RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Заман талабы

26.04.2013 Заман талабы

(юмореска)
Марат, юғары уҡыу йортон тамамлап, диплом алғас, эшкә урынла­шыр­ға булды. Ни тиһәң дә, алты йыл буйы атай-әсәй аҡсаһына, стипендияға йәшәп ялҡытҡайны. Бараһы ергә бармайынса, ашағы килгәнде ашамайынса, кейәһе кейемде кеймәйенсә күп түҙҙе, етер. Заводҡа инженерҙар кәрәк булғанға, документтарын алып, шунда юл тотто.
Ҡабул итеү бүлмәһендә ултырыусы ҡыҙ менән бик итәғәтле генә иҫәнләшкәндән һуң директор бүлмәһенә инергә рөхсәт һораны. Сәркәтип ҡыҙ бик ҡылансыҡ күренә, бик йыш көҙгөгә ҡарай, сәстәрен төҙәткеләп алған арала һөйләшергә лә өлгөрә.
− Егет кеше, юҡҡа ғына инәһегеҙ, эшкә алмаҫ ул һеҙҙе, − тип, Мараттың күңеленә шом һалды. Әрмелә командирҙары үҙен гел маҡтап ҡына телгә алған егеткә был бик сәйер тойолдо.
− Ә ниңә директорығыҙ мине эшкә алмаҫ тип уйлайһығыҙ? – тип, Марат күҙҙәрен ҡыҙға төбәне.
− Уның холҡон беләм мин. Һеҙ бик тәртипле, тыйнаҡ күренәһегеҙ, ә замана хәҙер әрһеҙҙәрҙеке.
“Һеҙҙә тәртипһеҙ, әҙәпһеҙҙәр­ҙе генә эшкә алалармы ни?” – тип һорарға уйлағайны Марат, шул ваҡытта директор ишегенән үҙе өндәште:
− Кем бар унда, инегеҙ.
Марат бүлмәгә ингәндән һуң, директор уға ентекләп ҡарап торҙо.
− Бында тәүәккәлләп килгәс, документтарығыҙ, дипломығыҙ тәртиптәлер инде? – тип һораны ул.
Марат документтарын өҫтәлгә ҡуйҙы.
− Яҡшы. Тимәк, беҙгә эшкә урынлашырға булдығыҙ? Әммә алдан уҡ иҫкәртеп ҡуям, беҙҙә эш бик яуаплы, етдилек талап итә. Эшселәр яңы килгәндәргә ҡарата бик талапсан, − тине директор.
− Минең хыялым шундай эштә, шундай кешеләр менән эшләү, − тине Марат.
Директор, күҙлеген һалып, өҫтәлгә ҡуйғандан һуң:
– Хәҙер минең һорауҙарға ҡыҫҡаса яуап бирергә тура килер, беҙҙең коллективта эшләү-эшләмәүең дөрөҫ яуап биреүеңдән тора, − тине.
− Тәмәке тартаһыңмы?
− Юҡ, еҫен дә яратмайым.
− Шахмат, шашка, домино уйнай­һыңмы?
− Юҡ, ҡыҙыҡ тапмайым.
− Транспортта өлкәндәргә урын бирәһеңме?
− Әлбиттә, өлкәндәрҙе хөрмәт итәм.
− Градуслы эсемлектәрҙе яратаһыңмы?
− Юҡ, байрамдарҙа ғына минераль һыу эсәм.
− Әллә берәй ауырыуың бармы?
− Юҡ, мин спорт менән шөғөлләнәм.
− Был һинең холҡоңдо белеү өсөн бирелгән һорауҙар булды. Азарт уйындар уйнамайһың, тәмәке тартмайһың, араҡы эс­мәй­һең, өлкәндәргә ихтирамлы – һин идеаль хеҙмәткәр. Тик заман талаптарына тура килмәйһең. Беҙҙең завод коллективы һине аңлап еткермәҫ, үҙ итмәҫ, үҙеңә лә ауыр булыр. Бер йылдан һуң килерһең, бәлки, заман һәм кешеләр үҙгәрер, − тине директор.
Марат директор бүлмәһенән тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараны. Ҡылансыҡ сәркәтип:
− Нимә, егет, юлың уңманы, ахыры, кәйефең насар күренә, − тине, мыҫҡыллы ҡараш ташлап. – Эшкә алмаясаҡ, тип әйткәйнем бит, уға заманса кешеләр кәрәк. Хәҙер аҡыл кәрәкмәй, әрһеҙлек кәрәк.

Дилфәр ХӘСӘНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)