НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Күрше, ҡас, мин – салют! (булған хәл)

Күрше, ҡас, мин – салют! (булған хәл)


Күрше, ҡас, мин – салют! (булған хәл)
Яңы йыл кисәһен кем нисек ҡаршы алғандыр, әйтеүе ҡыйын, ә бына колхозда вазифалы урында эшләгән Мөхәмәҙғәли ҡусты һымаҡ мажараға тарыған кеше булмағандыр.

Үтеп киткән 1997 йыл Мөхәмәҙғәли өсөн насарҙан булманы, ни тиһәң дә, йыл буйы эш хаҡы алмаһа ла, бөтә ҡағыҙ эшен еренә еткереп башҡарҙы, төрлө отчетты ла районда беренселәр­ҙән булып тапшырҙы, колхоз рәйесе лә маҡтап торҙо, ғаиләһендә лә ал да гөл.
31 декабрҙә ҡалаға китер алдынан ҡатынына: “Аш-һыуыңды әҙерләй тор, Яңы йыл – ғаилә байрамы, өйҙә генә ҡаршыларбыҙ, ваҡ-төйәк алып ҡайтырмын”, – тине. Нурания һыната торғандар­ҙан түгел, көнө буйы газ плитаһы эргәһенән китмәне, көн кисләүгә өй эсенә тәмле еҫ тарал­ған, өҫтәлгә төрлө тәм-том, бәлеш теҙелгәйне.
Мөхәмәҙғәли ҡайтып, ҡатынына серле генә итеп ҡарап йылмай­ҙы ла: “Пландар үҙгәреп китте, Яңы йылды күрше-тирә менән бергә ҡаршыларға ниәтләнек. Минең сюрприз да бар”, – тип, өҫтөн дә һалып тормай, әйберҙәрен ҡуйып, мал-тыуары яғына ашыҡты. Иренең һәр һүҙен ихлас ҡабул итеп өйрәнгән Нурания өҫтәлдән алып, күстәнәс төрә башланы...
Сәғәт телдәре 12-гә яҡынлаш­ҡас, саҡырылған ҡунаҡтарҙың бөтәһе лә йоҡонан уянғандай йәнләнә башланы. Телевизор экранынан Президенттың ҡотлау һүҙе тамамланыу менән Мөхәмәҙғәли аяғүрә баҫты ла: “Иптәштәр! Мин дә һеҙҙе ҡотлап сюрприз күрһәтергә уйланым, ур-ра, Яңы йыл менән!” – тип ҡулдарын юғары күтәрҙе.
“Шарт-т!” Бөтә ҡунаҡтарҙың иғтибары Мөхәмәҙғәлигә төбәлде... “Ах!” – тип әйтеп кенә өлгөр­ҙөләр, ағас өйҙөң тәпәш кенә түбәһенән көлтә-көлтә йондоҙҙай ут ямғыры һибелде. Аптыраштан ни эшләргә белмәй ҡатып ҡалған ҡунаҡтарҙы: “Әстәғәфирулла!” – тигән тауыш ҡына айнытып ебәрҙе.
Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡтылармы ни?! Бар халыҡ хәрәкәткә килде. Иң тәүҙә оло ғына йәштәге Шәмсибәҙәр ҡарсыҡ ауыҙ эсенән генә уҡына-уҡына, башын тотоп, өҫтәл аҫтына инеп боҫто. Быны күреп, өй хужаһы Сафинур әтәс етеҙлеге менән карауат башына һикерә һалып ҡунаҡлап, өрлөктә эленеп торған эшләпәһен тырнап алды, унан ҡолап төштө лә шаршау артына йәшеренде. Әҙәп һаҡлап өндәшмәйерәк ултырған хужабикә, алыпһатар үзбәктәрҙән алған күлдәгенең итәге төшкән уттан ирей башлауын һиҙеп, ҡысҡыра-ҡысҡыра ишеккә ташланды. Өҫтәл артында етенсе тө­шөн күреп, йоҡлап ултырған колхоз хисапсыһын ҡатыны Зәм­зәмиә ҡаты ғына итеп төртөп урынынан ҡуҙғатты. Һалмыш булып алған Игеҙйән, ут ығы-зығыһын малайҙары сығарған тип уйлап, һелтәнә башланы, ҡатынына ла бер аҙ эләктерҙе.
“Ишеккә борол!” – Нуранияның был көслө тауышы Мөхәмәҙ­ғәлиҙе ысын донъяға ҡайтарҙы. “Әй, әттәгенәһе! Вәт башһыҙ! Бенгал уты тип һатҡайнылар ҙа”, – тип ишек яғына боролдо. Ут көлтәһе сөйҙә эленгән өҫ кейемдәренә – ҡытай пуховиктарына һибелде.
Ярай әле тыштан килеп ингән Заһира, эштең ниҙә икәнен төшөнөп, еҙнәһен тышҡа һөйрәп алып сыҡты. Ут көлтәһе иреккә сыҡҡас, 20 метр бейеклеккә күтәрелеп, һаман һибелеүен дауам итте. Ысын салют булып “ата” ине Мөхәмәҙғәли ауылдаш.
“Ут менән шаярма!”, “Уттан ҡалмай, бурҙан ҡала!” тигәнде Яңы йыл ҡаршылағанда ла онотмаҫҡа кәрәк шул.

Асия ҠОТОШЕВА.
Ишембай районы,
Этҡол ауылы.

(Исемдәр үҙгәртеп алынды).

Сығыу ваҡыты 18-01-2018, 10:51 | Ҡаранылар: 271
|
  • Минең Яңы йыл мажараларым
  • Яңы йылды – мунсала
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Яңы йыл етә-ә-ә!
  • Күрше хаҡы – тәңре хаҡы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд
  • Ер менән күк араһында



  • Радио Юлдаш FM