НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!


Зоопаркта:
– Атай, ҡара әле, ситлектә юлбарыҫ һө­йәк кимереп ултыра!
– Ярай әле, улым, иҫкә төшөрҙөң, әсәйең ит алып ҡайтырға ҡушҡайны бит.

* * *
– Хисмәт, ниңә ҡатыныңды айырырға булдың әле?
– Алдашҡаны өсөн. Үткән аҙнала иртән генә ҡайтып инде лә, Рима әхирәтемдә ҡу­нып ҡалдым, тине.
– Бәлки, алдашмай­ҙыр?
– Алдашмай ни, ул төндә үҙем Рима менән булдым.

* * *
– Мәктәптә уҡығанда музыка түңәрәгенә йөрөүемдең ҡартайғас файҙаһы тейҙе бит...
– Нимә, әллә берәй оркестрға урынлаштыңмы?
– Юҡ, баҙарҙа скрипка уйнап, хәйер йыям.

* * *
Автосервистағы һөйләшеүҙе тыңлағандан һуң:
– Йә, иптәш мастер, машинам хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, әгәр ҙә машинағыҙ ат булһа, уны иткә оҙа­тыр­ға кәңәш бирер инем...

* * *
Ике иптәш һөйләшә:
– Был көрсөк һеҙҙең контораға ла ҡағылдымы?
– Ҡағылмай ни, элек эш күрһәткән булып, килештереп ултыра инек, хәҙер ысынлап та эшләргә тура килә.

* * *
Сит ил кешеһе зарлана:
– Был Рәсәйҙә юл­дар­ҙың батҡаҡһыҙ са­ғын бер күреп булырмы икән?
– Батҡаҡһыҙ саҡты күргегеҙ килһә, йә юл кипкәс, йә бысраҡ туңғас килегеҙ, – ти әңгәмәләше.

* * *
– Минең бисә кеҫә телефоны кеүек...
– Шундай уҡ йылтыр, ыҡсым һәм модалымы?
– Юҡ, аҡсаһы бөтһә, һөйләшмәй.

* * *
– Табип, ни эшләп­тер һул аяғым ауырта башланы бит әле, – ти дауаханаға килгән бабай.
– Ҡартлыҡтан ул, бабай, ҡартлыҡтан, – ти табип.
–Улайһа, минең уң аяғым йәшме икән ни?

Сығыу ваҡыты 24-05-2011, 14:19 | Ҡаранылар: 1308
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Урыҫ Ҡыш бабайы
  • Үәт ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM