НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Чапай Тәлғәт»

«Чапай Тәлғәт»


Ҡушамат кешегә юҡтан ғына йәбешергә тора бит ул.
Тәлғәт менән дә шулай булды. Ул ваҡытта малай икенсе синыфта ғына уҡый ине әле.
Бөтәбеҙ бергә бер бүлмәлә уҡыйбыҙ. Туған тел дәресе бара. Уҡытыусы беҙгә, дүртенселәргә, үҙ аллы эш бирҙе лә, икенсе синыфтар менән әңгәмә башланы. Һөнәр тураһында ине ул һөйләшеү. Кем булырға? Берәүҙәр – уҡытыусы, икенселәре – табип, өсөнсөләре шофер булырға теләүен белдер­ҙе. Тракторсы, монтер, һауынсы, һатыусы, тегенсе һөнәрҙәрен дә һайлаусылар табылды. Сират Тәлғәткә етте.
– Ә һин, Тәлғәт, үҫкәс, кем булырға уйлайһың? – тип һораны уҡытыусы. Малай ыҡ-мыҡ итеп торманы.
– Мин Чапай булам, – тип яуапланы.
Әлбиттә, Тәлғәттең герой Чапаевҡа бик тә оҡшағыһы килгәндер. Әммә ошо «Чапай» һүҙе Тәлғәткә ғүмерлеккә йәбеште лә ҡуйҙы. 50 йылдан ашыу ғүмер итһә лә, Тәлғәтебеҙ Тәлғәт кенә түгел, «Чапай Тәлғәт» булып ҡалды.

Сығыу ваҡыты 12-03-2011, 19:02 | Ҡаранылар: 1469
|
  • Ауылым "әтәстәре"
  • «Тәҙерлүк»
  • Тамамланмаған һабантуй
  • Хужа беҙҙең арала
  • Уҡытыусыларҙың эш хаҡы арта: һөйөнөргәме, көйөнөргәме?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM