RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мировой бүләк

19.06.2015 Мировой бүләк

йылмайлик Әлдә, мин әйтәм, эштә ағыҙмаһалар ҙа, унда-бында бүләген-ниһен тамыҙып торалар. Ана бит Яңы йыл хөрмәтенә матур-матур таҫтамалдар тараттылар, араһына шампанын да тыҡҡандар. Эт күңеле –бер һөйәк тигәндәй, беҙгә, ябай халыҡҡа, әҙерәк иғтибар эләкһә етте инде. Бүләктәремде йөкмәп ҡайтып етеүем булды, ирен, ҡырым сиреүе бала-сағаһын эйәртеп ике туған апайым “йәлп” итеп килеп тә инде. Эй, мин әйтәм, буштан килгән ҡайҙа китмәгән, байрам алдынан кешене бер ниһеҙ сығарып ебәрмәйем әле тип, уға теге таҫтамалды тотторҙом да ҡуҙым. Апайым да ҡыуанды, мин дә. Күңелем ирәйеп китеп, шарапты ла ҡушып бирәйем тип торһам, ир ҡыҫыҡ күҙе менән миңә генә аңлайышлы сигналдар ебәрә башланы. Ярар, уныһы артып китер, тип ҡуйҙым үҙем дә.
– Эй, Зәлифә бигерәк шәп кеше инде һин, – тип маҡтаны апайым. Шәп шул, шәп булмай, мәленә тура килтерергә кәрәк. Кисә килһәң, тәтемәҫ ине.
Бер заман эштән ҡайтһам, өҫтәлдә теге таҫтамал ята. Аһ-аһ, мин әйтәм, был ни хәл тағы?
– Саҡ ҡына ҡайтып өлгөрмәнең, апайың менән бажа килеп, мине тыуған көнөм менән ҡотлап китте.
Ауыҙым шар асылған килеш тора бирҙе.
– Һине көтөргә ваҡыттары юҡ ине. Рәхмәт инде бына, әҙәмгә һынап, бүләген дә әҙерләгәндәр, ә һин дәже һүҙ менән дә ҡотламаның…
– Ҡотламаһа әллә, ҡотлармын. Иҫең киткән икән. Мин Яңы йылға тип тоттороп сығарған таҫтамал да баһа был, – тим, таныш бүләкте әйләндергеләп.
Улай ҙа оҙаҡ аптыранманым, заманаһы ниндәй беҙҙә, һәр береһенә бүләк әҙерләй башлаһаң, урыҫ әйтмешләй, житьяң етмәҫ. Ана шулай кругом йөрөтә торған әйбер булырға тейеш инде ул. Өләсәйем бахырҙың бер йыл үткәс кире әйләнеп ҡайтҡан кәнфиттәрен ҡапшап ултырғаны иҫкә төштө. “Бибисараға сәйгә барғанда күстәнәскә алып барғайным, унан һуң Латифа ашҡа алды, Сәрхәпъямал ауыҙ астырҙы, Орҡоя йыйып алды. Шулайтып йөрөй торғас, ҡатып бөткән бит былар”, тигәненә һыным ҡатҡансы көлгәйнем.
Электән һаҡланған йолаға тап төшөрөргә ярамай. Йәшәһен мировой бүләк, күстәнәстәр!










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)