НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Танышыу (булған хәл)

Танышыу (булған хәл)


Танышыу (булған хәл)Зауыҡ менән биҙәлгән ресторан. Музыка уйнай. Барыһы ла улымдың тыуған көнөн байрам итә. Минең генә кәйеф-сафа ҡорор­ға ваҡытым юҡ. Алъяпҡыс кейеп алғанмын да аш-һыу әҙерләү менән булышам. Бына бер өҫтәлдә күрмәлекле генә, хәрби кейем кейгән егет ултыра.
– Танышайыҡмы? – тип миңә һүҙ ҡуша.
– Юҡ, – тим ҡырт киҫеп. – Былай ҙа өлгөрә алмайым.
Ҡапыл уянып киттем. Әлдә төш икән. Шул көндө таныш димсе апай шылтырата:
– Һине бер һәйбәт егет менән танышты­рыр­ға теләйем. Телефоныңды бирәйемме?
– Ярай, – тип ризалашам.
Ул егете лә оҙаҡ көттөрмәй, тиҙ арала бәйләнешкә инеп, ҡайҙа, ҡасан осрашыуыбыҙҙы билдәләй. «Мир» сауҙа-күңел асыу үҙәгенең дүртенсе ҡатындағы ресторанда, киске сәғәт етелә.
Ниндәйерәк кеше икән? Оҡшармы? Тулҡынланам. Әхирәттәремә лә был хаҡта әйтеп ҡуйҙым. Барыһын ҡайтҡас, түкмәй-сәсмәй һөйләрһең, тиҙәр.
Кис етте. Көткән ваҡыт та. Оҙон сәсле, 45-тән уҙған ир заты булып сыҡты. Ресторанға үттек.
– Һеҙгә һыумы әллә сәйме? Берәй нәмә ҡушып алырға кәрәкме? – ти был миңә.
Ҡалай ҡыҙыҡ, кеше һыу эсер өсөн дә ресторанға киләме ни?
– Сәй менән пирожный, – тим.
Яңы танышыма бөгөн күргән төшөмдө һөйләнем. Ул йылмайып ҡына ҡуйҙы.
– Миңә килгәндә, бик фәҡирмен инде. Аҡсам да күп түгел. Бер уйлаһаң, нимәгә инде миңә? Ҡатыным, балаларым юҡ. Уларҙы ҡарарға, кейендерергә лә түгел. Үҙемә ни, етә! – ти, үҙе ни эшләптер миңә тура ҡарап һөйләмәй.
Аптырабыраҡ ултыра биреп:
– Ҡыҙыҡ икән, – тип ҡуям.
– Магазинда ла әйберҙәрҙең иң арзанын һайлайым. Ашарға ла арзан аҙыҡ-түлекте генә алам. Сәйҙе бөтөнләй эсмәйем. Урынына һыу ғына эсәм. Бик файҙалы. Бер аҙ эшләп алам да, аҡсам бөткәнсе өйҙә телик ҡарап ятам. Бер ни ҙә эшләмәйем. Бик-бик аҡсам бөтһә, ҡайһы саҡ Санкт-Петербургҡа барып эшләп ҡайтам, – тип һүҙен дауам итә.
– Ундай кешене беренсегә күреүем, – тим.
– Шулай тормош көткән булам инде.
– Эй, улай йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ та инде, ниндәйҙер маҡсат ҡуйып йәшәмәгәс. Мин, мәҫәлән, бер эштән ҡайтҡас, аҡса булһын тип, икенсе эшкә йүгерәм.
– Һеҙҙең улығыҙ бар ҙа инде. Уның өсөн йәшәйһегеҙҙер. Миңә, ни.
– Ә нисек аҡса эшләйһегеҙ?
– Кеше талайым.
Был һүҙҙе ишетеү менән ҡотом осто. Хатта ҡалтыранып киттем. Күҙемдән сөбөрләп йәш аға башланы.
– Уф, етте. Инде миңә кеше талаусы ғына етмәгәйне, – тип, һөйләшеп ултырыуыбыҙға ярты сәғәт тә үтмәне, ҡайтыр­ға йыйынам. Димсе апай шул хәтлем үҙен маҡтағайны, әллә ниндәй бәндә булып сыҡты.
– Туҡтап тороғоҙ инде, шаярттым. Төшөгөҙ дөрөҫ булған. Хәбәрсе булғас, әллә ни эшләп шаяртҡым килде лә китте, – ти.
– Ишетергә лә, һеҙҙе күрергә лә теләмәйем.
Ул да һыуын эсеп бөтөр-бөтмәҫ минең арттан эйәрҙе. Ысынлап та кеше талаусы булып ҡуйһа тип, өйгә ул көндө бөтөнләй икенсе яҡтан урап ҡайттым.
Ҡайтҡас та әллә күпме тыныслана алмай йонсоном. Яңы танышымдың телефон номерын да тиҙ арала ҡара исемлеккә индереп ҡуйҙым.
– Башҡа мине кеше талаусылар менән таныштырмағыҙ, – тип димсе апайға ла шылтыратам.
– Насар кеше түгел бит ул. Үҙенең эше бар. Бер нисә йыл һеңлеһе менән шөғөлләнәләр. Күп ҡыҙ аҡса тип үлеп барғанға, һине тикшереп ҡарарға уйлаған. Бер генә концерт-байрамды ла ҡалдырмай, төрлө ойоштороу эшендә әүҙем ҡатнаша. Етмәһә, эшҡыуар, – ти.
Димсе апай күпме генә маҡтаһа ла, миңә ул, бына-бына килеп инеп, барлы-юҡлы бөтә әйберемде, аҡсамды талап китер кеүек тойолдо.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Сығыу ваҡыты 24-04-2017, 10:03 | Ҡаранылар: 603
|
  • Аптырарлыҡ та...
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Балдай татлы… вазелин
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • «Башҡортостандың 100 шәхесе»
  • «Уҡыйым. Бейейем. Ҡул эштәре менән булышам»
  • Бахыр бала. Йәне йәннәттә булһын...
  • Хәйер (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.06.2017)
  • “Матурлыҡҡа һоҡланып йәшәйем”
  • “...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
  • Йондоҙнамә (5 – 11 июнь)
  • Лимон бәлеше
  • Дауыл сығыу хәүефе бар!



  • Радио Юлдаш FM