RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Исламда яуызлыҡҡа урын юҡ

24.04.2012 Исламда яуызлыҡҡа урын юҡ

Исламда яуызлыҡҡа урын юҡ
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, БР мосолмандары Диниә назараты һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ойошторған сарала республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты Хакимиәте идаралығының Дини ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеү департаменты начальнигы Илья Баринов, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Башҡортостан митрополияһы эштәре идарасыһы, архимандрит Игнатий Климов, ғалимдар, ислам һәм донъяуи белем биреү учреждениелары уҡытыусылары, республиканың дини эшмәкәрҙәре, Башҡортостандың 600-ҙән ашыу мосолман йәштәре ҡатнашты.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙа ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, бөгөнгө форумдың республика өсөн ябай ваҡиға булмауын билдәләне.
– Бер нисә быуат элек беҙҙең төбәктең ерле халҡы ислам динен ҡабул иткән, – тине республика башлығы. – 200 йылдан ашыу Өфө Рәсәйҙең ислам үҙәге булып ҡала. ҡалабыҙҙа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты урынлаш­ҡан, ул илдең ижтимағи-сәйәси тормошонда ҙур роль уйнай. Рәсәй Федерацияһы Президенты илебеҙҙәге был рухи власть институтына ҙур әһәмиәт бирә. Беҙҙең республикала йәшәгән 130 милләт вәкилдәре – бөтә төп традицион динде тотоусылар. Дәүләт власы органдары республикала социаль-дини нигеҙҙә барлыҡҡа килеүсе низағтарһыҙ, ыңғай социаль-сәйәси климат булдырыу яҡлы. Башҡор­тостан Республикаһы татыу, матур йәшәү өлгөләренең береһе булып тора. Һис шикһеҙ, беҙ йәмғиәт үҫешенең ошо вариантын һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ.
Президент әйтеүенсә, республика власы дини ойошмаларға биналарҙы ремонтлауҙа һәм реставрациялауҙа, яңы төҙөлөшкә участкалар биреүҙә, элекке ғибәҙәт йорттарын ҡайтарыуҙа һәм яңы биналар биреүҙә ярҙам күрһәтә, коммуналь түләүҙәр буйынса һалым ташламалары системаһы ла ҡаралған.
– Беҙ бөтөн дини ойошмалар эшмәкәрлеге өсөн дә уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бында БР Президенты ҡарамағындағы Дәү­ләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса советҡа мөһим роль бирелә. Һәр муниципаль берәмек хакимиәтендә дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса комиссия эшләй. Был эшкә дини ойошмаларыбыҙҙың йәштәр бүлеге лә йәлеп ителәсәк. Йәштәрҙе бындай советтарға йәлеп итеү – мөһим һәм принципиаль бурыс. Беҙҙе йәштәрҙең күбеһенең кеше елкәһендә йәшәргә теләүе, социаль адаптацияһы ныҡ борсой. Эшкә етди ҡарағандар, шулай уҡ әҙергә генә килеп, йәмғиәтебеҙҙә барған хәлдәргә ҙур әһәмиәт бирмәгәндәр ҙә бар. Миңә мосолман илдәрендә булырға, унда йәштәр, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселек вәкилдәре менән аралашырға тура килә. Уларҙың иҡтисади әүҙемлегенә, үҙаллылығына, йүнселлегенә көнләшергә мөмкин. Беҙҙең йәштәр ҙә йәмғиәттең иң булдыҡлы, инициативалы өлөшө булырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов хәләл хеҙмәттәр күрһәтеү, атап әйткәндә, ислам финанслауы мәсьәләһенә лә ҡағылды. Ул республикала ошондай тәүге банк – «Восток-Капитал» ойошторолоуын, хәләл продукция етештерелеүен хәтергә төшөрөп үтте.
Миллионлаған мосолман йәшәгән илебеҙҙә исламды дини экстремизмдан таҙартыу мәсьәләһе үтә мөһим булып ҡала. Был айырыуса дәүләт һәм йәмғиәт берҙәмлеге өсөн мөһим. Дингә тыныс ҡарау, яҡшы мөнәсәбәт һаҡлау – Башҡортостан халҡының айырылып торған һыҙаты. Еребеҙҙә бер ҡасан да дини һуғыштар булмаған һәм булмаясаҡ. Изоляцияланыу кәйефен тыуҙырыу, дини принцип буйынса бүленеү емергес көскә эйә. Ысын мосолман – ул ислам ҡиммәттәрен тәрән хөрмәт иткән, шул уҡ ваҡытта башҡа диндәрҙе ихлас ололаған кеше. Башҡор­тостандағы ислам дуҫлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек сифаттары менән айырыла. Традицион исламда яугирлыҡ культы, агрессия юҡ, ул үҫешкә, белем алыуға ынтыла.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ислам мәғарифына айырым иғтибар бирергә кәрәк. Ул йәштәр араһында әхлаҡһыҙлыҡтың артыуы, енси аҙғынлыҡ, суицидаль кәйефтәр барлыҡҡа килеүе, алкоголизм, наркомания кеүек проблемаларға ла ҡағылды. «Айыҡ ауыл» конкурсын ойошторған «Айыҡ Башҡортостан» төбәк хәрәкәтенең эшмәкәрлеген ул ошо проблемаларҙы хәл итеүҙең һәйбәт өлгөһө тип атаны.
Республикаға һәм Рәсәйгә сит илдәрҙән төрлө ялған тәғлимәт үтеп инергә тырыша. Уларҙың маҡсаты – илдәге тыныслыҡты боҙоу, йәштәрҙе деструктив эшмәкәрлеккә йәлеп итеү. Был мәсьәләләрҙе, Президент фекеренсә, йәшермәйенсә халыҡ алдында тикшерергә, бындай күренештәргә ҡаршы торор­ға кәрәк.
Мосолман йәштәренә мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов уларҙың дөрөҫ һәм кәрәкле эш алып барыуын билдәләне.
– Һеҙҙең эште, бәлки, бөгөнгө көнгә тап килмәй, тип иҫәпләйҙәр­ҙер, әммә был улай түгел, – тине республика башлығы. – Тап һеҙ яҡшы эш башҡараһығыҙ. Мин эш темптарын кәметмәүегеҙҙе һорайым. Һәм был эштәрҙә һеҙҙең беренсе ярҙамсығыҙ буласаҡмын, миңә иҫәп тота алаһығыҙ.
Форум эшен Рәсәй һәм Башҡортостандың алдынғы дини, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре дауам итте. Осрашыу һәм фекер алышыуҙар секция ултырыштарында ла барҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙың теләктәре резолюцияға индереләсәк. Конференцияны үткәреүселәр «Ислам экстремизм­ға ҡаршы» тип аталған акция ла ойоштормаҡсы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?