НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр


Ике «яңы урыҫ» машинанан сыға, ашығып, асҡысты алырға онота, ә ишек бикләнә. Береһе:
– Әйҙә, сүкеш менән асып ҡарайыҡ, – ти.
– Һин нимә, тирә-яҡтағылар, сит машинаны ваталар, тип уйлап, полиция саҡыртасаҡ, – ти икенсеһе.
– Улайһа, бысаҡ менән тәҙрәне ҡайырайыҡ.
– Юҡ. Кешеләр беҙҙе, шул тиклем дә иҫәрҙәр, тип уйлаясаҡ.
– Тиҙерәк уйлайыҡ инде, көслө ямғыр килә бит, ә беҙҙең машинаның люгы асыҡ ҡалды...

* * *
Граждандар оборонаһы дәресе бара. Уҡытыусы:
– Балалар, мине иғтибар менән тыңлағыҙ: сирена һыҙғыра, һауа тревогаһы иғлан ителә...
Бөтә уҡыусылар ҙа парта аҫтына төшә. Бер уҡыусы ғына бер ни булмағандай ултыра.
– Ильяс, һин нимә эшләп ултыраһың?
– Һуғышта геройҙар ҙа булғанын оноттоғоҙмо ни?

* * *
Ике ҡуян осраша. Береһенең аяғы бәйләнгән. Икенсеһе:
– Һунарҙамы?
– Эйе.
– Һунарсымы?
– Ул.
– Аттымы ни?
– Юҡ, баҫты.

* * *
– Әҡлимә, үҙең, тутыйғошом һөйләшә белә, тигән булаһың. Һиңә нисәнсе ҡат киләм, әле бер генә һүҙен дә ишеткәнем юҡ, – ти әхирәте.
– Ул бик аҡыллы ҡош, шуға кем эргәһендә һөйләшергә, ә кем янында телен тыйырға икәнен белә, – тигән хужабикә.

* * *
– Әкрәм, – ти уҡытыусы, – кисә һин берәй кешегә ниндәй ҙә булһа изгелек эшләнеңме?
– Әлбиттә. Этем менән урамда йөрөгәндә бер ағайҙың автобусҡа йүгергәнен күрҙем, ә ул ҡуҙғалырға тора ине. Шул ваҡытта этемде ебәрҙем дә, ағай автобусҡа өлгөрҙө.

* * *
– Апай, апай!
– Нимә кәрәк?
– Һеҙ автобуста ҡулсатыры­ғыҙҙы ҡалдырҙығыҙмы?
– Йә, инде, эйе, мин!
– Улайһа, автобус артынан йүгерегеҙ, ул әле бик алыҫ китмәне.

* * *
Ҙур ҡала бәләкәйенән нимәһе менән айырыла? Ҙур ҡалала күп нәмәне күрергә мөмкин, ә бәләкәйендә – күпте ишетергә...

Сығыу ваҡыты 19-06-2015, 16:24 | Ҡаранылар: 710
|
  • Мәҙәктәр
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Ваҡытында тейешле дауа алырға кәрәк
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM