НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!


– Мин бөгөн ҙур изгелек эшләнем.
– Әйҙә, һөйлә!
– Урам буйлап китеп барһам, бер ағас төбөндә күрше ҡатын тора, ә ағас башында уның ергә төшөргә ҡурҡҡан бесәйе. Күршем: «Төшөрөгөҙсө минең бесәйкәйемде», – тип ялбара. Мин ни тиҙ генә телефонымды алдым да фотоға төшөрҙөм. Шул тиклем матур фотолар килеп сыҡты инде.

* * *
– һылыуҡай, һеҙ киләһе туҡталышта төшәһегеҙме?
– Юҡ, мин икенсеһендә төшәм.
– Улайһа, әйҙә алмашабыҙ.
– Йәғни, мин – киләһендә, ә һеҙ икенсеһендәме?

* * *
– Кисә генә бер аҙналыҡ кефир диетаһын тамамланым, – тип маҡтана бер ҡыҙ.
– Ә мин һин уны кисә генә башлағанһың тип ишеткәйнем, – ти егет.
– Мин уны иртәрәк тамамланым, шунан нимә булған? – тип асыулана ҡыҙ.

* * *
Үткән тыуған көнөмдә үҙемә, ай һайын ҡыҙҙарҙы алмаштырып торорға теләр инем, тигән теләк теләгәйнем. Теләгем тормошҡа ашты – яланғас ҡыҙҙар төшөрөлгән өҫтәл календары бүләк иттеләр.

* * *
Планетала, килгәндәрҙе иҫәпкә алмағанда, инде алты миллиардтан ашыу кеше йәшәй.

* * *
Ҡатын-ҡыҙҙың бер ваҡытта ла һеҙ уйлағанды ишеткеһе килмәй. Улар үҙҙәре нимә уйлай, шул хаҡта тик йомарт һәм матур ир-аттан ишеткеһе килә.

* * *
Эштән иртәрәк китеү – насар ырым. Ана, беҙҙә берәү бер аҙға алдараҡ киткәйне, хәҙер ҡатыны менән айырылыштылар.

* * *
– Ҡыйыуҙар ҡалаларҙы ала...
– Эйе-эйе, ә иҫәрҙәр – кредит...

Сығыу ваҡыты 31-05-2013, 11:12 | Ҡаранылар: 539
|
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM