисә йыл элек ул ошонан ҡыуылып һәм эҙәрлекләнеп киткәйне, әле еңеүсе булып ҡайтты. Кешеләр, Алла рәсүле уларға бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәҫен күргәс, урамға сыға башланы. Бәйғәмбәр арҡаҙаштары менән Изге йортто уратып йөрөп сыҡты. Ҡәғбә ҡапҡаһы алдында туҡтап, ул:
– Берҙән-бер Алланан башҡа илаһ юҡ, уның ише лә юҡ. Уның вәғәҙәһе хаҡ һәм Уның ҡоло еңде! Ул бөтөн дошмандарын да еңде! – тине. – Көрәйеш халҡы! Алла һеҙҙең белдекһеҙлек арҡаһында тыуған һауаланыуығыҙҙы юҡҡа сығарҙы. Бөтөн кеше лә Әҙәмдән булған, ә Әҙәм балсыҡтан яһалған.
– Көрәйеш халҡы? Мин һеҙҙе ни эшләтер тип уйлайһығыҙ?
– Беҙгә яҡшылыҡ эшләрһең. Һин бит изгелекле туған, изгелекле ағайҙың улы.
Алла рәсүле бөтәһен дә ярлыҡаны, үҙенә золом ҡылыусыларҙы ла, үҙен эҙәрлекләп ҡаланан ҡыуыусыларҙы ла – һәммәһен дә ғәфү итте.
– Барығыҙ! – тине ул. – Һеҙ ирекле!
Рәсүл арҡаҙаштары менән Ҡәғбәгә инде һәм улар:
– Һаҡлыҡ килде, алдаҡ юҡҡа сыҡты, тип әйт! Ялған бөтә! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра балбалдарҙы ҡыйратырға тотондо. Ҡәғбә балбал­дар­ҙан таҙартылғас, Билал өҫкә менеп, беренсе тапҡыр:
– Аллаһ әкбәр! Аллаһ әкбәр! Аллаһ әкбәр! Аллаһ әкбәр!
Алланан башҡа илаһ юҡ! Алланан башҡа илаһ юҡ! Алланан башҡа илаһ юҡ! Алланан башҡа илаһ юҡ!
Намаҙға ашығығыҙ! Намаҙға ашығығыҙ! – тип аҙан әйтте. Ошонан бирле көнөнә биш тапҡыр Ҡәғбәлә мәзиндең тауышы яңғырай.
Ғәрәптәр балбалдарға табыныуҙы ташлап, берҙән-бер Аллаға ғибәҙәт ҡыла башланы.

Ғәлим ХИСАМОВ тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 14-03-2014, 06:14 | Ҡаранылар: 1053
|
  • Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM