RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аллаһ бирһә, Аллаһ теләһә, тиң

21.09.2012 Аллаһ бирһә, Аллаһ теләһә, тиң

Йәй урталары ине. Сәмиға инәйҙең килене, татыу ғаиләгә шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, өсөнсөгә бала тыуҙырыу йортонан бәпәй алып ҡайтты. Хаҡбирҙиндар нәҫелендә борон-борондан шундай йола йәшәп килә: һәр яңы тыуған сабыйҙы ҡорбан салып ҡотлайҙар. Был юлы ла йәш әсә баш-күҙ алыу менән диндар инәй улы менән килененә:
– Ейәнемдең тыуыуына, имен-аман тороуына ҡорбан салдырырға ниәт иттем. Бәхетле-тәүфиҡлы, ата-әсәле булып үҫһен балабыҙ. Анау һимеҙ тыу һарыҡты бөгөн көтөүгә ебәрмәҫһегеҙ. ҡорбанды Ғатаулла мулланан салдырырбыҙ. Башта ауылдың етем-еҫерҙәрен йыйып алырмын, унан туған-тыумасаны саҡырабыҙ, – тине.
Йәш итте танһыҡлаған яңғыҙ-ярым көн итеүсе ауыл әбейҙәре әйтелгән ваҡытҡа һуңламай килеп тә етте. ҡунаҡтарҙың танауҙарын ҡытыҡлап, өй эсенә тәмле аш еҫе тарал­ғайны.
Йәй буйы былтырғынан ҡалған ҡаҡланған ит ашап, тамам уның ҡырҡыу тәменән, һөрһөгән еҫенән биҙрәгән ашауға талымһыҙ Хәтимә әбейҙең тәмле ит еҫенән ауыҙ һыуҙары ағып китте.
– Йәш ит һағындырғайны, хәҙер бер туйғансы ашайым икән! – тине ул .
– Аллаһ бирһә, Аллаһ теләһә, тиң, Хәтимә апай! – тип төҙәтте уны ислам динен ныҡ тотҡан Ғәйшә әбей.
– Кит әле, бушты ни, алға килеп ултырған ашты ни, Аллаһ бирһә лә, Аллаһ бирмәһә лә ашайбыҙ инде уны. – Ашамһаҡ Хәтимә әбей сабырһыҙланып, урынынан ҡалҡынып ҡуйҙы.
– Әстәғәфирулла тәүбә, ашарһың ашамай ҙа Аллаһ бойормаһа! – Ғәйшә әбей көфөр һүҙ әйтеүсе күршеһенә екһенеп ҡарап, ситкәрәк боролоп ултырҙы.
Ул арала хужабикә йүгереп йөрөп табын әҙерләне. Өҫтәлгә ҙур табаҡтар менән тош-тош урынға бишбармаҡ, ҙур-ҙур тәрилкәләргә һалып һимеҙ ит килтереп ултыртты. Инде хужабикәгә ҡунаҡтарҙы табынға саҡырырға ғына ҡалды. Нәҡ шул саҡта ғына көтмәгәндә Хәтимә әбейҙең бороп-бороп эсе ауырта башланы. ҡыҫталыу тәҡәт иттермәй башлағас, бисараҡай, инде ни хәл итһен, бер кемгә бер ни әйтеп тормайынса, тышҡа сығып йүгерҙе.
Байтаҡ ваҡыт үтте, Хәтимә әбей юҡ та юҡ. Аптырағас, хужабикә урамға сығып ҡарап инде, әбекәй бер ерҙә лә күренмәне. Ит ашайым тип, тамшанып ултырған ҡунаҡтың инерен әҙәпле генә көтәүәлләп ултырған ҡунаҡтар үҙ-ара бышылдап ҡына һөйләшеп алды.
– Әллә Ғәйшә әйткәнде яратмайынса үпкәләп ҡайтып китте инде, – тине берәүһе.
– Бигерәк аш ашағыһы килеп, ашҡынып ултырғайны, әйтәгүр.
– Әллә көфөр булдымы юғиһә?
– Һаман инмәй бит, моғайын, үпкәләп ҡайтып киткәндер. Быға саҡлы бәҙрәфтә ни ҡарап торһон ул…
– Шулайҙыр…
Ул арала хужабикә ҡунаҡтарҙы табын түренә саҡырҙы. Башта аят уҡып, сабыйға, уның ата-әсәһенә, өләсәһенә именлек, хәйерле ғүмер теләнеләр. Шунан хуш еҫ бөрккән татлы ҡорбан ашын һәр береһе үҙ тәрилкәһенә һалып алып, тәмләп ашарға тотондо.
– Һарығығыҙ һимеҙ ҙә булған икән, – тине бер әбей. – Ите бигерәк тә татлы.
– Ғатаулла мулланың ҡулынан. Ул салған малдың ите шулай гел татлы була.
– Шәриғәтте белеп, ҡиблаға ҡаратып, доғаларын уҡып сала бит ул.
Табын артында шулай һәүетемсә һөйләшеп, әңгәмәләшеп ултырған ҡунаҡтар Хәтимә әбей тураһында бөтөнләй онотто. Бишбармаҡ ашап, ҡымыҙ эсеп, мас булып һыйланғандан һуң улар хужаларға күптин-күп рәхмәттәр әйтеп, ҡайтырға булды.
– Кил, тигән бар, ҡайт, тигән юҡ, ҡайтайыҡ, йәмәғәт!
Ихатаға сыҡҡан ҡунаҡтар кемдеңдер бәҙрәф ишеген эс яҡлап йән-фарманға дөбөр­ләтеүен ишетеп, туҡтап ҡалды. Аптырауға ҡалған хужабикә барып бәҙрәфте асып ебәр­ҙе. Шул саҡ ҡайтырға сыҡҡан ҡунаҡтар ни күҙҙәре менән күрһен, бәҙрәфтән ҡобараһы осҡан, сәс-башы туҙышҡан, күҙҙәре шәмәргән Хәтимә әбей килеп сыҡты. Ниһайәт, һаҫыҡ ерҙән ҡотолоп сығыуына ҡыуанған әбей:
– Аллаһ бирһә, ишек асылды! – тине лә илап ебәрҙе.
– Әстәғәфирулла, ни эшләп тораһың бында, беҙ һине тегендә, табын артында, көттөк, – тине Ғәйшә инәй.
– Тәҡәт иттермәй эсем бороп алып киткәнгә сыҡҡайным, бәҙрәфтең ишеге үҙенән-үҙе тыштан шарт итеп бикләнде лә ҡуйҙы. Күпме маташһам да асып булманы. ҡысҡырып та ҡарайым, туҡылдатып та ҡарайым, исмаһам, бер әҙәм заты килеп сыҡмай.
Етемәк әбейҙе йәлләгән әхирәттәре ни ҡылырға белмәй, үҙ-ара һөйләнде:
– ҡуйсы, ҡуйсы, ҡайһылай ҙа ҡыйын булды …
– Әйтерлек тә түгел.
– Көфөрлөктән һаҡла, Хоҙайым!
– Тәүбә ит, Хәтимә!
Бер аҙ йән ингән Хәтимә әбей телгә килде:
– Үҙем ғәйепле. Аллаһ бирһә лә ашайым, бирмәһә лә ашайым, тип Аллаһы Тәғәләм алдында гонаһлы булдым. Ғәфү ит мине, эй, Аллам. Бынан ары телем көфөр һүҙ һөйләмәҫ, башым көфөр уй уйламаҫ.
Миһырбанлы хужабикә табында ултырыу­ҙан мәхрүм ҡалған ҡунағын мунсаға индереп, йыуындырып сайындырҙы, бәҙрәф еҫе һеңгән күлдәген һалдырып, йыуантаҡ әбейгә үҙенең әрһеҙгә кейеп йөрөгән киңерәк бер халатын биреп торҙо. Өйөнә индереп, ҡунаҡтарҙан ҡалған ашты йылытты ла тәүбәһенә ҡайтҡан бисараның алдына ҡуйҙы.

Лира Яҡшыбаева.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?