НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һаҡмар ҡыҙы ҡалдырған иҫтәлек

Һаҡмар ҡыҙы ҡалдырған иҫтәлек


Тормошта күп кеше менән осрашырға тура килә. Ана шундайҙарҙың ҡайһы берҙәре йыш ҡына хәтергә төшкөләп тора, ҡайһы яғы менәндер онотолмаҫ яҡты эҙ ҡалдыра.
Бынан ярайһы уҡ күп йылдар элек беҙҙең мәктәпкә юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш уҡытыусы эшкә килгәйне. Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Лилиә Ҡәйепова булып сыҡты ул. Йәш рус теле уҡытыусыһы эше менән генә түгел, үҙен баҫалҡы, ябай итеп тотоуы менән дә коллективта үҙ кеше булып китте. Ысыны шул, коллегабыҙ, тәүге йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, мәктәп тормошонда әүҙемлек күрһәтеүҙән дә ситтә ҡалманы.
Шуныһын да әйтергә кәрәктер: Лилиә Ҡәйепованың дәресен уҡыусылар көтөп алыр ине. Тәнәфестәрҙә уҡытыусылары биргән шиғырҙарҙы яттан һөйләп йөрөр булдылар. Йәш белгестең район, өлкә гәзиттәрендә күләмле мәҡәләләре, шиғырҙары йыш сығып тороуы онотолмай. Мәҡәләләрҙең күбеһе тәрбиәүи темаға арналды.
Йәш коллегабыҙ беҙҙең мәктәптә оҙаҡ эшләмәне, уны комсомолдың район комитетына мәктәптәр бүлеге буйынса эшкә алдылар. Шулай булһа ла, ваҡыт табып, эш-йомошо менән беҙҙең мәктәпкә килгеләп йөрөнө. Мәктәп, уҡыусылар, коллективтың эше менән танышып, кәңәш итеп китә торғайны. Лилиәнең беҙҙең райондан китеп барыуын һуңынан ғына белә алдыҡ. Ҡайһылыр редакцияға эшкә урынлашҡан булған икән. Йәш уҡытыусының гәзит биттәрендә баҫылып сыҡҡан шиғырҙарын ҡыҙыҡһынып уҡып бара торғайныҡ. Йәш кешене ысын тел оҫтаһы, булмышы менән һәләтле шағирә булып китер тип кем уйлаған.
Әйткәндәй, күптән түгел беҙҙең өсөн көтөлмәгән бер яңылыҡ булды. Телевизор экрандары аша Лилиә Ҡәйепованың ижад кисәһен кинәнеп ҡарап ултырҙыҡ. Элекке коллегабыҙҙың шиғырҙарын уҡып ишеттереүен ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Кисә оҙаҡ барҙы. Таныштары, дуҫ-иштәре, туғандары уны ижади эшмәкәрлеге менән ҙурлап ихлас ҡотланы, гөлләмәләр бүләк итте.
Беҙ ҙә, заманында бергә эшләгән иптәштәре, шағирәгә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, донъя тыныслығы теләп, барса изге теләктәребеҙҙе гәзит аша юллап ҡалабыҙ.

Закирйән ИТБАЕВ,
хеҙмәт һәм тыл ветераны.

Хәйбулла районы,
Иҫәнгилде ауылы.

Сығыу ваҡыты 14-05-2013, 11:50 | Ҡаранылар: 736
|
  • Ысын шағир ине
  • Бар булмышы менән уҡытыусы
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Йәштәр союзында булыуыбыҙ ғорурлыҡ ине
  • Яратҡан уҡытыусығыҙ кем?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM