НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үәт, ҡыҙыҡ! (27.10.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (27.10.2017)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.10.2017)
* * *
Ҡатын десантсы һөйәрен ҡунаҡҡа саҡырғанда ире ҡайтып инә. Ҡунаҡ балконда йәшенә. Унда оҙаҡ тороп өшөп бөтә һәм, ҡыйыулығын йыйып, фатирға кире инә.
– Ғәфү итегеҙ, беҙҙең хәрби күнекмәләр бара ине. Парашюттан һикергәндә ел менән яңылыш һеҙҙең балконға килеп эләктем.
Хужабикәнең асыуы ҡабарғанын күреп, ире уны тынысландыра.
– Был нисауа әле. Кисә минең дуҫтың фатирының туалетында геологтар нефть эҙләгән.

* * *
Мәктәптә уҡытыусы балаларға хайуандарҙы үбергә ярамағанлы­ғын, сир йоҡтороу ихтималлығы булыуын аңлата һәм уларҙан миҫал килтереүҙәрен һорай.
Гөлиә ҡулын күтәрә.
Уҡытыусы:
– Йә, яуап бир.
– Минең инәйем тутый­ғошон үпкәйне, ҡошо һантыйланып үлде.

* * *
– Беҙҙең хужа һаңғырауланған.
– Ике ҡолаҡҡа ламы?
– Юҡ, береһенә генә. Юғарынан әйткәнде ишетә, түбәндән әйткәнде – юҡ.

* * *
Баҙарҙа төшөрөп ҡайт­ҡан ир ҡатынына:
– Һин ҡушҡан әйбер­ҙәр­ҙең барыһын да алдым. Ләкин бер нәмәне онотҡанмын. Әйберҙәр һалын­ған сумканы ҡайҙа ҡал­дыр­ғанымды һис хәтергә төшөрә алмайымсы… – ти.

* * *
600-сө «Мерседес» китеп бара. Уның артынан «Ашығыс ярҙам» һәм янғын һүндереү машиналары эйәргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ирҙе туҡтата. Уның артынан «Ашығыс ярҙам», янғын һүндереү машиналары ла туҡтай.
Инспектор уларға:
– Мин һеҙҙе туҡтатманым бит. Юлығыҙҙы дауам итегеҙ! – ти.
– Улар минең менән! – ти «Мерседес» водителе.
– Быны нисек аңларға? – тип аптырай инспектор.
– Һеҙ йүнһеҙҙәрҙең ғәйебе менән эйәртеп йөрөйөм уларҙы. Һеҙгә йә «аптечка»ны, йә янғын һүндергесте күрһәтергә кәрәк бит.

Сығыу ваҡыты 1-11-2017, 16:34 | Ҡаранылар: 101
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)
  • Коллекцияһында - 725 янғын һүндереү машинаһы!
  • Анекдоттар
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM