НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йома ни өсөн изге көн?

Йома ни өсөн изге көн?


Йома ни өсөн изге көн?
Кесаҙна кисендә ҡояш байығас та, йома көн башлана һәм ул киләһе көндөң ҡояшы байығансы дауам итә. Бына ни өсөн беҙҙең элекке ата-бабаларыбыҙ кесаҙна көнөн “кесе йома” тип атап йөрөткән. Һүҙем ошо изге йома көнө хаҡында.

Алла илсеһе Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: “Йома – Алла алдындағы иң төп һәм иң бөйөк көн, хатта ҡорбан һәм ураҙа байрамдарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк, – тип әйткән. – Уның биш үҙенсәлеге бар: был көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләм донъяға яратыла, йома көндә Аллаһы Тәғәлә уны йәшәргә ергә ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә – йома. Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа. Алла әмере менән Ахырызаман да йома көндө буласаҡ. Йома көндән ҡурҡмаған бер фәрештә лә, ер ҙә, елдәр, тауҙар һәм диңгеҙҙәр ҙә юҡ”. Бына шуның өсөн айырыуса йоманы әҙәм балаларының Аллаһы Тәғәләгә зикерҙәр әйтеп, доға ҡылып үткәреүе хәйерлерәк.
Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған Йома көн юлға сығыр­ға, йәиһә, бер ниндәй ҙә эш эшләргә ярамай, тигән һымағыраҡ тыйыуҙар ҙа халҡыбыҙҙа һаҡланып килә. Был тыйыу бөтә йома көнөнә түгел, ә йома намаҙы (төш мәле) ваҡытына ғына ҡағылышлы һәм уны нин­дәй­ҙер берәй хөрәфәт менән бәйләмәй, дөрөҫ итеп аңлау ғына кәрәк. Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдең “әл-Жумуға” (Йома) сүрәһенең туғыҙынсы аятында былай тип әйтә: “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Әгәр йома көнө намаҙға саҡырылһа, Ал­ланы иҫкә алыу өсөн ашығығыҙ, һатыу итеүҙе ҡуйығыҙ. Был һеҙҙең өсөн нисек яҡшы икәнен белһәгеҙ икән”. Аяттан күренеүенсә, намаҙ – мотлаҡ һәм ана шул мәлдә һәр эштән тыйылып тороу ҡушылған. Намаҙҙан һуң йәиһә намаҙ башланмаҫтан алда бәйғәмбәребеҙҙән юлға сығыу һәм тағы ниндәйҙер эштәр эшләүҙе тыйған бер ниндәй ҙә риүәйәт юҡ. Тик ир кешеләргә йомала мәсеттә йәмәғәт намаҙы уҡыу ҡушылған, ана шуны ҡалдырыу ярамай. Ҡатын-ҡыҙҙарға йомала мәсеткә йөрөү рөхсәт ителә, әммә был мотлаҡ түгел.
Йома намаҙы башҡалары араһында иң яҡшыһы. Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм бер хәҙистә: “Әгәр кеше оло гонаһ ҡылмаһа, көндәлек биш намаҙ, йома менән киләһе йома араларында ваҡ гонаһтар юйыла”, – ти (Мөслим 233). Тағы бер сәхих хәҙистә бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм йома көндө, йәиһә төндә донъянан үткән кешене Аллаһы Тәғәлә ҡәбер ғазаптарынан имен ҡылыуы хаҡында белдерә.
Мосолмандар йома на­маҙына ашыҡҡанда: “Минең гонаһым юҡ, мин былай ҙа яҡшы”, – тип Алла алдында тәкәбберләнеп, ситтә генә ҡарап тороп ҡалыу бик ҡурҡыныслы. “Гонаһтары артыҡ күп булғандар ғына мәсеткә йөрөй”, – тип уйлаусылар төптән хаталана. Гонаһһыҙ кеше булмай. Аллаһы Тәғәләнең намаҙ хаҡындағы бойороғон үтәүҙе инҡар итеү – үҙе үк оло гонаһ! Үкенескә күрә, бына ошо хәҡиҡәтте аңлаусылар арабыҙҙа бик әҙ. Бәғзеләр “Йома көн эш эшләргә ярамай” тигән инаныуҙы бик яҡшы хәтерләп ҡалған, әм­мә мотлаҡ уҡылырға тейешле йома намаҙын аңлы рәүештә танымай. Ғәҙәттә, йомала, йәмәғәт намаҙы тамамланыуға, бер нисә кеше килеп мәсеттең ишек төбөндә хәҙрәттең на­маҙҙан сыҡҡанын көтөп ултыра. Берәүҙәр никах уҡытырға, икенселәре са­быйына исем ҡуштырыр­ға, өсөнсөләре әруахтары өсөн доға ҡылдырырға килә. Әммә бына ошо йома намаҙының һәр кеше өсөн фарыз (обязательно) булыуы, уларҙың үҙҙәренең дә беҙҙең менән намаҙҙа булырға тейешлеге, исма­һам, береһенең башына инеп сыҡһасы... Йомала шундай йомоштар менән мәсеткә килгән яҡташтар, әлбиттә, Раббыбыҙҙан яҡ­шылыҡ өмөт итеп, үҙҙәренә, балаларына, йә әруахтарына бәрәкәт теләп килә. Был – насар түгел. Тик Аллаһы Тәғәләнән ниҙер өмөт итер өсөн иң тәүҙә үҙебеҙ Уның ҡушҡандарын үтәп йәшәргә һәм ана шул юл менән генә Уның ризалығына ирешергә ынтылырға тейеш икәнлегебеҙ хаҡында онотабыҙ, йәмәғәт! Тап бына шулай, юғарыла килтерелгән, изге Ҡөрьән Кәримгә һәм Алла илсеһенең сөннәтенә таянып әйтелгәндәргә ҡолаҡ һалмай ғүмеребеҙҙе ғәфләттә (вайымһыҙлыҡта) үткәрһәк, үҙебеҙгә үҙебеҙ золом (ғәҙелһеҙлек) ҡылған булабыҙ, ҡәрҙәштәрем. Ошо хәҡиҡәтте үҙебеҙҙе мосолман өммәтенән тип һанап йөрөгән һәммәбеҙҙең йөрәгенә һеңдерергә Хоҙай Тәғәлә насип итһен. Амин.

Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ.

Сибай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 12-05-2017, 08:00 | Ҡаранылар: 313
|
  • “Йәсин” cүрәһе – Ҡөрьәндең йөрәге
  • Изге доғалар менән үткәрегеҙ!
  • Бәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан көн
  • Ни өсөн доғалар ҡабул булмай?
  • 2011/12 КХЛ миҙгеленең «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында уйындар календары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • «Башҡортостандың 100 шәхесе»
  • «Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»
  • Бахыр бала. Йәне йәннәттә булһын...
  • Хәйер (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)
  • “Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”
  • “...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
  • Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)
  • Лимон бәлеше
  • Дауыл сығыу хәүефе бар!



  • Радио Юлдаш FM