НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡөрьән уҡыусыларға мең сауап яҙылыр
Новости / Иман // 15-06-2018, 15:37


Ҡөрьән  уҡыусыларға  мең сауап  яҙылыр
Мөхәммәт бәйғәмбәргә дин ғәмәле, ислам тәртиптәре, ғибәҙәт хаҡында һорауҙар менән гел мөрәжәғәт иткәндәр. Бер мәл унан шулай тип һорағандар:
– Эй, Аллаһы Тәғәләнең илсеһе, әйт әле, Ҡөрьән уҡыуҙың күпме сауабы бар?
Мөхәммәт бәйғәмбәр шулай тип яуап биргән:...

10 июнь – Ҡәҙер кисе
Новости / Иман // 10-06-2018, 06:00


10 июнь – Ҡәҙер кисеТеләктәр ҡабул булған төн

Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – Ҡәҙер кисе. Ул рамаҙан айының 27-се кисендә билдәләнә. Хәҙистәрҙә: «Ҡәҙер кисенә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһын Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер», – тип әйтелә. Ғибәҙәттә ҡаза намаҙын үтәү, Ҡөрьән Кәримде уҡыу, доғалар ҡылыу, тәүбә итеү, саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы һөйөндөрөү һәм башҡа сауаптарға ирешеү – быларҙың барыһы ла был кискә хөрмәт күрһәтеү ишараһылыр. Хөрмәт күрһәтеү гонаһлы эштәрҙе эшләмәү менән дә хасил булыр....

Фитыр саҙаҡаһы
Новости / Иман // 9-06-2018, 05:00


Фитыр саҙаҡаһы
Фитыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә.
Байлығы булған һәр мосолманға фитыр биреү вәжиб. Балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фитыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәй кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла. Шуға ла кәффәрәт, таҙарыныу, гонаһтар­ҙы бөтөрөү өсөн бирелә. Хәлле кешенең өҫтөнән фитыр төшөрөлмәй, хатта үлгәс тә үтәлергә тейеш. Үҙе бирмәһә, уның вариҫтары бирә (гүр саҙаҡаһы). Ярлы кеше был саҙаҡаны бирмәй, киреһенсә, уға биреү дөрөҫ була.
...

Хоҙай һорағанына бирер
Новости / Иман // 8-06-2018, 08:00


Хоҙай  һорағанына  бирер
Рухи остаз Ибраһим ибн Әҙһәм Басра ҡалаһы урамдары буйлап барғанда ҡалала йәшәүсе хәҙрәттәр йыйылып, унан:
− Эй, хәҙрәт, Аллаһы Тәғәлә үҙенең китабында: «Һеҙ минән һорағыҙ. Мин доғаларығыҙға яуап ҡайтарырмын», – тигән. Нимә булды икән беҙгә? Беҙ Аллаһы Тәғәләнән һорайбыҙ ҙа, ни эшләп һуң доғаларыбыҙ ҡабул булмай икән? − тип һораған....

Һынауҙарын да, еңеп сығыр көсөн дә бирер Хоҙай
Новости / Иман // 1-06-2018, 07:00


Һынауҙарын да,  еңеп сығыр көсөн дә бирер Хоҙай
Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Элек атай-әсәйҙәр йыш ҡунаҡ саҡырышты. Атайыбыҙ ныҡ эсте, ул иҫереп алһа, өйҙә гел һуғыш, ҡаңғырыш сыҡты. Үҫеп, башлы-күҙле булып бөттөк. Бала саҡта, шул араҡы минең табында бер ҡасан да булмаясаҡ, тип уйлай торғайным. Юҡ, әлеге шул ҡунаҡ, өмәләр эскелекһеҙ үтмәй. Ирем ныҡ эсә башланы. Уны бергә эскән иптәштәренән, эскелектән ҡасырам тип уйлап, ҡалаға күсеп киттек. Беҙҙең тормош мин уйлағанса ғына барманы. Кеше фатирында түләп торабыҙ, эшләп тә, эш хаҡын түләмәй тотҡарлайҙар. Ирем ҡалаға күскәс, бөтөнләй «егет»кә әйләнде. Бергә эшләгән, ирҙән айырылған ҡатын менән cыуалырға тотондо. Һөйәркәһенән эсеп ҡайтып: «Һин – ауыл бисәһе, исмаһам, минең менән ҡуша эсә лә белмәйһең», – тип мәсхәрәләй торғайны. Айырылайым, тиһәм, атай-әсәй, туғандарым, түҙ-түҙ, тип өгөтләнеләр. Эсеп, ҡул күтәрһә лә, балаларым атайлы булһын, ирҙән айырылған, тигән һүҙҙәрҙе ишетмәйем, тип түҙҙем. Түҙмәй, ҡайҙа барайым....

Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға
Новости / Иман // 25-05-2018, 08:00


Өйҙән сыҡҡанда уҡыла  торған доға
“Бисмилләһи тәүәкәлтү ғәләл-лаһи үә лә хәүлә үә лә ҡуүәтә иллә билләһ”.
Мәғәнәһе:
“Аллаһы Тәғәләнең исеме менән бөтә ғәмәлдәремде Уға тапшырҙым һәм тәүәккәлләнем. Көс һәм ҡеүәт бары тик Алланан ғына”....

Ҡөрьән – хәҡиҡәттең үҙе
Новости / Иман // 18-05-2018, 07:00


Ҡөрьән – хәҡиҡәттең үҙе
Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылында йәшәүсе Гөлсөм Шәмсетдинова ҡабарынҡы ғәрәп хәрефтәре менән «Алла» һүҙе яҙылған тауыҡ йомортҡаһын ҡулыма килтереп тотторғас, төрлө йылда Ер шарының төрлө урынында булған илаһи яҙмаларға бәйле мөғжизәләрҙе иҫкә төшөрҙөм...
2009 йылда Дағстанда Якубовтар ғаиләһендә тәненә Ҡөрьән аяттары яҙылған бала тыуа. Ғалимдар: «Был мөғжизәне хәҙерге фән аңлата алырлыҡ түгел», – тип яуап бирә.
Аллаһы Тәғәләнең ғәрәпсә, Ҡөрьән телендә үҙенең барлығын белдереүен, изге китапта бәндәгә ике донъяла ла бәхетле булыу юлын күрһәтеүен аңлайбыҙ. Раббыбыҙ бойорғандарҙы һәм тыйғандарҙы һанға һуҡмай, юлдан яҙып йөрөгәндәрҙе был фани донъяла ла, Әхирәттә лә күрәсәк ғазаптары, уңышһыҙлыҡтары, бәхетһеҙлектәре тураһында киҫәтә....

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!
Новости / Иман // 16-05-2018, 07:00


Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе яҡшы эштәр өсөн сауаптары арттырып яҙылған,гонаһтары ғәфү ителгән, мөьминдәрҙең абруйҙары күтәрелеп, йөрәктәре Хаҡ Тәғәләгә ашҡынып торған билдәле бер бәрәкәтле осорҙар менән бүләкләй. Айҙарҙың солтаны һаналған изге Рамаҙан айы ла шундай ваҡыттарҙың береһе. Был айҙа һәр мосолманға Аллаһы Тәғәләнең ризалығына, уның рәхмәтенә ирешер өсөн ураҙа тотоу фарыз. Быйыл Рамаҙан айы 16 майҙа ҡояш байыу менән башлана....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM