НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Үәт, ҡыҙыҡ! (11.08.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (11.08.2017)


Үәт, ҡыҙыҡ! (11.08.2017)
ЮХХДИ хеҙмәткәре бер машинаны туҡтата ла аҡыра башлай:
– Һеҙ ни өсөн рулгә этте ултырт­тығыҙ?
– Был машина ла, эт тә минеке түгел, мин пассажир булып китеп барам…

* * *
Һалдаттар ялға туҡтап, ултырып бөтөүгә снаряд осоп килеүен күрәләр. Төрлөһө төрлө яҡҡа һибелә. Тик бер Нуриман ғына тороп ҡала. Снаряд ситтәрәк шартлай. Һал­даттар ҡабат йыйылыша.
– Маладис, Нуриман, батыр йөрәкле икәнһең, ҡурҡманың. Миҙал бирергә кәрәк.
– Ниндәй миҙал булһын, орден!
Шунан Нуриман:
– Эй, туғандар, миҙалы ла, ордены ла кәрәкмәй. Ҡоро ыштан ғына бирегеҙсе…

* * *
Башҡорт менән татар мәсеттә шыбыр-шыбыр килеп уҡынышып ултыра. Татар ни ишетә: башҡорт Аллаһы Тәғәләнән ни бары 1000 тәңкә аҡса ебәреүен һорай. Был, уны йәлләпме, 500 һум һонған. Башҡорт иһә һаман Хоҙайға ялбара, ти:
– Аллам, рәхмәт. Тик икенсе юлы аҡсаны татар аша ебәрмә. Ана, 500 һумын үҙенә һалып ала һалған...

* * *
Бер ғаилә йәшәгән, ти. Берҙән-бер улдары буй еткереп, кәләш алырға булған. Атаһының янына килгән дә:
– Атай, мин өйләнергә булдым, – тигән.
– Шәп ҡарар. Тик кемгә?
– Ауылдың был осонда торған Йосоп ҡарттың ҡыҙы Зиләгә.
– Улым, баш тарт унан. Минең ҡаным аға ул ҡыҙҙың тамырҙарында. Икенсе берәйһен һайла! – ти атаһы.
Егеттең кәйефе төшөп сығып китә. Күпмелер ваҡыт үткәс, улы тағы атаһына килә лә:
– Атай, таптым кәләш. Ауылдың теге осондағы Сабир ҡарттың ҡыҙы Зәкирәне алам, – ти.
– Уффф, улым... Унда ла минең ҡан бар.
Егет, кәйефһеҙләнеп, солан тупһаһына сығып ултыра. Магазиндан ҡайтып ингән әсәһе, улының кәйефенә аптырап:
– Бәәәй, улым, был ниндәй күренеш? Ниңә кәйефең юҡ был хәтлем? – тип һорай.
– Әәй, был яҡтағы Зиләне кәләш итеп алам тиһәм, атай, унда ҡаным бар, ти, теге остағы Зәкирәне алам тиһәм, уныһында ла ҡаным аға, тип ултыра...
– Теләгәнеңде ал, улым. Уйлап та торма! Һиндә атаңдың ҡаны юҡ бит ул!..

Сығыу ваҡыты 11-08-2017, 11:33 | Ҡаранылар: 161
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.07.2017)
  • Атай, һаумы
  • Мәҙәктәр(Башҡорт телендә анекдоттар)
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM