НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!


– Хәҙерге заманда юҡ ул тоғролоҡ, – тип зарлана бер егет дуҫына. – Бына кисә генә мин йөрөгән биш ҡыҙҙың икәүһе хыянат итте.

* * *
Судта:
– Шунан, хөкөм ителеүсе, үҙегеҙҙе аҡларлыҡ түләй алмайһығыҙмы?..

* * *
Бер ҡыҙ «яңы башҡорт»ҡа кейәүгә сыға. Иң яҡын әхирәте унан:
– Сөмбөл, һин Ғәлигә бер күреүҙән ғашиҡ булған­һыңдыр, эйеме? – тип һорай.
– Юҡ, – ти теге, – икенсе күреүҙән. Беренсе күреүҙә мин уның аҡсаһы ятҡан карталарҙың һандарын белмәй инем бит әле...

* * *
– Әйтегеҙсе, табип әфәнде, – ти яңы утыҙҙан уҙған ир, – миңә ул тиклем ҡиммәтле операция эшләтеү мотлаҡмы ни? Ҡатынымды ҡарарға һәм өс баламды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк.
– Миңә лә, хөрмәтлем, миңә лә.
* * *
– Һинең ирең шул тиклем аҡыллы кешегә оҡшаған. Ул бөтәhен дә беләлер, эйе бит? – ти әхирәте, бөтөнләй башҡа уйҙар уйлап.
– Юҡты hөйләмә, әллә hин иҫәрме, ул бер нәмәне лә белмәй, – тигән ханым, алан-йолан ҡаранып.

* * *
Ҙур ғына бер ойошмаға ревизия килә. Етәксе менән һөйләшеп ултырғанда, ревизор:
– Һалым инспекторығыҙҙың исем-шәрифе нисек? Һеҙ уға нисек өндәшәhегеҙ? – тип һорай.
– Беҙ уға өндәшмәйбеҙ, ул, әҙәм аҡтығы, көттөрөп тә тормай, үҙе килә лә етә, – тигән етәксе, онотолоп китеп.

* * *
– Шунан, беҙҙең яңы егетебеҙ нисек? – тип ҡыҙыҡhына магазин директоры урынбаҫарынан.
– Ул иҫ киткес талант­ҡа эйә. Беләhегеҙме, бөгөн үҙ әсәһен эшкинмәгән телевизор­ҙы hатып алырға күн­дер­ҙе.

* * *
Бер күп һөйләргә яратҡан ҡатын табипҡа килә лә:
– Иремә көндәр буйы нимәлер һөйләйем дә һөйләйем, ә ул ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтмәй. Минеңсә, ул психик ауырыуҙыр.
– Юҡ, юҡ, һеҙ яңылышаһығыҙ. Был – талант.

Сығыу ваҡыты 20-08-2011, 16:56 | Ҡаранылар: 1102
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM