НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.08.2017)

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.08.2017)


Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.08.2017)
* * *
Кеше бала сағына әйләнеп ҡайта алмаған кеүек, кешелек тә талғыныраҡ, вайымһыҙыраҡ йә­шәгән дәүерҙәренә кире сигенә алмай.

* * *
Кеше бер саҡ аҡылына килеп,
Һыҙлауҙары ерҙең баҫылғас,
Әйтә алһын ине бар тәбиғәт:
“Кешеләрем ниндәй аҫылдар!”
(“Йәшәр генә ерем, эсер һыуым...”).

* * *
– Кеше ғүмере нимә йыһанға?
– Бар яҙмышың уға һуҡыр тинлек!
(“Кеше йылы”).

* * *
Кеше донъяға бер төрлө тыуа. Үлем уны мең төрлө алып китә.
(“Көндәлектәр”. 13.10.1969).

* * *
Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел,
Биҙәр өсөн тыуа был ерҙе.
(“Биҙмәһендәр минән
хыялдарым...”).

* * *
Кеше йөрөмәгән һуҡмаҡты үлән күмә.
(“Алыҫҡа китеп ҡара!”).

* * *
Кеше йырын йырлайым тип,
Үҙ йырыңды онотма.
(“Көндәлектәр”. 9. 04.1996).

* * *
Кеше кермәҫ кеше гүренә,
Кеше менер кеше түренә.

* * *
Кеше өс нәмәгә табынырға тейеш: иленең уҙғанына, уның бөгөнгөһөнә һәм тыуыр киләсәгенә. Әүәлге менән киләсәк – кешелектең ике ҡанаты. Мин баш өҫтөмдәге ҡояшҡа ғына ҡыҙынып йәшәмәйем. Шәфәҡ моңһоулығы ла, һыҙылып ҡына атҡан таңдың яҡтығы ла миңә берҙәй ҡәҙерле.
(“Автобиография”).

* * *
Кеше өсөн иң рәхәте – тере сағыңда рәхмәт һүҙҙәре ишетеү. Кеше өсөн иң хурлыҡлыһы – үҙең үлгәс, һиңә ләғнәт, нәфрәт һүҙҙәре яуыу.
(“Көндәлектәр”. 7. 08. 2010).

* * *
Кеше үҙ ғүмерендә бәхетен дә татый, михнәтен дә күрә. Иң рәхәт наҙ – әсәңдең башыңдан һыйпап һөйөүе. Иң ныҡ ҡанатландырғаны – атаңдың арҡаңдан ҡағып яратыуы.
(“Көндәлектәр”. 23. 03. 2007).

* * *
Кеше үҙенең битенә үҙе төкөрә алһа, башҡаларҙың битенә, бәлки, былай төкөрә алмаҫ ине.
(“Көндәлектәр”. 18. 09. 1989).

* * *
Кеше үҙенең әсәһен һәм Ватанын һайламаған шикелле, ул үҙенең заманын, йәшәгән дәүерен дә һайлай алмай.

* * *
Кешегә – ер,
Күк – Аллаһтың төйәге.
(“Ерҙә генә ҡала эҙҙәр...”).

Сығыу ваҡыты 12-08-2017, 12:16 | Ҡаранылар: 92
|
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.07.2016)
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (15.04.2016 )
  • Рәми Ғарипов. Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Мостай Кәрим: Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Фекерҙәр һәм афоризмдар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM