НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!


Юл хәүефһеҙлеге инспекторы машинаны туҡтатып, ҡыҙмаса шоферға:
– Һеҙ эскәнһегеҙ бит, өрөгөҙ әле, – тигән.
– Бик өрөр инем дә, мине эш урынымда эсеүҙә ғәйепләүҙәре ихтимал бит, – тип аҡланған шофер.

* * *
– “Ашығыс ярҙам” саҡыртайыммы?
– Юҡ-юҡ, кәрәкмәй, йөрәк кенә сәнсеп тора.
– Йә, Хоҙай, әллә бармағыңды ҡырҡтыңмы тип торам бит.

* * *
Магазинда бер ҡарт:
– Миңә 49 грамм ҡаҙы үлсәп бирмәҫһегеҙме икән? – тип һорай.
– 50 грамм алығыҙ ҙа ҡуйығыҙ инде, – ти һатыусы.
– Әйҙә үлсәгеҙ! Байрам булғас, байрамса булһын, – тигән ҡарт.

* * *
“Яңы урыҫ” теш табибына килеп ингән дә:
– Минең ауыҙға күҙ һал әле, – тигән.
Табип пациенттың ауыҙын астыр­ған һәм иҫе китеп ауа яҙған. Сөнки тештәре гел алтындан ғына, ти.
– Бында миңә эш ҡалмаған бит, – тип аптыраған табип.
– Уныһын үҙем дә беләм, – тигән ир. – Ауыҙға... сигнализация ҡуйып бир.

* * *
– Был машина һеҙҙекеме?
– Минеке лә, түгел дә.
– Нисек инде?
– Магазиндарға йөрөргә кәрәк­һә – ҡатындыҡы, әхирәтенә барыр­ға булһа – ҡыҙымдыҡы, йылға буйына һыу инергә киткәндә – улымдыҡы....
– Ә ҡасан һеҙҙеке?
– Ремонтларға кәрәк булғанда.

* * *
Фрикаделька әҙерләргә өйрәнәбеҙ: иң тәүҙә билмәнде ҡамырынан айырабыҙ…

* * *
Әгәр диссертацияғыҙҙы яҡлар алдынан бер-ике сәғәт алда банкет үткәрһәгеҙ, уны бик яҡшы итеп яҡлаясағығыҙ көн кеүек асыҡ.

* * *
Кафела коктейль эсеп ултырғанда, эргәмә берәй ир-ат килеп, минең өсөн түләргә теләүен белдерһә, һәр ваҡыт сумкамдан газ һәм электр энергияһына түләү өсөн квитанцияларҙы сығарам.

* * *
Рәсәйҙәрҙең ике проблемаһы бар: эштә нисек тә тиҙерәк йоманы еткереү һәм дүшәмбегә тиклем үлеп китмәү.

* * *
Ярай, ярай, коммунизм төҙөү­ҙән баш тарттыҡ, ә бына әбейҙәр сыуағы нимәһе менән яраманы?!

Сығыу ваҡыты 11-04-2014, 03:50 | Ҡаранылар: 442
|
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM