НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Алтмыш ҡына»

«Алтмыш ҡына»


«Алтмыш  ҡына»
Әхтәриев улын бик һәләтле бала тип уйлай, шуға күрә уҡыуҙа насар өлгәшеүен ялҡаулығынан күрә. Ул уға өгөт-нәсихәт тә биреп, һуғып та ҡараны, тик файҙаһы теймәне. Бала һаман «икеле»ләр ташый, «өслө» һирәк эләгә. «Үҫкәс, был белемең менән урам һепереүсе булаһың бит!» – тип йыш ҡына шелтәләй уны Әхтәриев. «Урам һеперергә лә кеше кәрәк», – тип яуап бирә улы.
Бына шул бала бер көндө, географиянан «бишле» алдым, тимәһенме?! Атаһының шатланғаны!
– Әҙерләнгәйнеңме? – тип һораны ул. – Мин бит әйтеп торам. Әҙерләнеп барһаң, барлыҡ фәндән дә «бишле»гә уҡырлыҡһың. Һәләтлеһең һин, әммә ялҡауһың. Ниндәй тема үткәйнегеҙ?
– Уҡытыусы: «Ҙур көнгөрәләр ниндәй материкта йәшәй?» – тип һораны. Береһе лә белмәне. Ә мин «Австралия» тинем.
– Һинең белмәгәнең юҡ инде, улым. Нисек белдең?
– Бер кино ҡарағайным.
Ир уйлана башланы. Малайҙы әрләү ҙә, өгөтләү ҙә ярҙам итмәне. Производствола «матди ҡыҙыҡһындырыу» тигән һүҙ бар. Мин дә матди ҡыҙыҡһындырыу уятайым әле егеттә, тип уйланы ул. Шулай уйлағас, янсығынан алып, йөҙ һум бирҙе.
– Бына, улым, – тине. – Биш балл алған­һың. Һәр балл өсөн егерме һум. «Дүртле» алһаң, һикһән генә була. Айырмаһын һиҙәһеңме? Егерме һум кеҫәңә инмәй, икенсе төрлө әйтһәк, бер сифатлы туңдырма эләкмәй.
– Нисек кенә һиҙәм әле, – тине улы. – Мин был аҡсаға бер компакт-диск һатып алам. Фильм. Малайҙар бик ҡыҙыҡлы тиҙәр шул картинаны. Рәхмәт, атай.
Улы атылып, фатирҙан сығып китте. Әхтәриев, баланы тәрбиәләй белергә кәрәк, тип уйлап ҡалды...
Икенсе көндө ир улына үҙе ишекте асты. Инеү менән:
– Бөгөн күпме аҡса эшләнең? – тип һораны.
– Алтмыш ҡына бөгөн, – тине улы күңел­һеҙ генә.
– «Өслө» алдыңмы ни?
– Юҡ, атай. Өс «икеле» сәпәнеләр.
Әхтәриевтың башы әйләнеп, баҫҡан еренән йығылып китә яҙҙы.



Табипта

Әбекәй табип кабинетына килеп инде лә ыңғыраша башланы:
– Улым, түҙемлегем етмәй. Уф-уф-уф! Ныҡ ауыртынам. Эй Алла, ниңә яралтҡан­һыңдыр мине? Уф-уф-уф!
Табип күҙлеген күтәреп, әбейгә ҡараны ла:
– Ултырығыҙ, әбекәй. Һөйләгеҙ. Нимә борсой?
Әбей, барлыҡ урындыҡты алһам, әҙәп­һеҙлек булыр типме, ултырғыстың ситенә генә ултырып һөйләй башланы:
– Уф, улым. Уф-уф-уф! Бороп ала. Шулай итеп бора, бер ниндәй түҙемлегем етмәй. Бер нисек түҙеп булмай, улым. Уф-уф-уф!
– Кофтағыҙ менән күлдәгегеҙҙе сисегеҙ әле.
Әбей сисенде. табип фонендоскоп менән әбейҙең йөрәген, үпкәһен тыңланы.
– Үпкәгеҙ таҙа. Йөрәгегеҙҙең дә тондары таҙа. Һеҙҙең йәште иҫәпкә алғанда, йөрәгегеҙ һау, әбекәй.
– Уф, улым. Бора бит. Уф-уф-уф! Шундай итеп бороп ала, түҙемлегем етмәй. Ниндәй гонаһтарым бар икән? Уф-уф-уф! Бора, мин һиңә әйтәйем, улым, һүҙ менән аңлатып та булмай.
Табип тағы уйлап торҙо ла:
– Башмы ни? Бына был градусникты ҡуйығыҙ әле. Температуралыр, бәлки.
Ҡарсыҡ градусникты ҡултыҡ аҫтына ҡуйҙы.
– Температурағыҙ ҙа нормала бит. Нимәгеҙ ауырта һуң?
– Уф, улым, уф-уф-уф! Ҡыҙған тимер терәткәндәрме ни. Уф, түҙемлегем етмәй. Уф-уф-уф!
– Аяғығыҙ ауыртамы ни? – тип аптырап һораны табип.
– Һин нимә, улым? Ниндәй аяҡ? Аяҡ был тиклем ауыртамы ни? Теш ауырта. Теш. Һиңә барып та етмәйме ни әле шул?
Табип аптырап китте:
– Мин бит терапевт. Тешегеҙ ауыртҡас, ниңә миңә индегеҙ, әбекәй?
– Терапевт врач түгелме ни? Ат ҡараусымы ни терапевт? Бына беҙҙең ауылда фельдшер бар. Теләһә ниндәй ауырыуҙы ла дауалай. Бына һеҙ рак сирлене дауалай алмайһығыҙ, фельдшер дауалай. Әллә ауыл­ға фельдшерға ҡайтырға инде. Хәҙер һауыҡтырасаҡ. Мин һеҙҙе, ауыртыныуымдың сәбәбен эҙләй, тип уйлап ултырам. Ә һин нимә ауыртҡанды ла белмәйһең. Уф-уф-уф! Түҙемлегем етмәй. Уф-уф-уф!
Бәлки, әбей хаҡлылыр ҙа. Ҡайһы бер сирҙәрҙе фельдшер оҫтараҡ дауалай.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Сығыу ваҡыты 19-08-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 278
|
  • Мәҙәктәр
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM