НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡара тауыҡ мажаралары

Ҡара тауыҡ мажаралары


Ҡара тауыҡ мажаралары
Һәр кемгә лә тиерлек бала сағында иптәштәре тарафынан ниндәйҙер ҡушамат тағыла. Бәғзеләргә ул йоҡмай, ә икенселәренә, ни сәбәптәндер, ғүмерлеккә юлдаш булып ҡала.
Беҙҙең ауылда ағалы-ҡустылы ике малай үҫте. Уларҙың береһе, әсәһенә оҡшап – аҡ, икенсеһе, атаһына оҡшап, ҡара тиреле булды. Тауыштары әҙерәк сәрелдәгерәк булғанғалыр, береһенә – Аҡ тауыҡ, икенсеһенә Ҡара тауыҡ тигән исем таҡтылар. Малайҙарҙың беренсеһе ҡушаматына әллә ни иғтибар итмәне, ә N, бигерәк ғәрсел булғаны өсөндөр, ғүмерлеккә Ҡара тауыҡ булып ҡалды. Түбәндә уның менән бәйле бер нисә тарих килтереп китәм.

* * *
N, өйләнеп, йәш ҡатыны менән йәшәй башлағас, күршеләренең эте бәйҙән ысҡынып китеп, быларҙың ингән тауығын тамаҡлап ҡуйған, ти. Кис, ире эштән ҡайтҡас, былар икәүләп күршеләренә инә.
– Берҙән-бер ҡара тауығымды этегеҙ ашаны бит, – тип ҡысҡыра икән йәш килен.
Күршеләре, быны ишеткәс, тәгәрәп ятып көлөргә керешкән, ти. Бынан һуң Ҡара тауыҡ, ғәрләнеп, кире сығып киткән. Күршеләре аптырап ҡалған киленгә аңлатып биргәс, ул да шым ғына тайған икән.

* * *
Берҙән-бер тауыҡтан яҙғас, былар килендең әсәһенә тауыҡ алырға киткән. Тамаҡ туйҙырып, ҡайтыр алдынан, күмәкләп тауыҡ тоторға керешкәндәр. Кейәүенең ҡушаматын белмәгән ҡәйнәһе:
– Кейәү, ана, ҡара тауыҡты тот! – тип ҡысҡыра, ти. Быны ишеткән кейәүе, тағы ла ғәрләнеп, тауыҡты тотмай, ҡайтырға йүнәлгән.

* * *
Бер мәл бер төркөм ауылдаш диләнкәлә утын әҙерләү маҡсатында ағас һайлап йөрөй икән. Беҙҙең N-ға тигән ағастарға ике егет, шаяртып, “Ҡара тауыҡ” тигән тамға һуҡҡан. Үҙенең ҡайындарын йығырға килгән N, быны күреп, кире боролоп ҡайтып киткән.

* * *
Егеттәр урманда ағас ҡырҡып ята. Иртә менән ауылдан килгән N, вагонсыҡҡа инһә, тегеләр әүен баҙарына киткән.
– Хәҙер һеҙҙе уятам! – тип, был радионы бөтә тауышына асып ебәрһә, унда “Ҡара тауыҡ”ты йырлайҙар икән. Егеттәр шарҡылдашып көлә башлағас, N тағы ла сығып һыпыртҡан, ти.

Даяр ЙОСОПОВ.
Дыуан районы.

Сығыу ваҡыты 5-04-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 247
|
  • Тауыҡтан шешлек
  • Йәшлек мәҙәктәре
  • Телеңде йоторлоҡ
  • КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM