RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иманлылыҡ – күркәм холоҡ, изге байрамдарҙы иманлы булып ҡаршылайыҡ

27.08.2011 Иманлылыҡ – күркәм холоҡ, изге байрамдарҙы иманлы булып ҡаршылайыҡ

Иманлылыҡ – күркәм холоҡ, изге байрамдарҙы иманлы булып ҡаршылайыҡ
Ураҙа ғәйете – рамаҙан айында иҫән-һау ураҙалар тотоп, Аллаһы Тәғәлә тарафынан иңебеҙгә төшөрөлгән бер фарыз, йәғни мотлаҡ ғәмәлен үтәй алыуыбыҙға шатланып байрам иткән көн. Ғәйет намаҙы ҡояш ҡалҡҡас, бер сәғәт үткәндән һуң мәсеткә барып йәмәғәт менән уҡыла. Әйткәндәй, унан алда ғаиләләге һәр йән башына фытыр саҙаҡаһы тапшырылырға тейеш. Намаҙҙан ҡайтҡас, яҡындарҙы ҡунаҡҡа саҡырыу сауаплы эш.
Ураҙа ғәйетенең йолаһы Мөхәммәт бәйғәмбәр тарафынан булдырылған һәм шунан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала. Ул фәҡирҙәргә, мал-тыуары булмағандарға ғәйет үткәреү өсөн аҡсалата, аҙыҡ-түлек менән саҙаҡа таратыуҙан башлана, сөнки, бәйғәмбәребеҙ васыят иткәнсә, был хәйер-саҙаҡаһыҙ Аллаһы Тәғәлә ураҙаны ҡабул итмәйәсәк.
«Көсөгөҙ еткән тиклем Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм тыңлағыҙ, һәм буйһоноғоҙ, һәм үҙегеҙгә хәйерле булһын өсөн мал сарыф итегеҙ. Ә кем үҙ һаранлығынан һаҡланған, улар бәхеткә ирешеүсәндәр», – тип әйтелә «Әт-Тәғабун» («Үҙ-ара аңлашыу») сүрәһенең 16-сы аятында.
Быйыл Ураҙа байрамы 30 авгусҡа тура килә. Изге байрам мөбәрәк булһын, диндәштәр!

Уйлана белгәндәргә уй бар...

Үткәндәрҙән беҙгә бихисап фәһемле риүәйәт, хикәйәт ҡалған. Уларҙың байтағы ҡөрьәндә лә телгә алына. Һәр һөйләмендә аҡыллы фекерҙәр ята һәм кешене намыҫҡа, ғәҙеллеккә, иманға өйрәтә улар.
Бына бер хикәйәт. Тәхетендә ултырған Сөләймәнде (бәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм) ел һауала бейек-бейеккә күтәрә. Күңелендә маһайыу хисе менән ул үҙенең биләмәләренә, ҡул аҫтындағы ерҙәргә, өңдәргә, кешеләргә күҙ һала. Уларҙың күндәмлегенә, ҡулында булған көсөнә һоҡланып торғанда, тәхете һелкенеп, түңкәрелеп китә яҙа. «Турараҡ тор!» – тип бойора Сөләймән. Шул саҡ тәхете телгә килә лә: «Мин турайғансы тәүҙә үҙең ғәҙел һәм тоғро була бел!» – ти. Һәм Аллаһтың: «Үҙҙәрендә булған кәкрелекте үҙҙәре турайтмай тороп, халыҡтар хәлен Аллаһ үҙгәртмәҫ», – тигән һүҙҙәрен килтерә.
Тағы береһе. Бер ваҡыт изгеләрҙән берәү баҙарға бара. Һатып алырға тейешле әйберҙәрен дә, уларға түләргә етерлек аҡсаһын да алдан иҫәпләп ала. Әммә аҡсаһы етмәй һәм бәндә илап ебәрә. Тәү ҡарашҡа юҡ ҡына нәмә өсөн күҙ йәше түккән әүлиәгә хайран ҡалып, халыҡ уны йыуата башлай. Бер аҙ тынысланғас ҡына изге әҙәм үҙенең хәлен аңлатып бирә: «Донъя малы хаҡына илап тора, тип уйлай күрмәгеҙ. Илауымдың сәбәбе башҡа. Самалап алып килгән аҡсам бына баҙарҙа ла етмәй ҡалды, ә һуң ҡиәмәт көнөнә тип әҙерләп йөрөгәндәрем ҡотолоп ҡалыу өсөн етерме икән, тип илайым».

Ата-әсә хаҡы

Ата-әсә хаҡы бик ҙур. Уны тейешенсә үтәмәү, ата-әсәйеңдең күңелен ҡалдырыу – бик ҡурҡыныс эш.
Аллаһы Тәғәлә ҡөрьәндә былай ти: «Ата-әсәгеҙгә изгелек ҡылығыҙ. Әгәр улар һеҙҙең алдығыҙҙа ҡартлыҡҡа ирешһә, һин «уф» тип әйтмә. Улар һин яратмаған эште эшләй икән, ҡатылыҡ менән бәрелмә, бәлки, бик йомшаҡ һүҙ менән генә ул эштең килешмәгәнен әйт. Һәм дә ата-әсәңә түбәнселек менән буйһоноп, һәр ваҡыт рәхмәт ҡылып тор».
Ата-әсәйең яҡшы кешеләр булһа ла, яман кешеләр булһа ла, уларҙы ысын күңелдән һөй. Шулай тип өйрәтә дин. Уларҙың күҙенән юғалып, билдәһеҙ ерҙәрҙә оҙаҡ йөрөмә. Айырым торһаң, һәр көндө барып хәлдәрен бел (беҙҙең заманда шылтыратыу мөмкинлеге лә бар – авт.), йомоштарын үтә, йыш-йыш йортоңа килтереп ҡунаҡ ит. Ата-әсәйең йөрөй алмаҫлыҡ хәлгә килһә лә, һис бер ауырһынма. Уларҙы балаларыңдың ҡаты һүҙ әйтеүенән һаҡла, яндарында тәкәбберләнеп йөрөмә. Хатта ата-әсәң һине яратмаһа ла, үҙең ҡараңғы сырай күрһәтмә. Үлһәләр, һәр саҡ уларға доға ҡылып тор. Бына шулай тәрбиә итһәң генә уларҙың хаҡын еренә еткереп үтәгән булырһың. Ата-әсә хаҡын үтәмәү, үрҙә әйтелгәнсә, ысынлап та, бик хәүефле. Хоҙай һаҡлаһын, улар донъялыҡтан үткәндә һиңә күңелдәре рәнйеп китһә, ғүмерең буйы ҡылған ғибәҙәттәрең, яҡшылыҡтарың елгә осоп бөтөр.

Әхмәт Фазылдың «Әхкәм Ислам» («Ислам ҡанундары») китабынан.

Биш нәмәне уңышлы файҙалан

Кеше өсөн нисәлер йыл ғүмер йәшәү мөһим түгел, ә шул йылдарҙы тулыһынса ҡәҙерләп файҙаланыу мөһим. Мосолман түбәндәге һүҙҙәрҙе бер ҡасан да оноторға тейеш түгел.
«Биш нәмә килмәҫ борон ошо биш нәмәнең ҡәҙерен бел:
* ҡартаймаҫ борон йәшлегеңдең
* Ауырымаҫ борон һаулығыңдың
* Фәҡирлеккә төшмәҫ борон байлығыңдың
* Эш уҙмаҫ борон буш ваҡытыңдың
* Үлереңдән алда ғүмереңдең»

Әҙәп, тәрбиәлелек, мәрхәмәт

Кешегә иң кәрәкле нәмә – иман, күңел киңлеге, аҡыл һәм шөкөр итә белеү, тип аңлатҡандан һуң арҙаҡлы шәхесебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла әҙәпте бишенсе урынға ҡуя.
Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп тигән,
Әҙәп, тигән – мөхәббәттә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп тигән, –
тип яҙа.
Бөгөн телдән төшөп ҡалған һүҙҙәрҙең иң күркәме, ысынлап та, әҙәп. Үкенескә күрә, хәҙер өйҙә һирәк ҡулланыла, мәктәптәрҙә лә шул уҡ хәл, балалар баҡсаһында ла сабыйҙар күңеленә һалынмай.
Бәйғәмбәребеҙ әйткән: «Әгәр ҙә бәндә алда буласаҡ ҡиәмәт көнө тураһында уйланып, борсола белһә, уның күңелен Аллаһ рухи байлыҡ менән тулыландырыр, эштәрен яйға һалыр һәм... фани донъя, уның бәрәкәттәре баштарын эйеп үҙҙәре уның алдына килер», – тигән.
Ул тағы ла былай тип әйткән: «Әгәр ҙә кеше донъя малы хаҡында ғына борсолоп йөрөй торған булһа, Аллаһы Тәғәлә уға фәҡирлектең ниндәй булыуын күрһәтеп торор һәм был бисараның башы хәүеф-хәтәрҙәрҙән сыҡмаҫ». Сөнки уның күңеле тар, игелеккә урын да ҡалмаған була. Теләһә ниндәй юлдар менән табылған мал да, теләһә нисек үткәргән ғүмер ҙә бәндә тормошона бәрәкәт менән бәхет килтерә алмай.
Мосолман ҡаты бәғерле булырға тейеш түгел, тип өйрәтә динебеҙ. Күңелендә шәфҡәт һәм мәрхәмәт йөрөткән кеше төрлө хөрмәткә лайыҡ. ҡаты күңеллеләр, башҡаларға золом һәм ғазап ҡылыусылар донъяла ла, әхирәттә лә бәхетле була алмай. Шул хаҡта уйланһын ине кеше. Ғөмүмән, кешелеккә генә түгел, ә хайуандарға, ҡоштарға, ҡыҫҡаһы, бар тәбиғәткә мәрхәмәтле булырға бурыслыбыҙ.

Хәҙис шәрифтәр

* Аллаһы Тәғәләнең зекеренән башҡа кәрәкмәгән күп һүҙҙән тыйылығыҙ. Сөнки файҙаһыҙ күп һүҙ һөйләү сәбәпле күңел йомшаҡлығы юҡҡа сыға, кешенең күңеле ҡата. Аллаһы Тәғәләнән иң алыҫ кеше – ҡаты күңелле кеше.
* Өйөңә ингән саҡта ғаиләңә, бала-сағаға сәләм биреп ин, Аллаһы Тәғәлә йортоңдоң бәрәкәтен арттырыр.
* Әгәр ҙә бер кеше һиндә булған ғәйепте белеп, шуның менән һине һүкһә, мәсхәрә итһә, һин унда булған ғәйеп менән уны һүкмә. Ул сағында һиңә – сауап, уға гонаһ яҙылыр. Һис кемде лә һүгеүсе булма!
* Ишеткән бар нәмәне һөйләп йөрөү гонаһлы булыу өсөн етеп кенә тора.

Хоҙай иҫкәртеүеме?

Саҡмағош районында мөғжизәле бер хәл була: яп-ябай бер тауыҡ ғәҙәти булмаған йомортҡа һалған. Уның ҡабығы ҡытыршыраҡ булыуына иғтибар иткән хужабикә ғәрәп хәрефтәрен төҫмөрләй ҙә йомортҡаны урындағы мәсеткә алып бара. Флүзә Ғиндуллинаға тауығы «Аллаһ» тип яҙылған йомортҡа һалыуын әйтәләр. Мәсеттә мөғжизәле яҙыуҙы нәҡ ошо ҡатын күреүе юҡҡа ғына түгел тиҙәр. Һуңғы айҙарҙа Флүзә ханым ҡөрьән уҡый башлаған, мәсеткә йөрөй икән. Йомортҡалағы Аллаһ тамғаһы ла уға иманы нығыныуына билдә булғандыр, моғайын.
Әйткәндәй, былтыр Балтас районында ла бер тауыҡ ошондай йомортҡа һалған. Диндарҙар был күренеште түбәндәгесә аңлата: Аллаһы Тәғәлә ошоноң менән үҙенә ышанмаусыларға донъяла мөғжизәләр булыуын иҫбатларға тырыша. Ә скептиктар иһә, йомортҡа ҡабығы формалашып бөтмәгән, шуға ла ҡытыршы формала килеп сыҡҡан, тигән фекерҙә.

ҡөрьән аяттары... сирҙән һауыҡтыра
Американың Флорида штаты Панама ҡалаһының «Әҡбәр» клиникаһында эшләүсе Әхмәт әл ҡаҙий исемле ғалим эске көсөргәнеш кисереү арҡаһында психикаһы ҡаҡшаған кешеләргә, йөрәк өйәнәге һәм башҡа ауырыуҙар менән яфаланыусыларға ҡөрьән аяттарын көйләп уҡыуҙың шифалы йоғонтоһо буйынса махсус тикшеренеүҙәр үткәргән. Бының өсөн ғалим ҡөрьән һәм ғәрәп теле тураһында бер нәмә лә белмәгән ауырыуҙарҙы һайлап ала. Уларға тәүҙә ҡөрьәндең ғәрәпсә тексын уҡыйҙар ҙа һуңынан йөкмәткеһе ниҙән ғибәрәт булыуын инглизсә аңлаталар. Аяттарҙың сирлеләргә тәьҫирен иң камил заманса приборҙар һәм компьютерҙар теркәп бара. Бер йыл буйына үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен ғалим 1984 йылда Төньяҡ Америка медицина конгресында уҡып ишеттерә. Һөҙөмтә шаҡ ҡатырғыс була – ауырыуҙарҙың 97 проценты һауыҡҡан. Үрҙә әйтелгән приборҙарҙа аят тыңлаған сирлеләрҙең йөрәк эшмәкәрлеге, температураһы, хатта тән тиреһенең яҡшырыуы ла теркәлгән. Был материалдар менән конгреста ҡатнашыусы ғалимдар бик ҡыҙыҡһына. Бер аҙҙан Голландияла йәшәүсе психолог, профессор Ван дер Ховен да ҡөрьәндең шифалы тәьҫирен раҫлай. Был ғалим үҙе мосолман түгел, ә ислам дине менән фәнни күҙлектән сығып ҡына ҡыҙыҡһынған. Ул «Аллаһ» һүҙен ҡабатлауҙың, ҡөрьән уҡыуҙың һаулыҡҡа файҙалы булыуын өс йыл буйына ҙур төркөм пациенттарына үткәргән тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе менән иҫбатлай. Психолог раҫлауынса, «Аллаһ» тигән һүҙҙәге һәр хәреф психикаһы ҡаҡшаған, аҡылы зәғифләнгән кешеләрҙе һауыҡтырыуҙа ҙур роль уйнай икән. Мәҫәлән, тәүге «әлиф» өнө һулыш алыуҙы контролләй, тын юлы эшмәкәрлеген көйләй. Артабанғы «л» хәрефе һулыш сығарыуҙы еңеләйтһә, һуңғы «һ» йөрәк менән үпкә бәйләнешен яҡшыртып, йөрәк ҡағышын тәртипкә һала.
Тәсбих тартыуҙың да файҙалы булыуы билдәле. Ул ҡаҡшаған нервы системаһын нығытырға, тулҡынла­ныу­ҙы еңергә, стрестан ҡотолорға ярҙам итә. «Аллаһу әкбәр», «собханаллаһ» йә «әлхәмделиллаһ» тип ҡабатлау ярайһы ғына тынысландыра.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?