НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ислам традицион була аламы?

Ислам традицион була аламы?


Беҙ “традицион ислам” һүҙ теҙмәһен йыш ҡулланабыҙ, әммә уның тәрән мәғәнәгә эйә булыуы тураһында уйланмайбыҙ. Төрлө атамаларҙың мәғәнәһе төбөндә ҡайһы саҡта ҡапма-ҡаршы ҡараштар көрәше ята һәм улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына ҡораллы ҡаршылыҡҡа әүерелә. Мәҫәлән, Сүриәлә бөгөн шундай хәл күҙәтелә. Исламға ҡарата “традицион” төшөнсәһе тура килһен дә ти, ул саҡта традицион булмағаны ниндәй һуң? Тимәк, Рәсәй, Мысыр, Төркиәләге ислам һәм уның башҡа төрҙәре лә бар булып сығамы?
Былар – “Традицион ислам: төшөнсәһе, асылы, йөкмәткеһе" тип аталған һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған ғилми-ғәмәли семинарҙа күтәрелгән мәсьәләләрҙең бер өлөшө генә. Семинарҙа ошо юғары уҡыу йорто ғалимдары, дин белгестәре, дини ойошмалар вәкилдәре, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Ислам университеты уҡытыусылары ҡатнашты.
Бәлки, “традицион ислам” төшөнсәһе ни бары ниндәй ҙә булһа идеология өлөшө генәлер? Бөгөн нәҡ ИГИЛ (Ираҡ һәм Левант ислам дәүләте), ваһһабиттар, ошо “традицион” һүҙе менән ҡоралланып, ислам динен дөрөҫ һәм дөрөҫ булмағанға айыра һәм, әлеге бәхәсте ҡеүәтләп, улар уйлауынса, дингә ҡаршы килеүсе мосолмандарҙы юҡ итеү менән шөғөлләнә. Башҡортостан Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни моделләштереү үҙәге етәксеһе Р. Ҡарамышев докладында яңғыраған ошо фекер башҡа сығыштарға ла билдәле бер йүнәлеш бирҙе. Бик күп ҡыҙыҡлы фекер әйтелде. Улар семинар йомғаҡтары буйынса баҫыласаҡ айырым йыйынтыҡта донъя күрәсәк. Әлеге терминдың ҡулланылышына нигеҙле хаҡ биреүсе ҡайһы бер айырым фекер­ҙәргә генә туҡталып үтәм.
Нәҡ шулай: “традицион-традицион булмаған” төшөнсәләрен әүеш-тәүеш килтереү – был, асылда, бер милләттәге мосолмандарҙы икенсе милләт мосолмандарына ҡаршы ҡуйырға ынтылыуға тиң. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты етәксеһе урынбаҫары А. Сөләймәнов белдереүенсә, етди геосәйәси маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп, бер үк диндәге кешеләр араһында дошманлыҡ уты ҡабыҙыу өсөн Көнбайыш тарафынан был алым бөгөн киң ҡулланыла.
Уның фекерен дауам итеп, Башҡортостан мосолмандары диниә идараһы рәйесе урынбаҫары Р. Сәйәхов Ҡөрьәнде, хәҙис­тәр­ҙе тәрән һәм ныҡлы белмәү арҡаһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, изге яҙмаларҙағы ҡағиҙәләргә ирекле аңлатма биреүгә юл ҡуйылыуын, һөҙөмтәлә изге китаптарҙа мосолмандарҙың бер-береһен үлтереүен аҡлау тураһындағы аҡылға һыймаҫлыҡ фекерҙәр булыуын раҫларға тырышыусылар килеп сығыуын билдәләне.
Исламға ҡарата “традицион” төшөнсәһен ҡулланыу урынлымы? Ғилми-ғәмәли семинарҙа ҡатнашыусылар был һорауға ыңғай яуап бирҙе. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тарих һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире М. Фархшатов үҙ сығышында был төшөнсәгә шундай аңлатма бирҙе: исламдың традицион төрө – уның теге йәки был төбәктә билдәле бер осорҙа барлыҡҡа килгән дини-юридик мәктәп (мәзһәб) нигеҙендә ҡабул ителгән догматик ҡағиҙәләрен үҙләштереү һәм үтәү формаһы, ислам институттарының ошо ерлектәге шарттарҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе иҫәпкә алып эшләү һөҙөмтәһе.
Семинарҙа ҡатнашыусылар үҙ-ара бәхәстәр нигеҙендә тыуған әлеге аңлатма менән килеште, әммә уның тулы, теүәл бирелгәнлеген раҫларға ашыҡманы һәм, уға төҙәтмәләр индерелеүе мөмкин, тип иҫәпләй. Бер нәмә, һис шикһеҙ, көн кеүек асыҡ: исламға ҡарата ҡулланылыусы “традицион” термины бер диндәге һәм башҡа динде тотоусы кешеләргә ҡарата дошманлыҡ хисе уятыу өсөн сәбәп була алмай. Ислам – толерантлыҡҡа өндәүсе дин, төрлө территорияларҙа һәм төрлө халыҡта уның йәшәп килеү формаһы ғына төрлөсә булырға мөмкин. Быны ҡунаҡсыллыҡтың төрлө булыуы менән сағыштырырға мөмкин, тип асыҡлыҡ индерҙе Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Ислам университеты проректоры Р. Яҡупов. Дөйөм халыҡ төшөнсәһе булған ҡунаҡсыллыҡтың да һәр халыҡта үҙ традициялары бар. Әгәр был халыҡтар үҙҙәренең геосәйәси маҡсаттарын алға һөрмәһә, был һис кенә лә үҙ-ара дошманлашыу өсөн сәбәп түгел.

Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ,
философия фәндәре кандидаты.

Сығыу ваҡыты 1-09-2015, 17:08 | Ҡаранылар: 756
|
  • Үҙебеҙҙең дин белгестәре кәрәк
  • Мөһим йәмәғәт институты
  • «Иң изге теләктәр менән!»
  • Көйөргәҙеләр иманға ынтыла
  • Беҙ тыныслыҡ яҡлы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM