НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡөрьән юлында берҙәм булырға

Ҡөрьән юлында берҙәм булырға


Ҡөрьән юлында берҙәм булырғаМөхәммәт бәйғәмбәрҙең хәҙис-шәрифендә: «Мәсет төҙөүселәргә Аллаһы Тәғәлә йәннәт төҙөп ҡуйыр», – тип әйтелә. «Хәмзә хажи» мәрхәмәтлек фонды етәксеһе, «Хәмзә» мәсете имамы, меценат Хәмзә хажи Ғәлләмов төҙөткән мәсеттәрҙе һанай китһәң, уның эшлеклелегенә хайран ҡалаһың. Хатта билдәле эшҡыуарҙар араһында ла уға тиңләшеүселәр юҡтыр. Өфөлә мәҙрәсә, күркәм Никах йорто төҙөтһөнмө, Ҡөрьән Кәрим китабын башҡортсаға нәшер иттерһенме? Инде туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, ул һаман да хәрәкәттә, халҡы мәнфәғәтен ҡайғырта – әлеге мәлдә тыуған ере Белорет районының Асы ауылында тоҙло һыу менән менән дауаланырға килеүселәргә пансионат төҙөтә. Яңыраҡ Ҡариҙел районының Яҡуп ауылы халҡының да күптәнге теләген бойомға ашырҙы – бында Туймөхәмәт әүлиәнең элекке мәсете урынында Туймөхәмәт әүлиә мәсете үҙ ишектәрен асты.
Риүәйәттәр буйынса, бынан 200 йыл элек Туйыш ауылы кешеһе Туймөхәмәт ике ауыл араһында таштан мәсет төҙөргә хыяллана. Ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн көндө төнгә ялғап, бишмәтенең итәгенә һалып, эргәләге Байҡы йылғаһынан таш ташый. Әммә эшен аҙағына еткерергә өлгөрә алмай, вафат була. Уның ҡайҙа ерләнеүе билдәле лә түгел. Оло яу үткән был ерҙәрҙә изге кешенең мәйетен фәрештәләр алып киткән, тип тә һөйләй­ҙәр. Туймөхәмәт әүлиәнең мәсет урыны әле лә бар, быуаттар үтһә лә, өйөлгән иман йорто стеналары емерелмәй һаҡланған. Туйыш, Яҡуп, Иҫке Аҡбүләк ауылдары халҡы күп серҙәр һаҡлаған был урынға килеп, олатайҙарының рухына аяттар уҡый, хәйер һала ине. Хатта күрше Свердловск, Пермь, Силәбе өлкәләренән дә ғибәҙәт ҡылыусылар килә. Бынан өс йыл элек яҡуптар, мәсет төҙөтөүҙә ярҙам итеүен һорап, Хәмзә хажи Ғәлләмовҡа мөрәжәғәт итә, Туймөхәмәт әүлиә мәсетенең тарихи изге ер булыуын һөйләй. Әүлиә мәсете эргәһендә иман йорто һалдырыуға һис икеләнмәйенсә тотона тарихты хөрмәт иткән, мәҙәниәтте аңлаған диндар меценат. Һөнәре буйынса архитектор булған хәҙрәт, ул мотлаҡ таштан булырға тейеш, тип иҫәпләй, иман йортоноң проектын эшләй һәм, күп тә үтмәй, 2010 йылда бинаның нигеҙе ҡорола. Яҡуп, күрше Туйыш, Иҫке Аҡбүләк ауылдары халҡы ғына түгел, райондың барлыҡ предприятиелары, эшҡыуарҙары ла ярҙамға килә изге эш ниәтләүсегә. Тиҙ генә ошо ауыл егеттәренән төҙөүселәр бригадаһы төҙөлә һәм улар таштан ғибәҙәт йортоноң стеналарын, манараһын күтәреп тә ҡуя. Оҙаҡҡа һуҙмай, ҡыйығы ла ябыла. Был мәсет кенә түгел, ә Туймөхәмәт әүлиә тарихи-мәҙәни дини комплексы булырға тейеш, тигән фекергә килә Хәмзә хажи. Элекке өйөлгән таштар урыны ла тимер рәшәткә менән кәртәләп алына һәм беседка кеүек көмбәҙ ҙә эшләнә. Мәсеткә ҡоҙоҡ ҡаҙғанда шуныһына хайран ҡалалар – унан бер ҙә генә бысраҡ, ҡомло һыу сыҡмай, ә саф шишмә һыуы урғыла.
– Һыуҙың сифатын, файҙалы үҙенсәлектәрен белеү өсөн тикшертергә бирҙек. Минераль һыу сығанағы ла булыуы ихтимал, – тигән фекерҙә Хәмзә хажи.
Тик таштан ғына төҙөлгән мәсеттең Баш­ҡортостанда аналогы юҡ, ул тәүгеләрҙән булып Ҡариҙел районында сафҡа инде. Зауыҡ менән биҙәлгән, иҙәне заманса йылылыҡ системаһы менән йылытылған мәсеткә яҡуптар йома намаҙҙарына йөрөйәсәк, бергәләп дини байрамдарҙы уҙғарасаҡ.
Мәсетте асыу тантанаһына ҡунаҡтар күп килде, изге теләктәр әйтелде, иман йортона инселәп бүләктәр тапшырылды. Ҡариҙел районы хакимиәте ҡариҙелдәрҙе мәсетле итеп һөйөндөргән Хәмзә хажиға арғымаҡ бүләк итте.
Хәҙер һәр көн намаҙға саҡырып яңғыраған аҙан тауышы күңелдәрҙе сафланырға саҡыра. «Әлхәмдулилла, яңғыраған изге доғалар менән ҡот-бәрәкәт ҡайтһын ауылыбыҙға», – ти яҡуптар.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Автор фотоһы.

Сығыу ваҡыты 1-11-2013, 11:34 | Ҡаранылар: 1135
|
  • Өфөлә яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды
  • ИМАН ЙОРТО – АУЫЛ ҠОТО
  • Бер айҙа – яңы мәсет!
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Фәнилдең тормошҡа ашҡан хыялы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM