НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рамаҙан айында намаҙ ваҡыты

Рамаҙан айында намаҙ ваҡыты


Рамаҙан айында намаҙ ваҡытыБәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һиссәләм үҙенең хәҙисендә: «Көндәрҙең иң олоһо – йома көнөлөр, кисәләрҙең иң олоһо − Ҡәҙер киселер, айҙарҙың иң олоһо Рамаҙан айылыр», − тип әйткән. Был ай, ураҙа тотоу, инсафлыҡ һәм бер-беребеҙгә күркәм мөнәсәбәттә булыу айы булараҡ, мосолмандар тормошонда айырым әһәмиәткә эйә. Рамаҙандың тәүге ун көнө – рәхмәт көндәре, икенсе ун көнө − гонаһтарҙан пакланыу көндәре, һуңғы ун көнө уттан (йәһәннәм ғазабынан ) ҡотолоу көндәре булып һанала. Башҡа айҙарҙа бер изгелеккә ун сауап яҙылһа, Рамаҙанда бер изгелеккә мең сауап яҙыла.
Ураҙа тотоу − мосолмандарға фарыз биш һынауҙың береһе. Бер көн буйына ғына түгел, айлап ашау- эсеүҙән тыйылып тороу беҙгә үҙебеҙгә нәфсебеҙҙән өҫтөн икәнебеҙҙе, уны еңә алыуыбыҙҙы күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Был айҙа яҡшылыҡ, изгелек эшләргә, ялған һөйләүҙән, боҙоҡ эштәрҙән тыйылып торорға тейешбеҙ. Ураҙалы булыу − кешенең яҡшылыҡҡа, изгелек эшләргә ынтылыуы, башҡаларға яҡшы мөнәсәбәттә булыуы, кешеләрҙе рәнйетеүҙән тыйылып тороуы ул. Ураҙа ул − тәрбиә. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең ихтыяр көсөбөҙҙө аслыҡ менән һынай. Туҡланыуҙы сикләү әҙәм балаһын тәртипкә, ашаған ризығының ҡәҙерен белергә, уны сарыф итмәҫкә өйрәтә. Ураҙала туҡланыуҙың билдәле бер ҡағиҙәләре лә бар. Иртән, ҡояш сығырға ике сәғәт ҡалғас, сәхәр ашайҙар һәм ураҙаға ниәт әйтәләр. Ашаған ризығығыҙ туҡлыҡлы булырға тейеш. Сәхәр ашамау ураҙа һаналмай. «Сәхәр ашағыҙ. Унда бәрәкәт бар», – тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр.
Ураҙа ваҡыты ингәс ашаһаң, тәмәке тартһаң, һағыҙ сәйнәһәң, ураҙа боҙолған, тип һанала. Был ваҡытта енси яҡынлыҡ ҡылыу, мунса инеү, дарыу эсеү, укол алыу, әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләү, һүгенеү изге ғәмәлде юҡҡа сығара. Сирлеләргә, оҙайлы ваҡыт ас торор­ға ярамаған кешеләргә ураҙа тотоу тыйыла. Улар һауыҡҡас ҡына ураҙаларын дауам итә йәки уны башҡа ваҡытта тота ала. Йәшәгән, торған еренән 90 саҡрым алыҫҡа киткән кеше юлда һанала. Сәфәрҙә булған кешеләр ураҙаларын тотмаһа ла була. Йөклө, бала имеҙгән ҡатындарға, хәлһеҙ, оло йәштәге кешеләргә ураҙа тотоу мәжбүри түгел. Күрем ваҡытында был изге ғәмәлде башҡарыу тыйыла. Ниәт әйтеп ураҙаға инһәң дә ул һаналмай.
Ашау-эсеүҙән тыйылыу ваҡытынан һуң ас ҡарынға аш ашау ҙа үҙенә күрә бер ысул талап итә. Иң тәүҙә еңел үҙләштерелә торған ризыҡтар (йәшелсә-емеш) ашарға кәрәк.
Ҡояш байығас, ураҙа тотоусы ауыҙ аса. Был ғәмәлде башҡарғанда күршеләрҙе, туған-тыумасаңды саҡырыу сауаплы һанала. Ҡунаҡтар саҡырып һыйлаған, йомартлыҡ һәм хөрмәт күрһәткән кешеләр үҙҙәренә оло сауап алыр.
Ураҙа тота алмағандар фидиә саҙаҡаһын һәр көн өсөн 150 һум менән иҫәпләп бирә.
Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәребеҙ, Рамаҙанда, олуғ ғибәҙәт айында, сауаплы ғәмәл – ураҙабыҙҙы хәлебеҙҙән, мөмкинлегебеҙҙән килгәнсә тоторға онотмайыҡ. Изге ғәмәлдәр ҡылып, тормошобоҙға бәрәкәт ҡунһын. Рамаҙан айында иманыбыҙ һәм Ҡөрьәнебеҙ гонаһтарыбыҙҙы юйһын, сәхәрҙәребеҙгә бәрәкәт бирһен, ифтарҙарыбыҙға осрашыу ләззәте бүләк итһен!

Сығыу ваҡыты 13-06-2015, 11:42 | Ҡаранылар: 735
|
  • Һижри иҫәп буйынса бөгөн яңы 1438 йыл башланды
  • Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын
  • Рамаҙан – бар айҙарҙың солтаны
  • Рамаҙан айы сауаплы ғәмәлдәр менән үтһен!
  • Ураҙа тотаһыңмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM