RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рухиәткә һалым булырмы?

01.02.2011 Рухиәткә һалым булырмы?

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Рәсәй мосолмандары диниә назаратының баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин Башҡортостанда рухиәт фонды булдырырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, фонд ярҙамында мәсеттәрҙе, православие ҡорамдарын, башҡа шундай биналарҙы төҙөргә, төҙөкләндерергә мөмкин буласаҡ. Фондты БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет янында төҙөү һәм уның өсөн рухилыҡҡа махсус һалым һалыуҙы индереү зарур.
– Бындай һалым ниндәй дингә инаныуына ҡарамай һалынырға тейеш, шул иҫәптән атеистарға ла. Улар ҙа бит мәсет, сиркәү янынан үтеп, ҡарап-күреп, һоҡланып йөрөй, – тине Тәлғәт Тажетдин.
Ә инде был һалымды йыйыуҙа ҡатмарлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн уны эш хаҡынан тотоп ҡалырға кәрәк. Күләме иһә кешеләр өсөн хатта әллә ни һиҙелерлек тә булмаҫ – бер нисә һум ғына. Әгәр барыһы ла түләһә, ысынлап та, ҡеүәтле фонд төҙөргә мөмкин.
Әлбиттә, һалымды тик эшләүсе граждандар ғына түләргә тейеш. Балалар һәм пенсионерҙар дини сараларға үҙ теләге менән ярҙам итә ала. Тәлғәт Тажетдиндың фонд тураһындағы тәҡдимен Баш­ҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Өфө һәм Стәр­летамаҡ архиепискобы Никон, Башҡортостандың һәм Өфөнөң баш раввины Дан Кричевский ҙа хупланы.
Тағы бер һалым?! Шулай тип аптырар күптәр. Ысынлап та, әлеге тәҡдимгә ҡарата байтаҡ кеше ризаһыҙлыҡ та белдерҙе. Бигерәк тә дингә инанмаусылар. Берәүҙәр, дингә һалым түләһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн Юғары көстөң язаһынан ҡотолорбоҙ, тиһә, икенселәр дин дәүләттән айырылған, һалым мотлаҡ булырға тейеш түгел, тип «ҡырт киҫә». Бөгөн һәр яҡлап күтәрелгән хаҡтар теңкәгә тейгәндә, тағы өҫтәмә түләү индереү ризаһыҙлыҡтар­ға килтермәҫме, тиеңкерәп һағай­ҙы бәғзеләр. Тәҡдим әйтелде. Дөрөҫмө ул? Халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалырҙармы? Һорауҙар бар. Кем нисек уйлай, йәмәғәт?
Сергей Б.:
– Беренсенән, мин дин тотмайым, шулай булғас, ни өсөн ҡорамдарға түләргә тейешмен? Етмәһә, мотлаҡ рәүештә! Икенсенән, Рәсәй (Башҡортостан да) Конституция буйынса – донъяуи, дини булмаған дәүләт (светское) һәм сиркәү менән дәүләт бер-береһенән айырылған. Совет ваҡытында төрлө ойошмаларға ағзалыҡ иғәнәләре йыйыу менән шөғөлләнгән осорға кире ҡайтмаҡсылармы? Дини йорт дәүләт органы түгел, ә йәмәғәт ойошмаһына ҡарай. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә сиркәү-мәсеттәр һәр ваҡыт ирекле хәйриә иҫәптәренә тотолған.

Хәмиҙулла АБДУЛЛИН:
– Мосолман булараҡ, тәҡдимде индереүсене бөтөнләй аңламайым. Исламда зәҡәттән башҡа төрлө һалымдар рөхсәт ителмәй, уларҙы булдырыу – гонаһ. Дини булмаған дәүләттә йәшәгәнлектән, ҡайһы бер һалымдарҙы түләргә мәжбүрбеҙ шулай ҙа. Ә был һалымды етәкселек барыбер рөхсәт итмәйәсәк.

Рәсим ҒАРИПОВ:
– Дингә ышанмаған кеше һалым­ға риза булырмы һуң? Матбуғат конференцияһында Тәлғәт Тажетдин әйтеүенсә, сиркәү-мәсеттәргә ҡарап һоҡланған өсөн генә түләрме? Аҙаҡ килеп, йыйылған һалымдың ысынлап та изге йорттар төҙөү, ҡарау, төҙөкләндереүгә тотоноласағына кем гарантия бирә? Мәҫәлән, мин гонаһтарымды «йыуырға» теләйем, әруахтар иҫтәлегенә сығымдар тотонам икән, бында бер ниндәй ҙә мотлаҡ һалым кәрәкмәй. Барыһы ла – теләк буйынса. Тағы шуныһы бар: әле бит һалымһыҙ ҙа мәсеттәребеҙ күпләп төҙөлә, халыҡ ярҙам итә, байҙарыбыҙ ҙа ситтә ҡалмай. Ә ҡайһы бер ауылдарҙа булған мәсеттәр буш тора, мулла-имамдары ышанысты аҡламай, күбеһенең дини белеме лә юҡ...

Айсын АҡБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Төш һөйләү гонаһмы?

18.10.2019 - Иман Төш һөйләү гонаһмы?


Ауырып киткәндә уҡыла

Доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ ашағыҙ

Ҡайғы-хәсрәттәргә сабыр итеп доға ҡылыу

Намаҙ уҡыуҙың әжере

13.09.2019 - Иман Намаҙ уҡыуҙың әжере


Бойоҡҡанда һәм борсолғанда уҡыла торған доға

Иҫерткес эсемлек эскәндең  доғаһы 40 көн буйына ҡабул булмаҫ

100 һумлыҡ сәфәр

30.08.2019 - Иман 100 һумлыҡ сәфәр


Фәһемле төштәр хаҡында

Изгелекте күберәк эшлә, Хоҙай сауабын бирер

Ҡорбан салыу – шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе

Мөғжизәле йомортҡа

09.08.2019 - Иман Мөғжизәле йомортҡа


Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Кешене изге ғәмәлдәре ҡотҡара

Зөлхизә айында намаҙ ваҡыты

Көнсөлдәрҙән Хоҙайға һыйынығыҙ

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар

Йөрәк бәйләнеше

19.07.2019 - Иман Йөрәк бәйләнеше


Зөлҡәғиҙә айында намаҙ ваҡыты

Күҙ тейгәндә уҡыла торған доғалар

Ураҙа тотоу – изге ғәмәл...

Өйрәнәйек доғалар!

04.06.2019 - Иман Өйрәнәйек доғалар!


Хоҙай ураҙаларыбыҙҙы ҡабул итһен!

Ғәйет намаҙы нисек уҡыла?